Әбделғәзе — арҙаҡлы шәхес, данлыҡлы сәсән Шафиҡ Әминев Тамъяниҙың тыуған ауылы булараҡ та киң билдәле. Бәлки, әбделғәзеләрҙең боронғо йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанлап, тергеҙеп, быуын-быуынға еткерә килеүҙәре ошонан киләлер. Әбделғәзелә иң дәртле, рухлы халыҡ йәшәй тиһәм дә хата булмаҫ.
Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы йәмәғәт тормошонда, бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Әйткәндәй, Әбделғәзе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы 2019 йыл йомғаҡтары буйынса райондың иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы исеме алғайны. Ауыл яҙмышы өсөн янып-көйгән, халыҡ йолаларын тергеҙеүгә, киләсәк быуынға тапшырыуға ҙур өлөш индергән, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын да етәкләгән, урындағы мәҙәниәт усағының эшен дә гөрләтеп алып барған Әлфиә Ғәлләмованы ауыл халҡы ихтирам итә һәм ул ойошторған сараларҙы олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Тыуған төйәгем тип янып йәшәгән уңған ҡатын-ҡыҙҙар күп бында. Зәкиә Кинйәбулатова, Мәфрүзә Суфиянова, Гөлсәсәк Ғималова, Флүрә Бикйәнова, Рәзилә Солтанбаева, Миңһылыу Усманова, Зилә Исҡаҡова, Мәфтуха Рәхмәтуллина, Рәйлә Йәнбирҙина бала-ларын лайыҡлы тәрбиәләгән әсәләр, ауыл тормошонда әүҙемдәр. «Милләт әсәһе» исеменә лайыҡ Миләүшә Исҡаҡова менән Әлниса Әминеваның, шулай уҡ Лилиә Исмәғилеваның улдары махсус хәрби операцияла ҡатнаша, имен генә ҡайтһындар инде.
Яңыраҡ, бар тәбиғәт һутлы үлән, матур сәскәләргә тулышҡан мәлдә Әбделғәзелә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тырышлығы менән боронғо байрам — «Кәкүк сәйе» үтте. Был матур тәрбиәүи сараға Амангилде, Үтәгән, Ҡаҙмаш, Рысҡужа, Ҡырҙас, Буранғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары саҡырылғайны. Байрамдың рәсми өлөшө ауыл мәҙәниәт усағында дәртле концерт номерҙары менән башланып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Ғәлиә» фольклор ансамбленең сағыу сығыштары һәм йәш гүзәлкәйҙәр — мәктәп йәшендәге ҡыҙҙарҙың йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Әбделғәзелә элек-электән өләсәйҙәр, апай-инәйҙәр, еңгәйҙәр төрлө тәм-том, бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡоймаҡ, бәлеш бешереп алып тәбиғәт ҡосағына «Кәкүк сәйе»нә сыға. Самауыр сәйе эсеп, ҡаҙанда бешкән бутҡанан тәмләп, уйнап-көлөп күңел аса. Борон-борондан башҡорт халҡы ҡош-ҡортҡа табыныуы билдәле. Тик ни өсөн һуң кәкүк сәйе? Ни өсөн моңло һандуғас йә һабантурғай сәйе түгел?
Кәкүк халҡыбыҙ риүәйәт-әкиәт-тәрендә изге ҡошҡа әйләнгән әсәне йәки һөйгәненә мәңге тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдыра. Йәнә кәкүк йәй килеүен аңғарта, кәкүк саҡырһа — һыу инергә мөмкин, ти өләсәйҙәр. Кәкүк бәлә-ҡаза килеүен иҫкәртеүсе ҡош та икән. Шуның өсөн илгә хәсрәт килмәһен, аслыҡ булмаһын тигән ниәттә кәкүк ҡунып ҡысҡырған ағас төбөнә аҡ ризыҡ — һөт йә ҡатыҡ ҡойғандар. «Ә ни өсөн ул йомотҡаһын башҡа ҡоштоң ояһына һалып китә?» тигән һорауға Әлфиә Марсель ҡыҙы ике туған ағаһының тәғлимәтен еткерҙе. Ғәбит Вәлиев оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡта егерь булып эшләгән. Баҡтиһәң, кәкүктең тел осонда ағыу бүлеп сығарыусы биҙе бар, шуға күрә ем ҡабып килтереп ашатҡан ваҡытта ҡошсоғо ағыуланып үлмәһен өсөн ул йомортҡаһын башҡа ҡоштоң ояһына һалып китә. Шулай итеп, ул балаһының ғүмерен ҡурсалаусы изге ҡош икәнлегенә инандыҡ.
Сарала ҡатнашыусылар ҡоштар тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, йомаҡ ҡойҙолар, балалар ҡоштарҙы яратыуҙары, ҡыш көндәре ағастарға тағараҡтар элеп, ем һибеп хәстәрләүҙәре тураһында һөйләнеләр.
Байрамдың спорт уйындары йылға буйында урынлашҡан балалар майҙансығында дауам итте. Ярыштар бик ҡыҙыу барҙы. Өлкәндәр ҙә, хатта килендәр ҡәйнәләре менән, балалар ҙа шау-гөр килеп төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Ауылдарҙан саҡырылған ҡатын-ҡыҙҙар командалары менән арҡан тартышып, көйәнтәләп һыу ташып, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереп ярышты. Ҡайын ағасына элеп ҡуйылған бүләктәрҙән бер кем дә буш тороп ҡалманы. Балалар тәмле кәнфиттәр алып ҡыуанды.
Уйындар тамамланыуға оло ҡаҙанда бойҙай бутҡаһы ла бешеп өлгөрҙө. Иртәнсәктән Рәйлә апай Йәнбирҙина, уңған килендәр Лилиә Исмәғилева, Гөлиә Исҡаҡова усаҡ тирәһендә мәж килде: тәмле бутҡа бешерҙе, самауырҙар шыжлатты. Һый-ниғмәттән, төрлө ризыҡтан һығылып торған өҫтәлдәр артында байрам дауам итте. Саҡырылған ҡунаҡтар һәләттәрен күрһәтеп, йырлап-бейеп күңел асты, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етәкселәре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, фекер алышты. Тәбиғәт ҡосағында хуш еҫле сәйҙәр эсеп, бутҡанан тәғәм ҡылғас, балалар менән ауыл янындағы ҡайынлыҡҡа сыҡтылар. Һәр кем изге теләктәр әйтеп, доғалар ҡылып, ағас төптәренә бутҡа һалды, һөт ризыҡтары ҡойҙо. Шуныһы ҡыуаныслы, һәр бер сарала бала-сағаның күпләп ҡатнашыуы уларҙың илһөйәрлек рухы һеңдереп, тыуған ауылына, ер-һыуына ҡарата оло һөйөү тәрбиәһе алыуҙарына ышаныс арта.
Байрам һуңында Амангилде ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып оҙаҡ йылдар эшләп, яңыраҡ йәмәғәт вазифаһын икенсе кешегә тапшырған Венера Мансурова үҙенең ун йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
— Беҙҙең биләмәлә боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанлаған, ҡәҙерләгән халыҡ йәшәй. Бергәләп ниндәй генә йола байрамдары, төрлө саралар, дини һәм һөнәри байрамдар үткәрмәнек. Бөтә башланғыстарҙы элеп алған, арымай-талмай ауылдың йәмәғәт бурысын тартҡан, ҡайнап йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәтлемен, — тине Венера Ғәлиулла ҡыҙы.
Уның эш һөҙөмтәләре ошо йылдар эсендә район гәзиттәрендә баҫылған мәҡәләләр, фотоһүрәттәр тупланған бай күргәҙмә аша асыҡ сағылды. Үҙе менән бергә эшләгән әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға Венера Мансурова рәхмәт хаттары һәм бүләктәрен тапшырып, Амангилде биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының яңы етәксеһе Лилиә Йәнбирҙина менән таныштырҙы. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етәкселәре лә уның үҙен бүләкләп, йылы һүҙҙәр менән ялға оҙатты.
Көн буйына барған матур байрам ауыл халҡының, ҡунаҡтарҙың һәм балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Киләһе йылдарҙа ла кәкүк сәйен бергәләп тәмләргә яҙһын, тигән теләк менән таралышты ололар.
Динара САФИУЛЛИНА.