Бөтә яңылыҡтар
10
Байрамдар
28 Июнь 2024, 14:43

Ауыл хужалығы эшсәндәренә дан һәм хөрмәт!

Күптәнге йола буйынса яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу менән сәсеү батырҙары, уҙған ҡышлатыу осоронда малдарҙы тәрбиәләүгә, уларҙан продукция алыуға күп көс һалған алдынғы малсылар, һауынсылар тәбрикләнә. Үткән аҙнала район һабантуйы майҙанында ошондай күркәм сара ойошторолдо.

Сараға йыйылған райондың ауыл хужалығы тармағы алдынғыларын, хеҙмәт ветерандарын район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов сәләмләне.
— Инвестһабантуй ойошторолған мәлдә сәсеү эштәре башланып ҡына тора ине, шуға күрә уңған эшсәндәрҙе — игенселәр-малсыларҙы айырым йыйып тәбрикләргә ҡарар иттек. Яҙғы баҫыу эштәре тулыһынса тамамланды һәм уны сифатлы итеп башҡарыуға бөтә көсөн һалған механизаторҙарға, фермерҙарға, хужалыҡтар етәкселәренә оло рәхмәтемде еткерәм. Кәрәкле, шул уҡ ваҡытта ауыр хеҙмәтегеҙ менән район, республика, тотош ил үҫешенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Бына ошо арала тәүге квартал буйынса һөҙөмтәләр билдәле булды. Күп кенә позициялар буйынса уҙған йыл күрһәткестәренән 10-12 процент үҫеш булыуы ҡыуа-ныс. Мәҫәлән, инвестициялар буйынса икенсе урынды алдыҡ, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтан керемдәрҙе ике тапҡырға тиерлек арттырыуға өлгәшеп, был тәңгәлдә өсөнсө урынды биләнек, – тине Илдар Таһир улы. — Быйыл йәй, уңай килеп, баҫыуҙарыбыҙ мул уңышы менән һөйөндөрөп, был тәңгәлдә лә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙгә өмөт ҙур.   
Артабан район башлығы яҙғы баҫыу эштәре осоронда юғары эшләнеш биргән үҫемлекселек тар-мағы хеҙмәтсәндәрен район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне, уларға «Сәсеү батыры – 2024» таҫмаһы тағылды. 2023-2024 йылғы ҡышлатыу йомғаҡтары буйынса малсылыҡ тармағында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәр ҙә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды  һәм уларға «Иң яҡшы малсы – 2024» маҡтаулы исеме бирелде. Һәм, әлбиттә, 2023-2024 йылғы мал ҡышлатыуҙы һәм яҙғы баҫыу эштәрен сифатлы башҡарып сыҡҡан ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡ-тары етәкселәре лә бүләкһеҙ ҡалманы, уларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшы-рылды. 2024 йылдың 20-25 февралендә Мәскәү ҡалаһында үткән «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Ауыл ху-жалығы министрлығы экспозицияһында «Башҡор- тостан Республикаһы көндәрен» ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Яҡтыкүл» шифаханаһы коллективына Илдар Таһир улы Рәсәй федерацияһы ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хатын тапшырып үтте.  
И. Т. Нафиҡов агросәнәғәт комплексы система-һында оҙаҡ йылдар  намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм эшсәндәрҙе Башҡортостан Ауыл хужалығы Министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләне. Ә «Урал Аръяғы-Агро МТС-ы» ЯСЙ-һының производ-ство бүлеге мөдире Ишморат Ямаловҡа Рәсәй Феде-рацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Сығышының һуңында Илдар Таһир улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл хужалығы пред-приятиелары етәкселәренә, фермер хужалыҡтары башлыҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Артабан һүҙ алған район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов ауыл хужалығы эштәренә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны.
— Әлбиттә, яҙғы баҫыу эштәре ҡатмарлы шарттарҙа барҙы. Шуға ҡарамаҫтан сәсеүҙе уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Тотош алғанда, сәсеү майҙаны уҙған йылдағынан 5 процентҡа арттырылды, йәғни план-дағы 54 мең гектар урынына бөтәһе 57500 гектар тәшкил итте. Һоло менән арпа майҙандары арттырылды, борсаҡты бер мең гектарға күберәк ултырттыҡ. Беҙҙең яҡтарға ят булған чечевицаны ла үҫтерәбеҙ. Әле бына сәсеүлектәрҙе эшкәртеү алып барыла, тик бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар эшләргә ирек бирмәй, баҫыуҙарҙы ҡый баҫа. Әлбиттә, баҫыуҙарҙы эшкәртеү өсөн техника беҙҙә етерлек, көндәр арыуланыу менән эште атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам. Ер эшенә тоғро, тырыш эшсәндәребеҙ менән мул уңыш үҫтереп алырыбыҙға шик юҡ, көндәр генә торһон, — тине Ғәлим Наил улы байрам уңайынан ауыл хужалығы тармағы етәкселәренә, фер-мерҙарға, игенселәргә иң изге теләктәрен еткереп.
Башҡортостан Республикаһы үҙйөрөшлө маши-наларҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының район буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы Ҡасим Тайсин тех-никаны яҙғы баҫыу эштәренә һәм техник тикшереүгә сифатлы әҙерләгәне өсөн «Әбйәлил сорт участкаһы» ЯСЙ-һы инженеры Федор Гусевты, «Урал-Агро» ЯСЙ-һы етәксеһе Андрей Рахаевты һәм крәҫтиән-фермер башлығы Тимур Сәйәховҡа комитеттың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Сара район мәҙәниәт һарайы артистарының дәртле сығышы менән үрелеп барҙы. Игенселәр матур ял итеп, алда торған эштәргә көс-дәрт алып таралышты.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА. 

Читайте нас: