Йола буйынса ҡунаҡтарҙы ауыл осонда йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Көндөң эҫелегенән сарсаған ҡунаҡтар тәмле ҡымыҙҙан, күпереп торған буҙанан ауыҙ иткәндән һуң танымаҫлыҡ булып матурайған ауыл буйлап киттеләр. Ауылда иң ҙур һәм боронғо булған урам осонда Шафиҡовтар йорто алдында әҙерләнгән һәм аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәлдәге тәғәмдән ҡунаҡтар ауыҙ итеп, сәй эсеп, юлдарын дауам итте.
Байрамдың ойоштороу комитеты ағзаһы, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, Салауат мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Вәсилә Амангилдина ауыл тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап, һәр өйҙә йәшәгән ауылдаштары, уларҙың тормошо, йәшәйеше, балалары тураһында ла тулы мәғлүмәт бирә барҙы, баҡыйлыҡҡа күскәндәр хаҡында күңелендәге йылы хәтирәләр менән бүлеште.
Артабан байрамға килгәндәр һуғыш ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған һәм әүҙем йәмәғәтсе Клара апай Абдуллина көсө менән яңыртылған обелиск янында туҡталды. Имам Рафиҡ ағай Шәйәхмәтов батырҙар рухына аят бағышлағандан һуң, обелискыға сәскәләр һалдылар.
— Бөгөн немец илбаҫарҙары еребеҙгә баҫып ингән көн. Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы тар-мар итеп, илебеҙгә тыныслыҡ яулаған яҡташтарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шулай уҡ Афғанда, Чечняла интернациональ бурысын үтәгәндәр хаҡында ла хәтер мәңгелек. Ватанын һаҡлап, махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарҙың батырлығы тиңһеҙ, — тине Чечен яуын үткән ветеран, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны Рамил Амангилдин.
Бөгөн яу яланынан ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан Тупаҡ егете Салауат Хөснийәров менән Ҡужан кейәүе, Асҡарҙан Радик Сафин үҙҙәренең сығышында нацизмды тар-мар итеп, Тыуған илгә еңеү менән ҡайтырбыҙ, тип вәғәҙәләне.
Киләһе туҡталыш — ун бер балаға ғүмер биргән, 93 йәшлек Герой-әсә Рәхимә Мостаҡованың йорто алдында булды. Өҫтәл түрендә Рәхимә инәйҙең үҙен күреү күптәр өсөн оло ҡыуаныс бул-ды. Мостаҡовтарҙың ул-ҡыҙҙары ауыл-даштарын бишбармаҡ менән һыйлап, гармун көйөнә бейетеп оҙатып ҡалды.
Тағы ла ошо урамда Рәмис һәм Рәми-лә Задиндар йорто алдында ҡуйылған өҫтәлдәге аш-һыуҙан да ауыҙ иткәс, барыһы ла Яр буйы урамын үтеп, Йәштәр урамына юл алды. Дамир һәм Сара Бай-буловтар йорто алды боронғоно хәтер-ләткән мөйөш булдырылыуы менән айы- рылып торҙо: ҡаралтылар менән урын-дыҡ ҡуйылған, ошонда уҡ сәңгелдәге лә элеүле тора, ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләнгән ине.
Ауылдаштар байрамына ҡайтҡандар барыһы ла бергәләп байрамдың икенсе өлөшө үтәсәк Иҫке ҡыштау тип аталған аҡланға юл алды.
Аҡлан һабантуй яланын хәтерләтә ине: бындай байрамдарҙа ғәҙәттә ҡуйыл-ған сауҙа рәттәре, сәхнә, спорт майҙан-сыҡтарынан башҡа тирмәләрҙең күплеге хайран итте. Тирмәләр янында усаҡ яғылған, ҡаҙандарҙа ит бешә, самауырҙар боһорап ҡайнай. Һәр ғаилә үҙенең нәҫел-нәсәбен йыйып, ҡунаҡ итеүгә ихлас әҙерләнә ине.
Сәхнә янында ауылдың иң күркәм ғаиләләрен сағылдырған, барыһына ла өлгө булған ғаиләләр фотоһүрәттәренән стендтар иғтибарҙы йәлеп итте.
Байрамға йыйылғандарҙы беренсе булып район башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне.
— Күренекле яҡташыбыҙ Ғәле ағай Ишбулатов башланғыс һалған байрам бөгөн республиканан ситкә лә киң таралған. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы бер яҡтан туғандар менән осрашыу, ауылдаштар менән күрешеү, туғанлыҡ ептәрен барлап, нығытыуға булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан һәм, иң мөһиме, уның ауылдарҙы төҙөкләнде-реүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарғанһығыҙ, ауыл матурайып ҡалған, буяу теймәгән бер генә йорт, ҡапҡа ла ҡалмаған. Бының өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Байрам матур үтһен, — тине Илдар Таһир улы һәм ауылға 30 мең һумлыҡ сертификат бүләк итте.
Әйе, ысынлап та, төҙөкләндереү йәһәтенән күп эштәр эшләнгән. Ауылдың ике осонда ла стела ҡуйылған. Ауыл урамдары юлдарына ҡырсынташ түшәлгән. Зыяраттың кәртәһенең серегән бағаналары алмаштырылған, иҫкергән ҡоймалары яңыртылған, кәртәһе ту-лыһынса буялған, унда инеү өсөн ике ҡапҡа эшләнгән. Клубтың баҡсаһы, оло юл буйлап ауылды уратып алынған штакетниктар ҙа сағыу төҫ менән балҡып тора. Автобус туҡталышына күтәрелгән урында элекке иҫке ағас баҫҡыс урынына замансалап тимерҙән эшләп ҡуйғандар. Шулай уҡ урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә ауыл урамдарының яҡтыртылыуы ла байрамға ҙур бүләк булған. Ауыл эсендәге скверҙағы тирәктәрҙе тигеҙләп ҡырҡып, тәрбиәләгәндәр. Ауыл янындағы тау битендәге «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» яҙыуын яңыртып, ағартып ҡуйғандар. Ауылдың урамдарын, тирә-яғын, йылға ярҙарын таҙартыу, кәртә, тыҡрыҡ буйҙарындағы сүп үләндәрен сабыу буйынса өмәләр үткән.
Һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын тө-ҙөкләндергән, буяған, ағартҡан, ҡапҡа-ларын, рәшәткәләрен яңыртыусылар ҙа бар, өй ҡыйығын, тәҙрәләрен алмашты-рыусылар ҙа күп булған. Һәм был эштәрҙә ҡатнашҡан ауыл халҡының ғына түгел, ситтә йәшәүсе ауылдаштарының да ярҙамы менән ауыл танығыһыҙ булып үҙгәргән.
Ауылдағы ыңғай яҡҡа үҙгәрештәрҙе район мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева ла билдәләп үтте. «Ҡунаҡ ҡаршылауға ихлас әҙерләнеүегеҙ күре-неп тора. Һәр саҡ ауылығыҙ шулай матур, таҙа булһын. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ил-йортҡа именлек теләйем», тигән һүҙҙәренә ҡушып Вәсилә Сәғит ҡы-ҙы бүләген — ун мең һумлыҡ сертифи-катты балалар баҡсаһына тапшырҙы.
— Атайсалығыҙҙы онотмағыҙ, атай нигеҙен һыуытмағыҙ, форсат сыҡҡан һайын тыуған ауылығыҙға ҡайтып, хәлегеҙҙән килгәнсе ярҙам итегеҙ, — тигән теләктәрен еткерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин.
Район Советы депутаты Зариф Абдуллин ауылдаштарын байрам уңа-йынан тәбрикләп, осрашыуға ихлас әҙерләнгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Абдуллиндар исеменән фельдшер-акушерлыҡ пунктына 10 мең һумлыҡ сертификат бүләк итте.
Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Земфир Арғынбаев ҡужандар-ҙың берҙәмлеге, дөргөнлөгө, татыулығы менән айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ауылды осрашыуға әҙерләү маҡсатында өмәләрҙә дәррәү, берҙәм ҡатнашҡан ҡужандарға маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байра-мында уға әҙерлек барышында ойошто-ролған конкурстарҙа еңеүселәрҙе тәбрик- ләү матур йола. Ҡужандар ҙа ниндәй генә номинация уйлап тапмаған, ауылда һәр ғаилә ниндәйҙер бер номинацияла бил-дәләнмәй ҡалмағандыр ул. Күп йылдар бергә бәхетле ғүмер кисергәндәрҙе «Бәхетле парҙар» номинацияһында билдәләнеләр. «Минең ғаиләм — минең байлығым» номинацияһында күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр бүләкләнде. Ауылда нигеҙ ҡорған йәш ғаиләләр «Ғаиләм-ҡәлғәм» номинацияһын алды. Атай нигеҙендә төпләнеп, матур итеп донъя көткән ауылдаштары ла бүләкһеҙ ҡалманы. Һәр кемгә ярҙам итергә әҙер булғандарға «Миһырбанлы ғаилә» но-минацияһы бирелде.
80 йәште үткән, башҡаларға үрнәк булып өлгөлө ғүмер кисергән инәй-апалар ҙа, татыу ҡәйнә-килендәр ҙә, ауылдың иң оло кешеһе, иң йәш граж-даны ла ситтә ҡалманы. Быйыл мәктәпте миҙалға тамамлаған Рәзинә Амангилдина махсус бүләккә лайыҡ булды.
Афған, Чечен яуын үткән хәрби хәрә-кәттәр ветерандарын да сәхнәгә саҡы-рып тәбрикләнеләр. Илебеҙ тыныслығы өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнаш-ҡандарҙы исемләп телгә алып, ихтирам йөҙөнән уларҙың туғандарына бүләктәр бирҙеләр.
Төрлө байрам-сараларға даими бағымсылыҡ иткән, ауыл клубы янындағы фольклор төркөмөнә сәхнә күлдәктәре тектереп биргән изге күңелле Әлфиә Мажинова-Задинаны «Мәрхәмәтле ке-ше» тип нарыҡланылар.
Шулай уҡ «Өлгөлө йорт», «Оҫта ҡулдар» һәм башҡа бик күп номина-циялар еңеүселәренә бүләк тапшырылды.
Спорт майҙансыҡтары ла буш тор-маны: берәүҙәр командаларға бүленеп волейбол һуҡты. Икенселәр уҡтан атып, мәргәнлектә көс һынашты, гер күтәреүҙә үҙҙәрен һынағандар ҙа күп булды, самбо иң көслөләрҙе асыҡланы, күңелле старт-тар ҙа ойошторолдо. Спорт уйындарында ҡатнашҡандар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Әлбиттә, еңеүселәргә бүләк улар ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға һәм бағымсыларҙың ярҙамы менән алынған. Шуға ла байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ иткән бағыусыларға исемләп, хөрмәтләп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Байрамға туғандары менән күрешергә, ауылдаштары менән осрашырға ҡайтҡандар ҙа бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, бүләктәрен бирҙе, йырлы-моңло күстәнәстәренән «ауыҙ иттерҙе».
Сара ауылдың һәүәҫкәр артистарының дәртле сығыштары менән үрелеп барҙы.
Күңелле тауыштар, моңло йырҙар аҡланда кискә тиклем яңғыраны, унан инде байрам клубта дауам итте, таңға тиклем гармун, баян, ҡурай көйҙәре тынманы...
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.