Ысынлап та, Иҙәш ауылының ултырған ере бик матур һәм тарихҡа бай. Ғорур баҫҡан Бәләҡаҙа йәки Бейәҡаҙа тауын республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә күптәр беләләр. Йыл да дельтапланеризм менән шөғөлләнеүсе спортсыларҙың яратҡан төйәгенә әйләнә ул. Тау битендә ҡарағас, ҡайын, уҫаҡ ағастары, селек, төрлө сәскәләр һәм шифалы үләндәр (ҡымыҙлыҡ, йыуа, мәтрүшкә, умырзая, ҡанүлән) үҫә. Емеш-еләккә лә, йәнлеккә лә бай Бейәҡаҙа. Тау итәгендәге «Ете ҡыҙ ташы» ла, тауҙағы таш карьеры ла — төҙөлөш өсөн кәрәкле, бай материал. Элек бында балсыҡтан кирбес һуҡҡандар.
Бейәҡаҙаның тағы ла бер сихри урыны — Киндер шишмәһе. Уның һыуы ғәжәйеп көскә эйә. Ҡыш көнө ул туңмай, ә йәй көнө бик һалҡын була. Элек бында киндер күп үҫкән, киндер һуҡҡандар. Шуға ла Киндер шишмәһе тип атағандар. Ололар Киндерҙең һыуы бик файҙалы ти. Киндер шишмәһе Иҙәш йылғаһына ҡушыла, ә Иҙәш Оло Ҡыҙылға ҡоя. Был шишмә буйында тал, муйыл, һирәк осрай торған ерек ағасы үҫә.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ауылға ингән ерҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар милли кейемдәрҙә таҡмаҡтар әйтеп ҡаршы ал-ды. Артабан иһә ауылдаштар байрамы-ның ойоштороу комитеты рәйесе Нәсих Абдуллин ҡунаҡтарҙы ауылдың урамда-ры, тарихи урындары, әүҙем кешеләре менән таныштырҙы. Ул әйтеүенсә, осра-шыуға халыҡ ихлас әҙерләнгән. Байрам алдынан ауыл халҡы үҙенең йорт-ҡура-һын, ихатаһын төҙөкләндергән, яңыртыл-маған бер ҡапҡа, буялмаған бер ҡойма ҡалмаған. Ҡайҙан аҡса тапҡандыр ауыл кешеһе, әммә осрашыуҙы һәр кем үҙ йор-тон сәскәләй матурлап, урамдарын төҙөк-ләндереп, ҡунаҡтарын саҡырып ҡаршы- ланы. Әйткәндәй, бында уҙған йылда, «Аныҡ эштәр» программаһына ярашлы, балалар майҙансығы булдырылған. Бөгөн ул кескәйҙәрҙең генә түгел, ата-әсәләр-ҙең дә яратҡан урынына әйләнгән.
Иҙәш ауылы райүҙәктән 12 саҡрым арауыҡта ята. Бында бөгөн мәҙәниәт уса-ғы, фельдшер-акушер пункты эшләп килә. Ауыл клубын күп йылдар Роза Хажиәх-мәтова етәкләй, ә фельдшер Гөлфиә Таһи-рова Мәхмүт ауылынан йөрөп эшләй. Ҡасандыр башланғыс мәктәбе булған ауыл-да балалар һаны кәмеү сәбәпле, мәктәп ябылған, бинаһы ла ҡурҡыныс хәлдә булған. Район Советы депутаты Йәмил Баймырҙиндың ярҙамы менән осрашыуға бинаға тулыһынса ремонт яһалған, бина өр-яңынан күркәм төҫ алған. Йәмил Ра-фиҡ улы әйтеүенсә, ауылда магазин юҡ, урындағы халыҡ күрше Рауил ауылына йәки райүҙәккә йөрөргә мәжбүр. Бәлки, кемдеңдер теләге булһа, магазин асып ауыл халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итһә тигән ниәт менән ремонт эшләгән.
Һәр урам ҡунаҡтарҙы йыр-моң, мул табын менән ҡаршыланы, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә обелискыға веноктар ҙа һалынды. Фәрхизә инәй Ихсанова милли аш-һыуы менән йырлай-йырлай сәй эсерһә, Илмира һәм Ринат Хәсәновтар (фотола) ихатаһы алдында гармун моңо яңғыраны. Әйткәндәй, улар бынан 18 йыл элек Иҙәш ауылына күсеп килгәндәр. Рус телендә аралашһалар ҙа, башҡорт телен дә берҙәй яратып өйрәнәләр, ауылдағы өмәләрҙә ҙур теләк менән ҡатнашалар. Сынъяһау итеп ҡорған донъялары ла әллә ҡайҙан балҡып ултыра уларҙың. Икеһе лә Магнитогорск металлургия комбинатына йөрөп эшләйҙәр, ике ул тәрбиәләйҙәр.
64 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлын уҙған Клара һәм Нурмөхәмәт Ихса-новтарҙың йорто алдында ла һый-хөрмәт күрһәтелде. Бынан биш йыл тирәһе элек күркәм матур өйҙәре күҙ асып йомған арала көл-күмергә әйләнгән. Тиҙ арала балалары ярҙамы менән Ихсановтарҙың нигеҙенә бынамын тигән йорт күтәрелгән. Ололар икеһе лә дин юлында. Ауылдың аҡһаҡалы булған Нурмөхәмәт апа йәмә-ғәт эшендә иң әүҙеме булһа, Клара инәй ҙә йәштәргә нәсихәт биреүсе.
Улдары Зариф бөгөнгө көндә Украи-нала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Мәғәфүрә һәм Шәриф Кин-йәбулатовтарҙың ғаиләһен телгә алмаһаҡ яҙыҡ булыр. Күп балалы, татыу ғаиләнең иң өлкән ҡыҙҙары Әлфиә лә ярты йыл самаһы үҙ теләге менән Украинала шәф-ҡәт туташы булып эшләп ҡайтҡан. Яралы-ларға беренсе ярҙам күрһәткән, ҡулынан үткән һәр һалдатҡа йәшәү һулышы өргән.
Артабан иһә ҡунаҡтар матур Иҙәш йылғаһы буйында урынлашҡан аҡланға ағылды. Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарҙы бергә туплау сараның төп маҡсаты булһа, икенсе яҡтан фәҡәт ауыл өсөн дә файҙалы яҡтары күп булыуын билдәләне.
Район хакимиәте башлығы Илдар На-фиҡов байрам менән ҡотлап: «Ауыл бә-ләкәй генә булһа ла, был ауылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һаны күп. Алтауһы ла үҙ теләге менән нацизмды ҡороторға юлланған, — тип иҙәштәрҙең илдә барған ҡатмарлы хәлдәргә битараф булмауҙарын билдә-ләне ул. — Киләсәктә лә ауыл төҙөклөгө, эшсән халҡы менән дан тотһон. Ауылды күтәреп, йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйем. Өмәләрҙә, дөйөм йыйылыштарҙа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла улар әүҙем. Ауылдаштар менән осрашыуға әҙерлеккә лә ихлас ҡушылып, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән».
Район Советы секретары Булат Ис-ламбаев иҙәштәрҙе байрамдары менән тәбрикләп, район хакимиәте исеменән 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡар-ма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин халҡыбыҙҙың сәнғәтен һәм йолаларын, мәҙәниәтен үҫтереүҙә, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Таһир Иҙрисов, Нуриҙә Ихсанова, Роза Хажиәх-мәтова, Шәфҡәт Кәримов, Вәсилә Шәри-пова һәм Нәсих Абдуллинға район башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.
Матур байрам йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Сәхнәгә күтәрелгән һәр кем тыуған ауылының үҙҙәренең тор-мошонда ниндәй роль уйнауы хаҡында бәйән итеп, ауылдаштарын тағы ла бер-ҙәм, татыу һәм матур йәшәргә саҡырҙы.
Шулай ҙа сараның иң тулҡынландыр-ғыс мәле конкурстарҙа еңеүселәрҙе билдәләү булғандыр, сөнки һәр ғаилә осрашыуға етди әҙерләнгән, нисек тә ауылдаштары алдында йөҙ ҡыҙартҡыһы килмәгән, сәм һәм дәрт менән бар эште атҡарып сыҡҡан. Ғаилә йылы айҡанлы «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында Мәғә-фүрә һәм Шәриф Кинйәбулатовтар, Фәр-хизә Ихсанова, Гөлнур һәм Хаммат Ди- нисламовтар, Роза Хажиәхмәтова, Гүзәл һәм Шәфҡәт Кәримовтарҙы ҡотланылар. Артабан «Өлгөлө йорт» номинацияһында Клара һәм Нурмөхәмәт Ихсановтар, На-жиә Фәттәхова, Мәүлиха һәм Нәсих Аб-дуллиндар, Гөлсәсәк һәм Вәзир Абдуллин- дар, Айһылыу Кәримова, Вәсилә һәм Заһит Шәриповтар, Нуриҙә һәм Самат Хисмәтовтар еңеүсе тип табылды. «Уҡы-тыусы-ветеран. Остаз» номинацияһы мәғариф ветераны Зәйтүнә Шәриповаға тапшырылды. «Татыу ғаилә» исеменә Фәрзәнә һәм Инйәр Исламовтар, Әлмира Иҙрисова, Гөлйөҙөм һәм Өлфәт Динисла-мовтар, Сәлиә һәм Данил Ихсановтар лайыҡ булды, ә «Оҫта баҡсасы» булып Ра-зия Хәсәнова танылды. «Матур йорт» номинацияһында Клара Сафина, Нәфисә Ихсанова, Сәимә Иҙрисова, Ринат һәм Рәйсә Хафизовтар, Земфира Ҡужина еңеүселәр тип табылды. «Матур ихата» тотоусы Ринат һәм Илмира Хәсәновтар. «Әүҙем ғаилә» номинацияһында Инна һәм Альберт Ишморатовтар, Гөлгөнә Ҡа-раҡаева, Гөлфиә һәм Артур Сафиндар, Ғәлиә һәм Денис Иҙрисовтар еңеүсе бул-ды. Ауылдың иң оло ағинәйе Ғәйнисафа Кинйәбулатова, иң йәш гражданы Сәмир-хан Иҙрисов та бүләкһеҙ ҡалманы. Ғаилә йылында матур ғаилә ҡорған Зарина һәм Дим Ихсановтар (әйткәндәй, Дим махсус хәрби операцияла), алтмыш йылдан ашыу татыу ғүмер иткән Клара һәм Нурмөхә-мәт Ихсановтар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Спорт ярыштары ойошторолған май-ҙанда ла халыҡ гөр килде! Үҙ теләге ме-нән махсус хәрби операцияға юлланған Вадим Атауллин үҙенең исеменә гер спорты буйынса ярыш уҙғарһа, ауыл Советы депутаты Шәфҡәт Кәримов атаһы Рәфҡәт Хәлил улы һәм улы Илфат Шәфҡәт улы иҫтәлектәренә милли көрәш буйынса ярыш үткәрҙе. Бәләкәйҙәр һәм өлкәндәр араһында барған ярышта төп бүләк – тәкәне Йәлил Шәрипов (бәләкәйҙәр араһында) һәм Динир Хажиәхмәтов (өлкән-дәр араһында) алды.
Туғандарҙы бергә туплаған, дуҫтарҙы осраштырған байрам бер тынала үтеп тә китте, ауылдаштар йышыраҡ осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.