Был ҙур сараға әҙерлек алдан башланды. Һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны, ҡоймаларын алыштырҙы. Кәртә, тыҡрыҡ буйҙарындағы сүп үләндәрен утаны, сапты. Ситтә йәшәгән туғандарын, яҡындарын, бала саҡ дуҫтарын саҡырып, хат-хәбәр ебәрҙе. Әммә һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле, осрашыуҙан бер көн алда ойоштороу комитеты тарафынан ауылда йыйылыш уҙғарыла. “Биш йылға бер килгән байрамды ямғыр яуа тип тотҡарландырмайбыҙ ҙа, датаһын да күсермәйбеҙ,” – тиҙәр бер һүҙҙән ауылдаштар. Һәм тәпәндәр, ысынлап та, һүҙендә торҙо.
Иң тәүҙә халыҡ ауыл осона йыйылды. Унда уларҙы Рауил ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Абдулла Солтанов һәм тәпәндәр сәләмләне. Ул тәпәндәрҙең берҙәмлеге, татыулығы менән айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өмәләрҙә, йыйы- лыштарҙа ла улар бик әүҙем. Ауылдаштар менән осрашыуға әҙерлеккә лә бөтәһе лә ҡушылған. Бер-береһенә ихтирамлы, кеселекле, ихластар.
Ойоштороу комитеты рәйесе, ауылдың старостаһы Әкрәм Рәхмәтуллиндың оҙатыуындағы делегация автобус менән урамдар буйлап үтте, һәр бер йорт хужалары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирелде. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ өсөн эшләгән һәм хеҙмәт иткән билдәле кешеләр төйәге. Мәҫәлән, дәүләт, ауыл хужалығы һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ һәм сәйәсәт белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хәйҙәр Вәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, Почет билдәһе ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы кавалеры Мөнир Мансуров, “Березка” ял йорто директоры, район Советы депутаты Иршат Малыбаев, Өфө ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалығында юрист булып хеҙмәт итеүсе Хәйҙәр Мортазин һәм бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған ауылы. Улар араһында атҡаҙанған уҡытыусылар, бөтә ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған табиптар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, эске эштәр бүлегендә эшләүселәр ҙә бар.
Ауыл буйлап сәйәхәт ҡыл- ғанда ошондай мәғлүмәттәргә эйә булдыҡ. Бөгөн Тәпәндә мәҙәниәт йорто, башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, 1 магазин, мәсет эшләп килә. Мәҙәниәт йортон Әлфинә Дауытова етәкләй, ауыл халҡының һаулығы һағында тороусы, Ишҡолдан йөрөп эшләүсе фельдшер Айгөл Әхмәтйәнова ла тырышып хеҙмәт итә. Урындағы башланғыс мәктәптә үткән уҡыу йылында берешәр баланан торған 3 класс булған, уҡытыусы Лилиә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, балалар һаны йылдан-йыл әҙәйә. Халыҡты иман юлына әйҙәүсе имам-хатип – Вадим Әбделкәримов. Магазинды Ишҡол ауылынан эшҡыуар Әнүзә Адылова тота.
Ауылда берҙән-бер фермер Венер Мансуров, ә инде йылҡы малын үрсетеүсе хужаларҙың үҙ саңдауҙары бар. Яңы йорт һалыусы Раян Ҡадиров, Иҙел Хөснуллинды, төп йортҡа ҡайтып туғандарын өйөп йәшәп ятҡан ауыл ҡыҙҙары Әнүзә Аллаярова, Зилә Юдинцова, Ғәлимә Сөләймәнованы ла телгә алдылар. Тырышып донъя көтөүсе, йорт-ҡураһын һәр саҡ тәртиптә тотҡан, балаларын үҫтереп эйәле-башлы иткән Роза Хәлилова, Зифа Саниева, Йомабикә Әхмәҙиева, Сания Ғәлиуллина, Нәзирә Низамова, Рәйсә Заһитова хаҡында ла һүҙ булды. Туғанының ҡыҙын үҙ балаһылай күреп тәрбиәләгән Таһир һәм Сәлимә Вәлиевтар һәм оло йәштәге аталарын яңғыҙ итмәй, мәрхәмәтлек һәм ярҙам күрһәткән Әхәт һәм Гөлгөнә Вәлиевтар тураһында ла әйттеләр. Үрҙә яҙылғандарҙың һәр береһенә сараның тантаналы өлөшөндә бүләктәр та- ратылды.
Украинала барған хәл-ваҡиғаларға битараф ҡалмаған, һалдаттар өсөн борсолмаған кеше юҡтыр. Тәпән ауылы ла бәләкәй генә булһа ла, ҡыҙыу тарафта хеҙмәт итеүселәр күп. Контракт хеҙмәте һәм үҙ теләге менән яу яланына юлланған Хәмитйән һәм Флүрә Мортазиндарҙың улдары Тимур һәм Раян, Хәниф һәм Әнүзә Шаһморатоваларҙың улдары Салауат, Зилә Шәрипованың улы Ирек, өлөшләтә мобилизацияға эләккән Динара Хәлилованың улы Радмир, Илнур Мәхмүтов, Илдус Зәйнуллин тураһында ла һөйләнеләр. Шулай уҡ ошо ауыл егете, әлеге мәлдә ғаиләһе менән Ҡужан ауылында йәшәүсе Динис Хәбировты ла билдәләнеләр делегация ағзалары.
Бөйөк Ватан һуғышы йыл- дарында тораҡ пунктынан 44 кеше фронтҡа оҙатыла. Бөгөн яугирҙәрҙең береһе лә иҫән түгел. Әммә улар тураһында яҡты иҫтәлек – һәр ваҡыт яҡташтарының күңелендә. Осра- шыуға килеүселәрҙең дә бөтәһе лә иң башта һуғыш ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында туҡталып, яҡындарын иҫкә алды.
Байрамдың икенсе өлөшө ауыл халҡының яратҡан урыны – күпер аръяғындағы аҡланда дауам итте. Һәр ғаилә үҙенең нәҫел-нәсәбен йыйып, түңәрәк табын ҡорҙо, йылы хәтирәләргә бирелде.
Сараның тантаналы өлөшөн- дә Абдулхай Исмәғил улы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамының ауыл өсөн әһәмиәтле яғы күп булыуын билдәләп, күсмә вымпелды Дәүләтша ауылына тапшырыуҙан башланы. Унан һуң ауылдаштар байрамын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҙур өлөш индергән- дәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ байрам көнөндә матур юбилейын билдәләүсе ауыл старостаһы, халыҡты әйҙәүе, яңы эшкә дәртләндерә белеүе менән күптәргә өлгө булған Әкрәм Рәхмәтуллинға район хакимиәтенән Почет грамотаһы, Рауил ауылы биләмәһенән Рәхмәт хаты тапшырылды.
Муниципаль контроль секторы мөдире Нияз Ҡарабандин тәпәндәрҙе матур сара менән ҡотланы һәм 30 мең һумлыҡ сертификат һәм үҙенең исеме- нән мәсеткә финанс ярҙам тапшырҙы. Йәмәғәт палатаһынан Таңһылыу Ирғәлина йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған ғаиләләргә – Әкрәм һәм Лилиә Рәхмәтуллиндар, Әлфинә һәм Заһир Дауытовтар, Вәли һәм Гөлбинә Заһитовтар, Вәхит һәм Фәрүәз Тулыбаев- тарҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Байрамдың күңелле өлөшө шулай ҙа бүләкләү тантанаһы булғандыр. Был көндә ауылдың иң оло кешеһе Шәйхиә Шаһморатова, иң бәләкәй гражданы Илшат Әлимғужин билдәләнде. Тыуған төйәге өсөн ғүмер буйы янып-көйөп, яратҡан эштәренә тоғро ҡалып, хәҙер хаҡлы ялда булыусы ололар – Мөнир Мансуров, Фәтих Вәлиев, Зәйтүнә Шәрипова, Мәрйәм Мортазина, Сәғиҙә Саниева, Разия Моста- фина, Мәрйәм Әбүбәкирова, Зөбәйлә Ғөбәйҙуллина, Гөлнур Хәсәнова, Милләт Низамов, Һылыубикә Шаһморатовалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Ғаилә йөгөн бергә тартып, бер-береһен аңлап, ихтирам итеп йәшәүсе ғаиләләр ҙә сәхнәгә күтәрелде. Улар араһында ярты быуат бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап йәшәүсе Хәйрулла һәм Сәфинә Саниевтар, Хәсән һәм Кифая Шаһморатовтар, Миңлебай һәм Нәйлә Хоҙайбиргәновтар, Ишморат һәм Зифа Саниевтар, Басир һәм Һөйәрбикә Низамовтар, Мирас һәм Рәйлә Хәсәновтар, Урал һәм Әлфиә Хәсәновтар, Хәмитйән һәм Флүрә Мортазиндар ҙа бар. “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалына лайыҡ булыусы, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүсе, шулай уҡ күп бала тәрбиәләүсе Радик һәм Гөлсинә Мофаззаловтар, Ташбулат һәм Суфия Шакирйәновтар, Рәхимйән һәм Гөлсинә Хоҙайбиргәновтар, Таңһылыу Дауытова, шулай уҡ атай нигеҙен ҡоротмайынса ауылда төпләнеп ҡалған, яңы өйләнешкән йәш ғаилә Динир һәм Нурия Мансуровтар ҙа сәхнә түренә саҡырылды.
Ауылдың төҙөкләндереү, буяу-аҡтау эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар Зәкиә Мортазина, Сәлимә Мортазина, Әлфинә Дауытова, Гөлгөнә Заһитова, Гүзәл Ҡадырова, Вәлиә Түлебаева, Рәмилә Сафина, Альбина Мансурова, шулай уҡ күркәм юбилейҙарын бил- дәләүсе Сәрүәр Тулыбаева, Рима Ялмырҙина, Әкрәм Рәхмәтуллин, Фәниә Батыршиналарға ла бүләктәр тапшырылды.
Тамашасылар тәпәндәрҙең “Томбойоҡ” ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбленең, Рауил, Ишҡол ауылдарының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр йырсылары – Фәнис Ҡаһарманов, Исмәғил Хәлисов, Әлиә Ғүмәрова, Альбина Боҫҡонова, Айгөл Ишбулатова, Айгизә һәм Миңзәлә Фазыловаларҙың, ошо ауыл ҡыҙы Зөлфиә Заһитованың моңло йырҙарын тыңлап кинәнһә, Зәлиә Тулыбаева, Розалина Хәсәнованың матур бейеүҙәрен ҡарап һоҡланды.
Аҡланда шулай уҡ әрме сафында һәләк булған Илдар Шәрипов иҫтәлегенә туғандары (Шәриповтар, Яҡуповтар) милли көрәш, ҡул көрәше буйынса ярыш үткәрҙе. Илдарҙың тренеры Хәйҙәр Мортазин да бәйгенең уртаһында ҡайнаны. Ул Илдарҙың көрәшкә оҫта булыуын, һәр ваҡыт ошо спорт төрө буйынса алдынғы урындарҙы алыуын бәйән итте. Бәләкәйҙән көрәшкән Илдарҙың ғүмере, ҡыҙғанысҡа, фажиғәле тамамлана.
Көрәштә абсолют чемпион исеменә Әсләм Хафизов лайыҡ булды. 45 килограмға тиклемге ауырлыҡта Вилдан Кәримов беренсе, Айгиз Ғәлиуллин икен- се урын яуланы. 55 килограмға тиклемге ауырлыҡта Илшат Әбдрәхимов беренсе, Шамил Заһитов икенсе, Алмаз Усманов өсөнсө урында билдәләнде. Оло ир-егеттәр араһында беренсе урын Динар Һаруновҡа, икенсе урын Иҙел Хөснуллинға бирелде.
Ҡул көрәшендә ир-егеттәр араһында Азамат Ҡадировҡа етеүсе булманы. Венер Ишбулатов икенсе, Илшат Ғәлиуллин өсөнсө урынды алды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Альбина Рәхимова беренсе урынды яулаһа, Айһылыу Ҡадирова икенсе, Гөлзифа Тулыбаева өсөнсө урынға сыҡты.
Байрамдың төп өлөшөнән һуң ҡалтайҙар, сөйөштәр, бик- сәнтәйҙәр, булдырҙар, яубаҫарҙар, шәриптәр, ҡыҙғатауҙар, ҡараңғы ауыҙҙар, ҡауҙылар, кәшендәр араларынан концерт номерҙары башланды.
Ошо “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек халыҡ байрамдары, осрашыуҙар ғаиләләрҙә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйлә- нешен нығыта, ауылдарға йәм бирә.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.