Ғәҙәттә ауылдаштар осрашыуын үткәреү билдәләнһә, берәүҙәр ихлас риза булып, шунда уҡ кәртә-ҡураһын йүнәтеүгә тотонһа, төрлө һылтау табып, ҡаршы булғандар ҙа һәр ерҙә осрай. Шулай ҙа ауылдың бер осонда өйҙәр матур буяуҙарға мансылып, балҡып китһә, ауыл халҡы кем уҙарҙан төҙөкләндереүгә тотона һәм һанаулы ғына ваҡыт эсендә ауыл танымаҫлыҡ булып матурая.
Нияҙғол ауылы ла ҡунаҡтарҙы ҡуп- шыланып ҡаршы алды. Бөгөн ауылдағы илленән ашыу өйҙә тормош гөрләп торһа ла, тиҫтәгә яҡын йорт буш тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төҙөкләндерел- мәгән-буялмаған йорттар, баҡса рәшәт- кәләре, ҡапҡалар ҡалмағандыр, ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡайтып, атай йортон тәртипкә килтерҙеләр.
Һәр ауыл биләмәһендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәргән ауылға иғтибар бүленә һәм төҙөкләндереү эштәрендә ярҙам күрһәтелә.
Нияҙғол ауылында, мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә быйыл балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәлгән, әйтеүҙәренсә, был эш дауам ителәсәк. Медпункт менән клуб биналары ла тәртипкә килтерелгән. Балалар һаны аҙ булыу сәбәпле ябылған башланғыс мәктәбе бинаһы ла байрамса төҫ алған. Ауылға ингән урында стелла ҡуйылған, уны ауылдың оҫта ҡуллы иретеп йәбештереүсеһе, Ташбулат ауыл Советы депутаты Данил Ҡараҡаев эшләгән, Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән ауылдаштары Айһылыу һәм Рафаил Сәғәҙәтовтар буяп, ауылдың исемен яҙып ҡуйғандар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙартмаҫлыҡ итеп әҙерләнгән нияҙғолдар.
Байрамға килгән, осрашыуға ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы ауыл нигеҙен һаҡлағандар ҡаршы алды. Һәр ерҙә ҡунаҡтарға һый-хөрмәт күрһәтелде: ҡунаҡсыл нияҙғолдар буҙаһын да ҡойған, ҡымыҙы ла бар, самауырҙары ла ҡайнап ултыра, йыуасаһы, ҡыҙыл, аҡ эремсеге, талҡаны, сәк-сәксәге, ите, ҡаҙыһы, тултырмаһы, төрлө бәлештәре... һанап бөтөрөрлөк тә түгел.
Төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар иң элек Әхәт һәм Зилә Ғибәҙәтовтар әҙерләгән өҫтәл янында туҡтаны. Төрлө ризыҡтан ауыҙ итеп, хәл йыйып алғас, ауыл буйлап сәйәхәт Урал батыр урамынан башланды. Ваҡытында Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоздың ғына түгел, район, республика кимәлендә алдынғы һауынсы булып танылған, оҙаҡ йылдар Нияҙғол фермаһы мөдире булып та эшләгән, ВЛКСМ-дың ХIX һәм XX съездары делегаты, РСФСР-ҙың ауыл хужалығы социалистик ярышы алдынғыһы Йәнүзә Сәфәрғәлина-Рәхимова менән ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Рәшиҙә Мирсаева ауылдағы һәр йортта кемдәр йәшәүен, һәр ғаиләнең ҡаҙаныштары-уңыштары менән ентекләп таныштырып барҙы.
Урал батыр урамында йәшәүселәр ҡуйған өҫтәл янында ҡунаҡтар гармунға ҡушылып йырлап бейеп тә алды.
Ауылдың бригадиры, ферма мөдире лә, колхозда механик та булған, Башҡортостандың атҡаҙанған колхозсыһы Данияр Мирсаевтың йорто алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға айырыуса ихлас әҙерләнгәндәр. Аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәлдән тыш, бай концерт программаһы тәҡдим итте Мирсаев нәҫелдәре. Әйткәндәй, Мөслимә һәм Данияр Мирсаевтар (улар бөгөн мәңгелек донъяла, йәндәре йәннәттә булһын), 9 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн инде уларҙың нәҫелен балалары, ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, өс тиҫтәнән ашыу бүлә-бүләсәрҙәре дауам итә. Байрамға килгән ҡунаҡтарға Өфөнән килгән бүлә-бүләсәрҙәр тарафынан әҙерләнгән тамаша тәҡдим ителде лә инде.
Артабан Урман урамының уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Исеме есеменә тура килеп урманға терәлеп кенә урынлашҡан урамда өйҙәр күп түгел, уның ҡарауы барыһы ла ҙур, төҙөк, матур. Һыуы тулы ҡош-ҡорт йөҙгән быуа ла үҙенсә бер йәм өҫтәй урамға. “Ун йыл элек үткән ауылдаштар осрашыуында ошо урамда ғүмер иткән Фатих һәм Байрамбикә Кинйәбаевтар (хәҙер мәрхүмдәр-авт.) ҡунаҡтарҙы бишбармаҡ менән һыйланған, беҙ ҙә ошо йоланы дауам итәбеҙ” - тип ҡунаҡтарға тәмле аш тәҡдим итте “урмандар”.
Йәштәр ауылда ҡалмай, ауыл бөтә тип зарланһаҡ та, һәр ерҙә йәш ғаиләләр нигеҙ ҡора. Нияҙғолдың яңы барлыҡҡа килгән Тыныслыҡ һәм Тау урамдарында әлегә ни бары дүрт кенә өй, был урамдарҙа йорт һалыусылар артыр тигән өмөт бар. Йәш ғаиләләр матур итеп йорттар һалған, бына тигән итеп донъя көтәләр, бәғзеләре Магнитогорск ҡалаһына, икенселәре Абҙаҡ ял йортона йөрөп эшләйҙәр. Ә Алһыу менән Марат Бикетовтар фермер хужалығы ойош- торорға ниәт итеп, һыйыр малдары үрсетеүгә тотонған.
Иң һуңында ҡунаҡтарҙы Мәктәп урамы халҡы тәбрикләне. Өҫтәлгә ҡуйылған аш-һыуҙан ауыҙ итеп, шифалы ҡымыҙ, күпереп торған буҙа эсеп, һыуһынды ҡандырып алғас, барыһы ла бергәләп төп байрам саралары үткән мәктәп янындағы майҙанға йыйылды.
Ауылдың имамы, оҙаҡ йылдар райондың “Сельхозхимия” ойошмаһы етәкләгән булып эшләгән Рафаил Шириязданов Ҡөрьәндән аят-сүрәләр уҡығандан һуң, Ташбулат ауыл хакимиәте башлығы Д. Д. Таһиров һүҙ алды. Денис Дамир улы байрамға дәррәү әҙерләнгән, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан нияҙғолдарға рәхмәт белдерҙе: “Көн-төн тимәй, ихлас әҙерләндегеҙ. Уның ҡарауы ауыл күмәк көс менән күҙгә күренеп матурайҙы һәм күркәм ауылда йәшәүе үҙегеҙҙең күңелегеҙҙе күтәрә, дәрт өҫтәй. Булдыр- ған матурлыҡ та үҙегеҙгә ҡала бит”.
– “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” бай- рамын барыһы ла көтөп ала. Был көндө туғанлыҡ ептәре барлана, ауылдаштар осраша, һабаҡташтар йыйылыша. Ҡунаҡ ҡаршылауға һәр йорт әҙерләнә, һөҙөм- тәлә тотош ауыл матурая. Нияҙғолдарҙың байрамға юғары кимәлдә әҙерләнеүенә шатмын. Ауылды төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Һәр саҡ шулай әүҙем, дәртле, берҙәм булып ҡалығыҙ. Байрам менән, - тине үҙенең сығышында район Советы секретары Булат Исламбаев һәм тәбрикләү һүҙенә ҡушып, ауылға район хакимиәте исеменән 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Байрам уңайынан нияҙғолдарҙы тәбрикләргә килгән райондың ветеринария станцияһы начальнигы Хәйҙәр Мәғәфүров үҙенең бүләген медпунктҡа тапшырҙы.
– Нияҙғолдар элек-электән ауыл хужалығы өлкәһендә тырышып, сәмләнеп эшләнеләр. Йәнүзә Рәхимова Нияҙғол ауылын республикаға ғына түгел, тотош илгә танытты. Ғүмере буйына механизатор һөнәренә тоғро ҡалған Марат ағай Ғибәҙәтов “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Бөгөн хаҡлы ялда булған игенселәргә, фермала эшләгән һәм әле эшләп йөрөгән малсыларға, һауынсыларға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм, – тине оҙаҡ йылдар хужалыҡты етәкләгән, хәҙер фермер хужалығын ойошторған Әхәт Мортазин һәм ауыл хужалығы өлкәһендә тир түккән ир-уҙамандарға түбәтәйҙәр кейҙерҙе, ҡатындарға иһә сәсәкле шәлдәр япты.
Илебеҙ һаҡсылары сафына баҫып, бөгөн махсус операцияла ҡатнашҡан ошо ауыл ейәнсәре, Ташбулаттан Нәйлә Рәүеф ҡыҙы изге теләктәрен еткерҙе әсәһе Рәйлә Ирназарова-Арсланованың ауылдаштарына. Ҡотлауҙарына ҡушып, клубҡа картина бүләк итте.
Рәсми сығыштарҙан һуң, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде, уларға бүләктәр тапшырылды. Хеҙмәт ветерандары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, “Алтын пар”ҙар, күп балалы, татыу ғаиләләр, һәр эштә әүҙемдәр, шәп баҡсасылар, татыу ғүмер иткән ҡәйнә-килендәр тәбрикләнде. Ауылда иң олоһо булған Ҡыҙбикә Сөләймәнова, иң бәләкәйе Әлмир Хәкимов бүләкле булды. Күптән түгел ғаилә ҡорған Йәмил һәм Динә Сөләймәновтарҙы ла билдәләп үттеләр. Хәрби хәрәкттәр ветерандарына оло хөрмәт күрһәтелде.
Байрамды ойоштороусыларҙың ошоға тиклем бер ауылда ла осрамаған номинациялар уйлап табыуы маҡтауға лайыҡ. Дилбәр Ғибәҙәтова, мәҫәлән, «Матбуғатты иң күп алдырыусы» тип билдәләнде. Яңы өй туйлаусы номинацияһында Азамат Ғибәҙәтов бүләкләнде. Рәзилә Таһирова, Рәшиҙә Мирсаева һәм Линара Заводская «Сәскә батшабикәләре» тип табылды, Фәрхизә Фәттәхова “Оҫта тегенсе” исемен алды.
Байрам сиктәрендә ойошторолған спорт ярыштары ла көйәрмәндәрҙе күп йыйҙы: көрәш келәме иң көслөләрҙе асыҡланы, волейбол уйынын үҙ иткәндәр командаларға бүленеп, туп һуҡты.
Артабан байрам һәр йортта дауам итте.
Р. ДАУЫТОВА.