Байрамдар
12 Июля 2024, 11:09

Ояһына ҡайтҡан ҡоштар кеүек...

Ҡойма ямғыр арҡаһында Яңы Балапан ауылында 29 июндә үтәсәк осрашыу сараһын иртәгә байрам тигән көндә кисектерергә мәжбүр булдылар.

Түҙгәнгә – түш тигәндәй, кисектереп, көтөп алған көндәре сыуаҡ, ҡояшлы булды. Байрамға икенсе тапҡыр әҙерләнеүҙән бер кемдең дә төҫөндә ризаһыҙлыҡ әҫәре сағылманы. Киреһенсә, ауыл башында ҡунаҡтарҙы бик ихлас, ҡыуанып ҡаршы алдылар. Яңы Балапанға илткән юлдарҙа ауылдың ике осонда ла урындағы халыҡ көсө менән осрашыуға стелалар ҡуйып өлгөрткәндәр. Нәжибә Шаһниязова тимерен биргән, ҡалған эштәрен күмәкләп башҡарғандар.  
Ике быуатлыҡ бай тарихҡа эйә, халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлаған, сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев – Балапановты тыуҙырған, башҡорт халыҡ йыры “Саңдүҙәк”  сыҡҡан ерлектәге байрам ҡунаҡ ҡаршылау мәленән үк бик шәп ойошҡанлы үтәсәгенә өмөтләндерҙе. “Саңдүҙәк” фольклор ансамбле  был бурысты йолаһына еткереп матур үтәне. 
Артабан ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы мәктәп автобусында ауыл буйлап сәйәхәткә алып китте. Гид ролендәге китапханасы Динә Нәбиуллина Яңы Балапандың өлгөлө ғаиләләре, күп балалы әсәләре, булдыҡлы, оҫта ир-уҙамандары йәшәгән йорттар менән таныштыра барҙы.  
Беренсе туҡталыш Ҡайынлы урамында булды. Был урамға исем 2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек сиктәрендә бирелгән. Ул мәлдә урам ике йорттан ғына тора, шул йылда ғына Илүзә һәм Илнур Әхмәтйәновтар, Рәйлә һәм Фәрит Ҡорманаевтар яңы нигеҙҙәренә күсеп сыҡһа, бер нисә өй төҙөлөп ята. Ниндәй исем ҡушырға тигән һорауға яңы урамдың ҡайындар араһында урынлашыуы яуап була. Бөгөн Ҡайынлы 17 йорт-хужалыҡтан тора. Нигеҙҙә йәштәр йәшәй, ике ҡатлы күркәм йорттар ҡалҡып сыҡҡан, былтыр газ үткән. Үҙ-ара берҙәмлектә татыу ғүмер кисергән дәртле күршеләр ҡунаҡтарҙы йыр-моң, һыйлы табын менән ҡаршыланы.
Саңдүҙәк урамы ошонан аҡҡан йылға исемен алған. Урам 1995-2000 йылдарҙа үҫешә. Береһенән-береһе тырыш йәш ғаиләләр матур йорттар һалып сыға. Әлеге көндә 26 өйҙә 68 кеше йәшәй. Хәҙер инде уларҙың балалары кәләш алып, кейәүгә сығыр йәшкә еткән, урамда 27 туй үткән. Ҡайны-ҡәйнә статусы алған татыу күршеләр үҙҙәренең туҡталышында ҡунаҡтарға туй йолаһынан йыуаса сәйе тигән күре- неште сәхнәләштерҙе, йыуаса менән һыйланы, үҙҙәре ыңғайына бейергә төшөрҙө.
Сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемен йөрөткән урамда бер нисә  туҡталыш яһалды. 53 йыл парлы ғүмер кисергән Рәшиҙә һәм Ғимаҙый Малыбаевтар, 84 йәшлек Өмөтбикә инәй Кәримова күршеһе Миңнура Ҡорманаева менән һәм уҡытыусы-фермерҙар Миңзәлә һәм Айбулат Солтановтар үҙҙәре йәшәгән өйҙәр алдында самауырҙар боһоратып, һый тулы  өҫтәл ҡуйып ҡунаҡтарҙы көтә ине. “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы, “Саңдүҙәк” фольклор ансамбленең йөҙөк ҡашы булған, “Оҙон көй” конкурсы еңеүсеһе Рәшиҙә инәй моңло итеп халыҡ йыры “Һандуғас”ты йырлап ишеттерҙе. Йүгереп йөрөгән Өмөтбикә инәйҙе һис кенә лә ғүмеренең туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай тимәҫһең, хаҡлы ялдағы Миңнура апай өйөнөң бер мөйөшөн  “Озон” интернет магазинының заказдар биреү пункты итеп ҡулайлаштырып, шунда эшләп тора икән. Мәғариф өлкәһендә эшләгән Солтановтарҙың иһә үҙ бизнесы – ғаилә һөт продукцияһы менән һатыу итә. 38 баш эре мал, уларҙың 20-һе һауын һыйырҙары, һәм йылҡы аҫрайҙар. Көркәк тауы буйындағы йәйләүҙәрендә бейә бәйләп, ҡымыҙ ҙа бешәләр, ауылдан өс кешене эш менән тәьмин иткәндәр – ике көтөүсе һәм һауынсы тоталар. Урамдың Ишмөхәмәт сәсән тыуған түбәнге осонда Динә һәм Әхмәҙи Рәхимовтарҙың күркәм йорто алдында күрше-тирәләре бишбармаҡҡа тиклем яраштырып  мул һыйлы өҫтәл әҙерләгәйне.
Ауылдың үҙәге һаналған, мәҙәниәт усағы, мәктәп, медпункт, балалар баҡсаһы, китапхана урынлашҡан Салауат Юлаев урамына 1950 йылда Дәүләтҡазый Ҡорманаев нигеҙ һалған. “Беҙҙең урамда бынамын тигән кешеләр йәшәй!” – тип күрше-күләне тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне мәғариф ветераны Сәриә Малы- баева. Механизатор Булат Ҡорманаев фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн заманында Ленин, Октябрь Революцияһы ордендарына лайыҡ була. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әсмә Һөйөндөкова мәғариф алдынғыһы исемен йөрөтә. Әсмә Вәхит ҡыҙы 5 бала үҫтергән, улар араһынан Илгиз – биология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә эйә, ауылда төпләнгән Илшат менән Денис – фермерҙар, әйткәндәй, быйыл мәктәп тамамлаусы ейәне Фәнис профилле математика һәм физика фәндәренән БДИ-ны 100 балға тапшырып, Сибай ҡалаһының беренсе “мультибальнигы” тип танылған. Фәрзәнә һәм Мөждәбә Ҡәнәғәтуллин- дарҙың 7 балаһының 5-әүһе уҡытыусы, бишеһе лә Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Сәриә һәм Рәжәп Малы- баевтар райондың И. Мырҙаҡаев исе- мендәге премияһы лауреаттары. Урамда йәшәгән 35 ғаиләнең 20-һе – күп балалылар статусына эйә, Зөлхизә Ҡор- манаева, Света Зәйтүнова һәм Гөлзифа Яҡупова “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Урамдың “Шанхай” тип йөрөтөлгән осонда ҡунаҡтарҙы йәнә бер табын көтә ине, йырлап-бейеп, ҡунаҡтарҙы ла бейергә төшөрөп, һый-хөрмәт күрһәтеп  ҡалдылар.
Муса Мортазин урамы халҡы ҡунаҡтарҙы мәғариф ветераны, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, ҡул эштәре оҫтабикәһе Рита Шәйҙуллинаның ҡурсаҡ өйөндәй ҡупшы йорто алдында ҡабул итте. 84 йәшлек Рита Рәхмәй ҡыҙы халыҡ иғтибарына үҙендә булған ҡашмау-һаҡалдарынан күҙ яуын алырлыҡ күргәҙмә лә тәҡдим итте, ул 300-ҙән ашыу милли биҙәүес эшләгән, хатта Испанияға ла киткән тип һөйләне ауылдаштары. Бәләкәй генә урамда ике миҙаллы әсәй – Нурия Динисламова менән Миләүшә Яҡупова йәшәй, һуңғыһы ете бала үҫтерә. 
Төҙөкләнгән, һәр кем хәленсә байрамға өй-ҡаралтыһын яңыртып әҙерләгән ауыл буйлап сәйәхәт итеүҙе ошо урында тамамлап, артабан байрам үтәсәк тау битенә юлландыҡ. Осрашыуҙың тантаналы өлөшө лә бик матур уҙҙы. Байым ауыл биләмәһе башлығы Д. З. Фәтхуллин барыһын да ҡайнар сәләмләне һәм ентекле әҙерлек өсөн Яңы Балапан халҡына рәхмәт белдерҙе. Ауылдың имамы Даян Ситдиҡов доға ҡылып, байрамға фатиха бирҙе. 
– “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарыуҙың маҡсаты ике йүнәлешле. Берҙәмлек, яҡташлыҡ, туғанлыҡ ептәрен нығытыу – бер, ә, икенсенән, ошо уңайҙан ауыл  төҙөкләнеп, яңырып ҡала. Миңә ҡалһа, икәүһе лә яҡшы. Әле генә ауылды урап ҡарап сыҡтыҡ, яҡшы әҙерләнгәнһегеҙ һәм шуныһы мөһим: был матурлыҡ үҙегеҙгә ҡала, – тине район башлығы И. Т. Нафиҡов. Илдар Таһир улы байрамға буш ҡул менән килмәгәйне, ауыл мәнфәғәтендә тотоноуға район хакимиәтенең 30 мең һумлыҡ бүләк-сертификатын тапшырҙы.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Й. Н. Зәйтүнов өсөн Яңы Балапан ауылы элек үҙе етәкләгән Байым биләмәһенә ҡарағаны өсөн генә түгел, ә атаһының йәнтөйәге  булыуы менән бик ҡәҙерле. Йәлил Насип улы Ҡоролтай рәйесе К. Б. Толкачев һәм депутаттар исеменән сәләмдәр күндереп, намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн китапханасы Д. О. Нәбиуллинаны һәм республикала физкультураны һәм спортты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн “Балапан” хоккей командаһы етәксеһе Ф. Ф. Зәйтүновты рәхмәт хаттары менән бүләкләне һәм шәхсән үҙенән ауылда хоккейҙы артабан үҫтереүгә аҡсалата бүләк тапшырҙы. Фәнис Фирғәт улы иһә байрамға үҙенең шәхси бүләге менән килгән ине – ул мәктәптең футбол командаһына формалар алыуға тип иғәнә индерҙе. 
Күбәләк ырыуы ҡорбашы И. Р. Йәнсәйетов ырыу хәрәкәтендә һәм ауыл тормошонда актив ҡатнашыусы, телебеҙҙе һәм халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы хеҙмәт ветерандары Сәриә һәм Рәжәп Малыбаевтарға, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүсе Резеда һәм Ринат Ҡорманаевтарға, мәктәп директоры һәм ауыл старостаһы булған Гөлназ һәм Илдус Зәйтүновтарға, ауыл депутаты Таһир Нәбиуллинға, интернет селтәрендә “Яңы Балапан ауылы тарихы” төркөмөн алып барыусы Рәзилә Ситдиҡоваға, клуб мөдире Раян Яҡуповҡа, ауылда үткән сараларҙа бағыусылыҡ иткән Саҡмағошта йәшәүсе Әлмира Вәлиеваға һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Й. Н. Зәйтүновҡа дипломдар тапшырҙы. 
Ауылдаштарын район Советы депутаты, Ташбулат урта мәктәбе директоры Б. Ш. Зәйтүнов  ҡотланы, ул үҙенең бүләген урындағы мәктәпкә инселәне. Байым ауылынан Алтынбай Ҡорманаев тыуған ауылы тарихы тураһында яҙған китабын туғаны Юныс Ҡорманаевҡа тапшырҙы һәм ауылдаштарының китапты дауам итеп яҙырҙарына ышаныс белдерҙе.
Фермерҙар Миңзәлә һәм Айбулат Солтановтар ҡунаҡҡа ҡайтыусы ҡырҙа йәшәгән ауылдаштарын, Яңы Балапандың иң оло кешеләрен, күп балалы әсәләрен һәм ауыл чатын булдырған Рәзилә Ситдиҡованы бүләкләп үтте. Рәхмәт ауылы активисы Идия Ғәлимова бүләктәрен Яңы Балапанға килен булып төшөп, таштай батып донъя көткән Рәхмәт, Яйҡар ауылдары ҡыҙҙарына бирҙе. Бынан тыш, байрамды ойоштороу комитеты ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән өлгөлө ғаиләләрҙе, оло һәм йәш парҙарҙы, әүҙем активистарҙы дипломдар менән билдәләп үтте. 
Ауыл  таланттары сәхнәне минут та бушатмаһа, таһылдар спортта көс һынаны. Ауылдаштар осрашыуы сиктәрендә көрәш, волейбол, һырғауылға менеү, гер күтәреү, уҡ атыу, тоҡ һуғышыу ярыштары уҙғарылды. Әйткәндәй, уларҙы бағыусы ғаиләләр үҙ аҡсаһына уҙғарҙы. Илнур Һөйөндөков көрәште үҙ өҫтөнә алды. Йәш егет Айнур Солтанов көрәштә беренселекте яулап тәкә менән бүләкләнһә, уның таныштырырға тип алып ҡайтҡан буласаҡ кәләше, Әлшәй ҡыҙы Лилиә Кирәева уҡ атыуҙа мәргәнлек күрһәтеп, ике ир-егеттән генә ҡалышып, өсөнсө урында билдәләнде. Волейбол ярышын Ҡәнәғәтуллиндар ойошторҙо. Унда Зәйтүновтар командаһы – өсөнсө, Һөйөндөковтар – икенсе һәм Солтановтар командаһы беренсе урын яуланы. Рәхи- мовтар үткәргән һырғауылға менеү, Зәйтүновтар яуаплы булған гер күтәреү буйынса ярыштар ҙа бик ҡыҙыу барҙы. Нәсимә Нәбиулллина кейәүе менән уҡ атыу буйынса мәргәнлек ярышын уҙғарҙы. Еңеүселәр барыһы ла иҫтәлекле бүләк- тәргә лайыҡ булды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас