Был көндө иртәнән алып Оҫҡонлоғыр тауы итәгендәге матур аҡланға бер туҡтауһыҙ машиналар ағылды. Ауылда йәшәгәндәр ситтән килгән туғандарын ҡаршылауға ихлас әҙерләнгәндәре күҙгә ташлана. Аҡланға сығыу өсөн Улажа йылғаһы аша күперҙе яңыртып эшләгәндәр, сәхнә ҡуйғандар, уның янына эскәмйәләр эшләнгән, туҡталҡалар билдәләнгән, тирмә ҡоролған, усаҡ өсөн урындар әҙерләнгән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараған хәмиттәр сүп-сар һауыты ултыртырға ла онотмаған... Әйтеүҙәренсә, мал аяғы аҫтында ятҡан аҡланды ир-егеттәр ике көн дауамында таҙар- тып,тәртипкә килтергәндәр. Хатта Мәйгәштенән Хәмиткә илткән юлды бер аҙ рәтләүгә өлгәшкәндәр, бында уларға ошо округтан район Советы депутаты, район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ринат Аҡсурин етәкселегендәге юлсылар ярҙам иткән.
Шәжәрәгә килгән һәр кем туғанлыҡ ептәре күрһәтелгән баннерҙар ҡуйылған ҡапҡа янында туҡтамай үтмәне, унда ҡарт олатайҙары Зәйнәғәбитдиндың ете быуыны менән таныштылар, шулай уҡ Зәйнәғәбитдин менән Сәхибәнән тыуған туғандарын да барланылар.
Ҡунаҡтарҙы бер иш милли кейемдәге Баһаутдин ҡарттың ҡыҙҙары һәм килендәре йыр-моң менән ҡаршы алғандан һуң, һәр кем Гөлсәсәк һәм Нәйлә Зәйнишевалар тәҡдим иткән ҡайнар сәйҙән, буҙа-ҡымыҙҙан ауыҙ итте, тәмлекәстәр менән һыйланды.
Артабан барыһы ла сәхнә янына юл алды. Ялан шат тауыштарҙан гөрләп тора: ҡосаҡлашып күрешәләр, бер-береһе менән танышалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй...
Нәҫел байрамының инициаторы булған Сәлим Баһаутдинов туғанлыҡ ептәрен барлау эшен ике йыл дауамында алып бара. Ҡарт олатайҙары Зәйнәғәбитдиндең өс ҡатыны була. Сәлим Иҙрис улы иһә әлегә атаһы яғынан олатаһы Баһаутдиндың әсәһенән тыуған балаларҙан таралған быуын сылбырын тикшергән. Зәйнәғәбитдин менән Сәхибәнән Баһаутдин, Шәйхиғәләм, Ғәбиҙулла, Айытбай, Ишмөхәмәт, Нәғимә тыуған. Нәҡ ошо биш ул һәм бер ҡыҙҙан таралған туғандарын теүәлләп ҡайҙа ғына булмай Сәлим Иҙрис улы ҡатыны Ғәҙилә Нурмөхәмәт ҡыҙы менән: Бөрйән, Баймаҡ, Белорет һәм тағы бер нисә район ауылдары, ҡалалар буйлап йыш йөрөргә тура килә уларға. Ике йыл алып барған эш һөҙөмтәһе булып, ҙур шәжәрә төҙөлә. Осрашыуҙа төп сәхнә янында эленгән баннерҙа шәжәрәнең кәрәҙ формаһында булыуы бер аҙ ғәжәп тойолдо.
– Бал ҡорттары күс айыра, туғандарыбыҙ ҙа күстәй айырылып, шәжәрә тармағыбыҙ артабан да таралһын, күбәйһен тигән фекерҙән сығып шулай эшләнем. Зәйнәғәбитдин олатайҙың 15-се быуынына тиклем йыйылғанбыҙ. Танышып, аралашып, бер күстәй йәшәргә кәрәк артабан, – тип аңлата үҙе ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән Сәлим. Шәжәрә баннерында бал ҡорттары һүрәте төшөрөлгән, балдың тамып тороуы ла туғандарының муллыҡта, байлыҡта йәшәүенә ишаралыр.
Әйткәндәй, районда үткән “Ҡомартҡы” Урал аръяғы башҡорттарының республика этник мәҙәниәте йәштәр форумы сиктәрендә ойошторолған ”Быуын сылбыры” шәжәрә конкурсында архив мәғлүмәттәргә таянып эшләнгән Зәйнәғәбитдин нәҫеле шәжәрәһе менән Баһаутдиновтарҙың ҡыҙы, Хәмит китапханасыһы Әлиә Мәүлетова гран-при яулаған.
Байрамды асыр алдынан Буранғолдан килгән, Милләт имам Солтанов байрамға фатиха биреп, бөтә ырыуға, илгә яҡты көндәр, тыныс тормош теләп доға ҡылды, мәрхүм туғандары рухына аят бағышланы.
Артабан һүҙ алған Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Д. С. Нуретдинов нәҫел-нәсәп тамырын төплө өйрәнеү, шәжәрә төҙөү һәм уны йәш быуынға тапшырыуҙың мөһим бурыс икәнлеген билдәләп, йыйылған туғандарҙы байрам менән тәбрикләне.
— Был бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамы ғына түгел, ә тарихи тамырҙарҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул. Ата-бабалар иҫтәлегенә тоғро ҡалып, туғанлыҡ ептәрен өҙмәгеҙ, артабан да нығытығыҙ, — тигән теләк- тәрен еткерҙе Данил Сәйәх улы.
— Күптәнге хыялымдың тормошҡа ашыуына ҡыуанысым сикһеҙ. Минеңсә, бында туғандар ҡәҙерен белгәндәр йыйылған. Нәҫелебеҙҙең шул тиклем дәррәү, ихлас булыуына һоҡланам, туғандарыбыҙҙың күплеге хайран итте, артабан да туғанлыҡ ептәрен нығытайыҡ, йышыраҡ осрашып торайыҡ, — тине ул һәм шәжәрә төҙөү тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
Сәлим Иҙрис улы әйтеүенсә, шәжә- рәне төҙөүҙә Шәйхиғәләм нәҫеле вәкиле Байрамғәле Шәйхин алып барған яҙма- ларҙы файҙаланған. Заманында ауыл Советында хеҙмәткәр булған Байрамғәле Шәйхиғәләм улы туғандарының шәжә- рәһен һәр бер ғаиләнекен теүәлләп, айырым-айырым картон ҡағыҙға яҙып барған. Был тарихи мәғлүмәттәрҙе уға Әсләм Байрамғәле улы биргән. Нәҫел шәжәрәһен тергеҙеүҙәге ярҙамы өсөн Сәлим Баһаутдинов Әсләм һәм уның ҡатыны Зәлифәне сәхнә түренә саҡырып рәхмәт белдереп, туғандар исеменән күлдәк кейҙерҙе.
— Был мәғлүмәттәрҙе бөгөнгө быуын- ға тиклем теүәлләп, асыҡлауҙа ярҙам ҡулы һуҙғандарға, шәжәрә байрамын үткәреү идеяһын күтәреп алғандарҙың, уны ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең, ара алыҫлығына ҡарамай байрамға килгәндәрҙең һәр ҡайһыһына оло рәх- мәтлемен. Һәр саҡ шулай берҙәм, бергә булайыҡ, — тине ул. Башлап ойоштороусы үҙе булһа ла, әҙерләп үткәреүҙә, шулай уҡ кәңәштәр менән ярҙам итеүселәр бихисап. Шулар иҫәбендә ауылдың старостаһы Динир Баһаутдинов, Хәфизә Абдуллина, Рәмилә Баһаутдинова, Ми- ләүшә Мөлөкова, Рысҡужанан Надир Вәлиев, Ишкелденән Мансур Усманов һәм башҡа бик күптәрҙең исемдәре аталды.
Унан инде сәхнәгә бер-бер артлы Зәйнәғәбитдин менән Сәхибәнең нәҫел ебен дауам итеүселәр сығып баҫты. Уларҙың балалары Баһаутдин, Шәйхи- ғәләм, Ғәбиҙулла, Айытбай, Ишмөхәмәт һәм Нәғимәнең дауамы булған ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, тыуа-тыуасарҙары айырым-айырым күтәрелде сәхнә түренә. Һәр төркөмдән берәү туғандары менән таныштырып сыҡты, уларҙың район, республика, ил күлә- мендә булған ҡаҙаныштарын да барланы. Һәм һәр ҡайһыһының сығышы матур концерт номеры менән тамамланды.Һәр бер нәҫел тармағы вәкилдәренең сығыш- тарында шәжәрәне төҙөгән, ҡунаҡтарҙы туплап, байрамға йыйған Сәлим Баһа- утдиновҡа рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне- ләр, уға инселәп бүләк алып килгәндәр ҙә күп булды.
“Шәжәрәбеҙҙе өйрәнгәнсе, күптәре- беҙ туған икәнебеҙҙе лә белмәй йәшәгәнбеҙ икән. Хәҙер инде туғанлыҡ ептәрен барлап, был сылбырҙы үҙебеҙ- ҙән һуң килер быуындарға ышаныслы тапшырырбыҙ”, — тигән һүҙҙәр йыш ишетелде байрамда.
Бына тамаҡ ялғар мәл дә етте. Ҡунаҡ- тар һәр береһе үҙ туҡталҡаһына ашыҡты. Байрамды ойоштороусылар ҡунаҡтарға йылы аш хәстәрләгәндәр: ашнаҡсылар Гөлфирә Шәрәфетдинова, Оксана Абдуллина, Зинира Хәлилова тәмле бишбармаҡ менән һыйланы барса халыҡты. Зәйнәғәбитдиндың һәр балаһынан иң олоһон тирмәгә саҡырып, һый-хөрмәт күрһәтте сараны ойоштороусылар.
Төштән һуң Зәйнәғәбитдин тоҡомдары таланттарының концерты башланды. Элек-электән таланттарға бай нәҫел араһында бөгөн дә моңло тауышлы йырсылар ҙа, өҙә баҫҡан бейеүселәр ҙә, гармунсы-ҡумыҙсылар ҙа, сәсән телле, шиғри күңелле ижадсылар ҙа етерлек. Үҙешмәкәр артистарҙың һәр сығышы көслө алҡыштар менән оҙатылды.
Концерт номерҙары араһында төрлө номинацияларҙа бүләкләүҙәр булды. Баһаутдин, Шәйхиғәләм, Ғәбидулла, Айытбай, Ишмөхәмәт, Нәғимә ошо ола- тай-өләсәйҙән тыуған һәр бер тармаҡ- тағы ейән-ейәнсәрҙәренең иң оло ир туғанына һәм ҡатын-ҡыҙ туғанына бүләк бирелде, иң бәләкәй малай һәм ҡыҙ ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Спорт майҙансыҡтары ла ҡорт күселәй гөжләне: командаларға бүленеп, волейбол уйнанылар, сыбыҡ аттарҙа ярыштылар, арҡан тартыштылар, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та, тоҡ кейеп тә йүгерҙеләр, 50, 100 метр арауыҡҡа уҙыштылар, көршәк ваттылар, шулай уҡ ҡайсы менән бүләк киҫеп алдылар һ.б. Һәр уйынды алдан билдәләнгән кешеләр ойошторҙо, еңеүселәр матур бүләктәргә лайыҡ булды.
Рауил ауылынан махсус рәүештә саҡырылған Миләүшә Хәлилова тирәһендә үҫмерҙәр, йәштәр айырыуса күп булды, ул атыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарып, уҡтан атыу ярышында иң мәргәндәрҙе билдәләне лә.
Бына тәүге тапҡыр ойошторолған тарихи байрамдың аҙағы ла етте. Байрам сараһын Амангилде китапханасыһы Минзәлә Юлмөхәмәтова матур итеп алып барҙы. Музыкаль яҡтан Үтәгән китапханасыһы Гөлфирә Йәһүҙина биҙәне.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, быуындар сылбырын барлаған үҙенсәлекле ҡор төрлө тарафтарҙа ғүмер иткән, күптән осраша алмаған туғандарҙы таныштырҙы, иркенләп аралаштырҙы, йырлатты, бейетте, спорт сараларында һәм халыҡ уйындарында көс һынатты. Шәжәрә байрамын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә бик рәхмәтле булып, тағы ла осрашырға яҙһын, тигән изге теләктә, рухи күтәренкелек,туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары, бөтмәҫ дәрт-дарман алып таралышты ырыу байрамынан Зәйнәғәбитдин вариҫтары.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.