Байрамдар
26 Июля 2024, 12:08

Иң изге хистәр – туғанлыҡ ептәре...

Һуңғы йылдарҙа туғанлыҡ тамырҙарын барлап, үҙҙәренең кем икәндәрен, ата-бабаларының ҡайҙан килгәндәрен белергә теләүселәр артҡандан-арта бара. Ниндәй милләт кешеләре булыуына ҡарамаҫтан, тарихи дөрөҫлөктә, ысынбарлыҡты белеп, асылына төшөнөргә ынтыла һәр халыҡ.

Ерҙә ни өсөн йәшәгәнебеҙҙе балалар, килер быуындарға еткереү, туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен, туғандар бер-береһен танып, күреп белһен өсөн йыйылдыҡ ул көндө. Илебеҙҙең, республиканың төрлө тарафтарына ынйы бөртөгөләй сәселгән Сабит вариҫтары иң тәүҙә мәсет эргәһенә йыйылды, Әбүбәкир апаны иҫкә алдылар. Ул Таҡһыр ауылында 1995 йылда районда иң беренселәрҙән булып мәсеткә нигеҙ һалған. Уның иҫтәлегенә бик күп матур һүҙҙәр әйтелде, сөнки ул үҙенән һуңғы килгән бер нисә быуынды иман юлына баҫтырған, изгелек эшләргә әйҙәгән. Бөгөн дә уның традицияһын дауам итәләр. 10 йәшлек Нияз Ласынов (атаһы Ринат махсус хәрби операцияла) ҡартатаһы иҫтәлегенә аят уҡыны. 
Артабан туған-тыумасалар ауыл мәҙәниәт йортона ағылды, сөнки бер туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғырҙар арҡаһында халыҡ аҡланға йыйыла алманы. 
Сәхнәгә беренсе булып Әбүбәкир ҡарттың ҡыҙ-улдары сыҡты. Уларҙан һуң сәхнәгә Хәйретдин ҡарттың улдары Айса, Ғәле, Һибәт нәҫелдәре, өсөнсө булып Хәйрулла ҡарттың улдары Ғабдулхаҡ һәм Садыҡ нәҫелдәре, дүртенсе булып Әбделвәли ҡарттың балалары күтәрелде. Һәр нәҫел сараны матур концерт но- мерҙары менән биҙәне, хәтер йомғаҡ- тарын тағатты. 7 быуын нәҫел ағасыбыҙҙы төҙөп, атай-олатайҙарыбыҙҙың исем-шәрифтәрен, фамилияларын бел- дек, балалар, ейәндәргә лә төшөндөрөп бирҙек. Иң ололарына һәм иң кеселәренә бүләктәр тараттыҡ. 
Шәжәрә үткәрергә ярҙам итеүсе- ләргә, айырыуса Гусев ауылы биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, Марс Хәйретдинов, Рифат Мырҙагилдин, Хаммат Намаҙбаев, Таһир һәм Камил Сафиуллин һәм Сабирйән Ғәтиәтул- линдарға, сараны алып барған Айгөл Әхмәтшина, Гөлфиә Әхтәмоваларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Шулай уҡ башҡорт халҡының мәҙәниәтен пропа- гандалағаным, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәт- тәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшөм өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаты алып ҡыуандым. 
Төрлө йәштәге, төрлө быуын кешеләрен йыйған ошо күркәм саранан һуң һәр нәҫел өйҙәргә таралышты. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, балаларыбыҙ, килер быуындарыбыҙға еткереү маҡсатында ауылда тәүгеләрҙән булып, өлгө итеп үткәрҙек был байрамды. Туғандар араһында аңлашып, ҡан-ҡәрҙәшлекте һаҡлап, атай-әсәй ҡәҙерен белеп, тыуып-үҫкән нигеҙҙәрҙе туҙҙырмай, йәшәү мәғәнәһен йәштән аңлап үҫһен ине балалар. Иң изге хистәр – туғанлыҡ хистәре – һыуынмаһын аралар – сарабыҙ маҡсаты шул ине, маҡсатыбыҙға ирештек.
Данияр САФИУЛЛИН.
Таҡһыр ауылы. 

Автор:Виль Ильгамов
Читайте нас