Байрамға әҙерлек барышында ауыл халҡы йорттарын, ихаталарын тәртипкә килтерҙе, төҙөкләндереү өмәләре үткәргән. Район хакимиәте тарафынан бүленгән аҡсаға Мортазин, Йәштәр урамдары юлдарына ҡырсынташ түшәлгән. Таштуйҙар скверҙы тәртипкә килтергән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса төҙөлөш материалдары һатып алынған, ә эштәрҙе бөтә ауыл халҡы өмәләп башҡарған. Ошо уҡ программа ярҙамында ауыл биләмәһе хакимиәте тирмә һатып алған, уны Әхәт Ласынов йыйғандан һуң, Таштуйҙағы байрамға тәүгә ҡуйғандар. Сағыу төҫкә буялған сквер әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индерҙе һәм ауылдаштар осрашыуының танта- налы өлөшө мәктәптең акт залында үтте.
Ғәҙәттәгесә, сара ауыл буйлап экскурсиянан башланды, гид ролен Баныу Ишбирҙина үтәне. Ул күп йылдар элек Таштуй егете Бүләкбай Булат улына кейәүгә сығып, бында килен булып төшкән. Быҙау ҡараусы була, һуңынан мәктәп ҡаҙанлығында эшләй, шунан хаҡлы ялға сыға. Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Баныу Истамғол ҡыҙы ауылдаштарының тырыш, берҙәм һәм эшһөйәр булыуын маҡтап бөтә алманы. Ниндәй генә сара ойошторолһа ла, “һә” тигәнсә йыйылырға әҙер улар, миҫалға, зыяратты төҙөкләндереү буйынса өмәлә, әүҙем ҡатнашҡандар, мәсет эштәренә лә өлгөрәләр. Был юлы ла, һыуыҡҡа, елгә һәм ҡойма ямғырҙарға ҡарамаҫтан, таштуйҙар байрамға ихлас әҙерләнеп, осрашыуҙы кисектереп тормайынса, билдәләнгән көндә үткәрҙе.
Ауылда быуындар күсәгилешлегенең, ғаилә традицияларының һаҡланыуы ҡыуаныслы, ололар ғына түгел, йәштәр ҙә тыуған ер ҡәҙерен белә. Ата-бабалар төйәгендә улдарҙың ҙур һәм матур йорттар төҙөүе лә ошоно дәлилләй. Мәҫәлән, Рамил Хәйсәров ата-әсәһе өйө янында яңы йорт күтәргән, Мәүлит Сәғитовтың улдары Мирхәт менән Милләт ауылда нигеҙ ҡорған, Руслан Хәйсәров ғаиләһе менән олатаһының йортонда йәшәй. Һәм ундайҙар аҙ түгел.
Ауыл йәштәренең тағы бер һыҙатын билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр: улар тыуған ерҙәренә шул тиклем ныҡ бәйле, ауылдарын яраталар, ситтә йәшәһәләр ҙә, өмәләрҙә ҡатнашалар, матди ярҙам күрһәтергә лә әҙерҙәр.
Ауылда күп балалы ғаиләләр ҙә байтаҡ. Бына улар: Миләүшә һәм Әсғәт Шәмсетдиновтар, Рәзилә Һәм Илшат Иш- тимеровтар, Алһыу һәм Азамат Ғөбәйев- тар, Әлфиә һәм Замир Хәмзиндар һәм башҡалар.
Таңсулпан һәм Ишбулды Рәхмәтовтар йорто янындағы беренсе туҡталышта ҡунаҡтарҙы «Гөрләүек» фольклор төркө- мө ҡаршы алды. Элекке магазин бина- һында хужалар менән бергә күршеләре Флизә Ғәлимйәнова, Тәнзилә Атауллина, Рабиға Сәйфуллина, Роза Ҡужина, Гүзәлиә Хәйсәрова, Миләүшә Шәмсет- динова мул һыйлы өҫтәл әҙерләгән.
Ҡунаҡтарҙы Нәйлә һәм Милләт Ар- ғынбаевтар, Гөлйемеш Әһелова, Рәсимә Ғималова, Ирина Петрякова; Венера менән Иршат Арғынбаевтарҙың ғаиләһе һәм уларҙың туғандары йыр-моң, ҡымыҙ-буҙа менән ҡаршыланы. Ата-әсәһенең йортон ҡарауһыҙ ҡалдырмаған Стәрле- тамаҡта йәшәгән Зөлфирә Арғынбаева тыуған йорто алдында Любовь Васильева менән бергә һый-ниғмәт әҙерләгән. Күршеләре Зәлфирә Камалова, Нәфисә Ғималетдинова, Дилә Ғәлиуллина туҡ- тауһыҙ ямғырға аптырап тормаған: гараж ҡыйығы аҫтына өҫтәл ҡуйып, ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Осрашыуға килгән ҡунаҡтар Милләт Арғынбаев проекты буйынса эшләнгән ҡаҙ формаһындағы Таштуй ҡоҙоғо янын- да ла туҡтаны. Бында, ғәҙәттә, ауылға төшкән киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһын үткәрергә яраталар.
Киләһе туҡталыш мәсеттә булды. Бер нисә йыл сафҡа ингән иман йорто ауыл халҡы көсө менән төҙөлгән, шулай уҡ төҙөлөштә шул уҡ М. Х Арғынбаев етәк- селегендәге урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ҙур ярҙам күрһәткән. Төҙө- лөштөң башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Әхиәр Изибаев, Фатима Вәлиева мәсеттең хәстәрлеге менән янып йәшәй, улар бөтә көстәрен иман йортон төҙөкләндереүгә һала. Бер нисә йыл мәсеттең имам-хатибы булып Салауат Әминев, бөгөн – Әсләм Ғималов тора.
Байрамдың тантаналы өлөшө Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡади- ровтың ҡотлауынан башланды. Рөстәм Эрнст улы ауыл халҡына иң йылы, изге теләктәрен еткерҙе һәм башҡарған эштәре өсөн халыҡҡа рәхмәт әйтте. Әйткәндәй, башлыҡ та, үҙ адресына һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ишетте.
Район башҡорттары ҡоролтайы баш- ҡарма комитеты рәйесе В. Ә. Илһамов та таштуйҙарға ихлас теләктәрен еткерҙе.
–Таштуй халҡы тырыш, булдыҡлы булыуы арҡаһында етеш йәшәй, ауылда буш йорттар юҡ, булғандары ла таш- ландыҡ хәлдә түгел, киреһенсә, ҡарап, тәрбиәләп тоталар, – тине Вил Әсғәт улы һәм район хакимиәте исеменән 30 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырҙы.
Таштуйҙарҙы байрам менән район мәҙәниәт бүлеге начальнигының хужа- лыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Ю.С. Ҡаҙаҡбаев, Хәлил ауыл биләмәһе баш- лығы А. Б. Хәйбуллин ҡотланы.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәреүгә әҙерлек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бик күптәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Сараның ойоштороу комитеты ағзалары Милләт Арғын- баев менән Илшат Әхмәтов берҙәм, тырыш һәм ярҙамсыл булған ауыл- даштарына рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Сараның бағыусылары Илшат Ишти- меровҡа, Гөлшат менән Илгиз Шаһи- евтарға, шулай уҡ район Советы депутаты Вадим Заһитовҡа ла Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һәр байрамға хас булғанса иң-иңдәрҙе хөрмәтләнеләр. Ауылдың йәш граждандары номинацияһында сабый- ҙар – Йәсминә (ата-әсәһе Галина һәм Хөршәт Ғүмәровтар) һәм Вадим (Нәркәс һәм Илнур Хайсаровтар) бүләкләнде. Иң йәш ғаиләләр – Илнара һәм Айҙар Мөхәмәтйәровтар, Лилиә һәм Айҙар Гәрәевтар, Регина һәм Радмир Асҡаровтар, Галина Һәм Денис Абдуллиндар; алтын туйҙарын билдәләгән парҙар Рәйлә һәм Рәүеф Һибәтуллиндар, Фатима һәм Иштимер Талхиндар, Роза һәм Виталий Моисеевтар, Тәслимә һәм Илгиз Муллаяровтар билдәләнде.
Оҙон ғүмерлеләр исемлеге шаҡтай ҙур булыуы ҡыуаныслы. Күп балалы ғаиләләр ҙә байтаҡ, тимәк, ауылдың киләсәге бар.
Ватан өсөн яуҙа һәләк булғандар ҙа онотолманы байрамда. Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарын ихтирам менән хәтерләнеләр, Афған, Чечен яуы ба- тырҙарын да иҫкә алдылар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Илмир Мостафинға оло хөрмәт күрһәтелде.
«Гөрләүек», «Ялан сәскәләре», «Биҙәктәр», «Сударушки» ансамблдәренең, Ирина Лисовская һәм Ирина Петряко- ваның, урындағы мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең дәртле сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Сараны Лилиә Ғәлиуллина, Гөлнара Сәйфуллина, Динара Хибәтуллина, Нәзифә Хәйсәрова алып барҙы.
Һәр кемгә ауылдаштар, класташтар, туғандар менән осрашыу бүләк иткән байрам, барыһының да күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы...
Римма НИЯҘҒОЛОВА.