Балалар баҡсалары хеҙмәт-кәрҙәрен һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.
— Барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Һеҙ еңел булмаған хеҙмәтегеҙ менән киләсәккә нигеҙ һалаһығыҙ, йәш быуынды тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ, сикһеҙ хәстәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ һәм балаларға һөйөүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Тап һеҙ уларҙың тормошонда мөһим роль уйнайһығыҙ, уларға үҫергә һәм һәләттәрен асырға ярҙам итәһегеҙ, — тине Руслан Ғөзәйер улы. — Бөгөн мәктәпкәсә белем биреү системаһында 416 хеҙ-мәткәр эшләй. Улар — беҙҙең райондың ғорурлығы. Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем. Байрам менән!
Мәғариф бүлеге етәксеһе Вәсилә Абсаҙиева балалар баҡ-салары хеҙмәткәрҙәренә йылы ҡотлау һүҙҙәрен бағышланы.
— Ата-әсәләр тәрбиәселәргә иң ҡәҙерлеһен — сабыйҙарын ышанып тапшыра. Һәм һеҙ көн һайын уларҙы күңел йылыһы, хәстәрлек һәм һөйөү менән солғап алаһығыҙ. Тәрбиәсенең оҫталығы, тәжрибәһе мәктәпкәсә белем биреүҙе уңышлы, ә бала саҡты бәхетле итә. Һеҙҙең эшегеҙ бөтә белем биреү системаһына нигеҙ булып тора, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы. — Беҙҙең тәрбиәселәр — эскерһеҙ, ижади, рухлы һәм ихлас кешеләр. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары уңайынан ҡотла-йым һәм иң изге теләктәр юллайым.
Тантанала үҙҙәрен изге һөнәргә бағышлаған һәм балалар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр республика һәм район наградалары менән бүләкләнде.
Балалар баҡсаларына үҙ эштәренең оҫталары булған, тәжрибәле тәрбиәселәргә лайыҡлы алмаш килеүе ҡыуаныслы. Байрамда яңы эш башлаған йәштәр ҙә онотолманы. Асҡар ауылының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһынан Айзилә Дәүләтбаева, Айгөл Зәйнетдинова, Дилара Мөхәмәтйәрова, Миңлеямал Хәлилова, «Сулпылар» балалар баҡсаһынан Карина Ионова, Элина Нуритдинова, Земфира Швед, Красная Башкирия ауылының «Малыш» балалар баҡсаһынан Зөлфиә Задина һәм Сиҙәм ауылының «Чебурашка» балалар баҡсаһынан Руфина Ғәлиәкбәрова сәхнәгә саҡырыл-ды. Вәсилә Сәғит ҡыҙы йәш тәрбиәселәрҙе тәбрикләп, эштә рендә уңыштар теләне һәм сертификаттар тапшырҙы.
Райондың мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Айҙар Хәкимов тәрбиәселәрҙе һөнәри байрам менән ҡотланы. Ул район үҙәгенең «Сулпылар» балалар баҡсаһының педагог-психологы һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе Лилиә Баймөхәмәтова менән Асҡар ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, профсоюз ойош-маһы рәйесе Розалия Вәлиеваға республика профсоюзының Почет грамоталарын тапшырҙы.
Бар ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә арнаған хеҙмәткәрҙәр — Сиҙәм ауылының «Чебурашка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Резеда Истамғәлина, Ташбулат ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зөлфиә Хәйбуллина һәм Байым ауылының «Ҡояшҡай» мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе Гәүһәр Махийәнова тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙатылды.
— Һеҙ көн һайын балаларға шатлыҡ, хәстәрлек һәм иғтибар бүләк итәһегеҙ. Арымай-талмай әллә нисә быуын бәләкәстәрҙе тәрбиәләүегеҙ, яратҡан һөнә-регеҙгә тоғро булғанығыҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тине Айҙар Салауат улы.
Тәрбиәселәр көнөнә арналған байрам тантанаһын Красная Башкирия ауылының «Тирмәкәй» һәм «Малыш», Һамар бүлексәһенең «Айгөл», Дәүләт ауылының «Тылсым» балалар баҡсалары коллективтары әҙерләгән матур һәм сағыу концерт биҙәне. Талантлы, дәртле сығыштары менән кәйефтәр-ҙе күтәргән хеҙмәткәрҙәрҙең йыр-бейеүгә маһирлығы һоҡландырҙы.
Балалар менән тап шундай: эш өсөн янып торған, талантлы, рухлы һәм дәртле кешеләр эшләргә тейештер.
Динара САФИУЛЛИНА.