Байрамдар
11 Октября 2024, 06:58

Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Халыҡ-ара Уҡытыусылар көнөнә арналған тантана һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә үтте, хөрмәтле үә абруйлы һөнәр эйәләренә ҡарата иң йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр әйтелде, сара бүләкләүҙәргә лә бик бай булды.

Йыл һайын 5 октябрҙә йөҙҙән ашыу илдә халыҡ мәғарифы өлкәһендә эшләүселәрҙең һөнәри байрамы билдәләнә. Был көндә уҡытыусылар йәмғиәт үҫешендәге тос өлөшө, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте һәм йәш быуынға белем биреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн хөрмәтләнә. Уҡытыусылар көнөнә арналған тантанала йылдағыса һәр белем биреү учреждениеһынан делега-циялар ҡатнашты, мәғариф ветерандары саҡырылды. Район мәҙәниәт йорто залы шығырым тулы булды. Уҡытыусыларҙы тәбрикләргә район хакимиәте һәм йәмәғәтселек вәкилдәре килде.
Иң беренсе булып ҡотлау һүҙҙәре менән район башлығы вазифаһын ваҡыт-лыса башҡарыусы Р. Ғ. Хәлилов сығыш яһаны. Уҡытыусылар көнө календарҙағы иң мөһим байрамдарҙың береһе булы-уын, һәр кем ғүмер буйы үҙенә белем асҡысы биргән, матурлыҡҡа өйрәткән, яҡшылыҡҡа өндәгән остаздарының исемен йөрәк түрендә йәшәтеүен әйтеп, еңел булмаған хәҙерге заманда ла уҡы-тыусыларҙың гражданлыҡ бурысына тоғро ҡалыуҙарын, уҡыусылары менән мөһим хәлдәр тураһында фекер алы-шыуҙарын, дәүер геройҙары тураһында һөйләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Беҙҙең уҡыусылар олимпиа-даларҙа, смотрҙарҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында юғары һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Был — һеҙҙең хеҙмәт, хөрмәтле педагогтар! Бөгөн мәктәптәрҙә күпселекте ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар тәшкил итә. Нескә иңдәрегеҙҙә һеҙ район мәғарифын күтәрәһегеҙ һәм был бурысты уңышлы атҡараһығыҙ. Хеҙмә-тегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, сабырлыҡ, һаулыҡ, һүнмәҫ дәрт һәм һөнәри уңыштар теләйем, — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Һөнәри байрам уңайынан Әбйәлил-дең алдынғы уҡытыусыларына Р. Ғ. Хәли-лов Рәсәй, республика һәм район наградаларын тапшырҙы.
— Боронғо Грецияла ораторлыҡ оҫталығына, грамоталылыҡҡа, фәлсәфәгә өйрәткәндәр. 899 йылда Русте суҡын-дырғандан һуң рухи тәрбиә биреү, уҡытыу эшенә башланғыс һалынған. 1551 йылда иһә Стоглав соборында уҡытыу-сыға талаптар яҙыла. Педагогиканың инеш башы тарих төпкөлөнә барып тоташа. Һәм һәр ваҡыт уҡытыусы һөнәре кәрәкле, әһәмиәтле булып ҡала. Етәкселәргә лә, сәйәсмәндәргә лә, иҫәп-хисапҡа бәйле һөнәрмәндәргә лә — бөтә-бөтәһенә лә уҡытыусы белем бирә. Уҡытыусылар ҡулында киләсәк, уҡытыусылар ҡулында бөтә донъя! — тине район мәғариф бүлеге начальнигы  В. С. Абсаҙыева.
Вәсилә Сәғит ҡыҙы, үҙ сиратында, коллегаларына мәғариф бүлегенең Почет грамоталарын тапшырҙы. Уға башланғыс кластар уҡытыусылары Н. С. Зарипова (Әбделмәмбәт урта мәктәбе), Ә. В. Нәжметдинова (Тупаҡ), Ә. Ҡ. Шаһимәр-ҙәнова (Күсем руднигы), Г. А. Шөғүрова (Ишбулды), рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары З. Р. Абдуллина (Ҡаҙмаш), О. М. Хәмзина (Озерный), математика уҡытыусыһы Г. М. Суфиянова (Дәүләт), Т. Кусимов исемендәге гимназияның физкультура уҡытыусыһы А. И. Ҡорбан-ғәлин һәм  логопеды  Г. Ғ. Кинйәбулатова лайыҡ булды. ХXVI «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсы призерын әҙерләгән Красная Башкирия урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Й. Әх-мәтшина БР Мәғариф һәм фән ми-нистрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Йыл һайын Уҡытыусылар көнөндә уҡытыу-тәрбиә эшендә сифатлы күр-һәткестәргә өлгәшкән иң яҡшы уҡы-тыусы-предметниктар — йыл уҡытыусы- лары тәбрикләнә. Әйткәндәй, быйыл был исемлеккә «Йыл директоры», «Йыл завучы»  һәм «Уҡытыусы-новатор» тигән өс яңы номинация ла өҫтәлгән. Шулай итеп, 2023-2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 1-се Асҡар урта мәктәбенән йыл һайын олимпиада призерҙары әҙерләгән географ М. Р. Зарипова,  уҡыусылары БДИ-ла иң юғары һөҙөмтәләр күрһәткән математик Н. З. Әхтәмова, йәш быуынды патриотик тәрбиәгә ылыҡтырған ОБЖ һәм Тыуған ил һаҡсылары предметы уҡытыусыһы Ә. Х. Абдрахманова, шулай уҡ БДИ-ла юғары балдарға ирешкән Таһир Кусимов исемендәге гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. С. Мөхәмәтдинова, технология уҡытыусы-ларының методик берекмәһен етәкләгән Дәүләт мәктәбе уҡытыусыһы З. И. Сәли-хова, информатика буйынса БДИ-ла юғары балдарға өлгәшкән уҡыусылар әҙерләгән Красная Башкирия мәктә-бенән С. В. Лазарев һәм Байым урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыу-сыһы З. И. Толонғужина үҙ предметтары буйынса «Йыл уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. 2005 йылдан Озерный төп дөйөм белем биреү мәктәбен етәкләгән Л. Р. Мәғәфүрова «Йыл директоры» тип танылды, әйткәндәй, Озерный мәктәбе уҙған уҡыу йылында иң яҡшы белем усағы исемен алған. Т. Кусимов исемендәге гимназияның директор урынбаҫары  З. Р. Хәсәнова коллективта уҡытыу өлөшө буйынса уңышлы етәкселек иткәне өсөн «Йыл завучы» номинацияһында бүләкләнде. Башланғыс кластарға белем биреүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, уҡыусыларҙы кесе йәштән фәнни эҙләнеү эшмә-кәрлегенә йәлеп иткән гимназия уҡытыусыһы Й. Р. Хисаметдинова хаҡлы рәүештә «Уҡытыусы-новатор» тип билдәләнде. 
Оҙаҡ йылдар район белем биреү усаҡтары коллективтары башында торған биш директор ағымдағы уҡыу йылынан етәкселек дилбегәһен бушатты. Әбйәлил мәғарифы йөкмәткән бурысты намыҫлы үтәү тойғоһо менән хаҡлы ялға китеүсе етәкселәр менән Вәсилә Сәғит ҡыҙы бик йылы хушлашты, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, мәктәп менән бәйләнеште өҙмәҫкә саҡырҙы. Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре З. Ә. Әхмәҙиева 2004 йылдан Рәхмәт урта мәктәбен етәкләгән, ул директор булған осорҙа белем усағы өс тапҡыр «Грамоталы мәктәп», «Әүҙем мәктәп» исемен яулаған, ике тапҡыр «Спортсы мәктәп» булған; Рәсәйҙең Почетлы мәғариф хеҙмәткәре И. Ә. Бәх-тийәров Гусев урта мәктәбе директоры вазифаһын 20 йыл уңышлы тартҡан, юғары һөнәри  оҫталыҡҡа эйә коллектив туплаған; Йәнгел урта мәктәбе дирек-торы И. М. Ғәббәсов 21 йыл етәкселек ит-кән, коллективы ныҡ, тотороҡло; Р. Р. Дил- мөхәмәтова 1990 йылдан Әбдрәш мәктәбендә уҡыта, 2000 йылда уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урын-баҫары, 2014 йылда директор итеп тәғәйенләнә; М. И. Ильясов директор булып иң оҙаҡ эшләүселәрҙең береһе, уның Ҡырҙас урта мәктәбендә етәксе стажы — 36 йыл!
Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү маҡсатында 2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров указы менән ауыл ерендә эшләүсе йәш педагогтарға гранттар булдырылды. Йыл һайын конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнә һәм уларға 690 мең һум күләмендә аҡсалата түләм бирелә. Быйыл да грантҡа иң күп ғаризалар Әбйәлил уҡытыусыларынан булған һәм уға лайыҡ булған 13 йәш остазды байрам сәхнәһенә саҡырып хөрмәтләнеләр. Бына улар — Т. Кусимов исемендәге гимназиянан инглиз теле уҡытыусыһы Р. А. Акилова, физика һәм информатика уҡытыусыһы Д. Ю. Кама-лова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Н. Т. Һибәтуллина, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. Һ. Ғималова, 1-се Асҡар урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Р. Р. Усманова, башланғыс кластар уҡытыу-сыһы З. А. Махийәнова, инглиз теле уҡытыусыһы Н. М. Аллаярова, математика уҡытыусыһы Ә. Һ. Ғайсина, Гусев урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыу-сыһы Г. А. Исҡаҡова, Хәмит урта мәк-тәбенең математика уҡытыусыһы Г. В. Ба- һауетдинова, Таштимер урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. Ф. Хызырова, Михайловка урта мәктәбенең физика һәм информатика уҡытыусыһы Ә. И. Төлкөбаева һәм Йәнгел урта мәктә-бенең математика уҡытыусыһы Н. А. Ас-ҡарова.
Ветерандарҙы ололап хаҡлы ялға оҙатыу һәм педагогик өлкәлә яңы эш башлаусы йәш белгестәрҙе ҙур һәм берҙәм уҡытыусылар йәмәғәтселеге сафына ҡабул итеү һөнәри өлкәлә быуындар күсәгилешлеген сағылдырған матур күренеш булды. Бөтә Рәсәй  мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсозының район ойошмаһы рәйесе А. С. Хәкимов хеҙмәт йылдарын изге һөнәргә бағыш-лаған остаздарҙың һәр береһе тура-һында йылы һүҙҙәр әйтеп, профсоюздың ҡиммәтле бүләктәрен тапшырҙы.
Байрам концертын эстафета буйынса Ҡырҙас, Ҡаҙмаш һәм Хәмит урта мәк-тәптәре коллективтары ҡуйҙы. Көндәлек уҡытыу эше араһында репетициялар яһарға, бер-береһенән алыҫ ауылдарҙан өс коллективты берләштерергә нисек мөмкинселек тапҡандар ҙа, нисек өлгөргәндәрҙер — уныһы инде беҙгә, тамашасыларға, билдәһеҙ. Иллә-мәгәр концерт бер тында бик шәп үтте. Йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, нәфис һүҙ ҙә һөйләнеләр. Хас ысын әртистәр шикелле. Хәйер, бөйөк сәнғәт әһелдәрен дә уҡытыусы үҫтерә, шәхес итеп тәрбиәләй. 
Эстафета статуэткаһы сират буйынса 1-се Асҡар урта мәктәбенә тапшырылды. Район уҡытыусылары араһында бер яҡшы ырым-ышаныу ҙа барлыҡҡа килгән: уҡытыусылыҡ символы булған өкө статуэткаһын алған мәктәпте йыл дауамында яҡшы үҙгәрештәр көтә икән. Шулай булһын!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА. 

Читайте нас