Байрамдар
11 Октябрь 2024, 08:53

Ололар хөрмәтләнде

Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан райондың ветерандар советтары рәйестәре Юлдаш ауылына йыйылды. Ҡунаҡтарҙы урындағы ветерандар советы рәйесе Гөлзифа Ғафарова ҡаршылап, ауыл тураһында һөйләне, башланғыс мәктәп, клуб һәм быйыл асылған мәсет менән таныштырҙы.

Байрам кисәһе ауылдың мәҙәниәт усағында үтте. Клуб мөдире Гөлназ Әхмәтҡужина етәкләгән «Гөлғәйшә» фольклор ансамбле ағзалары моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк итте. Тал Ҡусҡары клубы мөдире Сәүиә Дәүләтбаеваның бейеүҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. 
Гусев ветерандар советы рәйесе Венера Шәйхисламова барыһын да байрам менән тәбрикләне һәм изге теләктәрен еткерҙе. Ул биләмә ауылдарында ололар менән эш алып барыуҙа ярҙамдан өҙмәгән Гусев биләмәһе хакимиәте башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллинға, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, бағымсыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Ниндәй сара уҙғарһаҡ та, иң тәүҙә биләмә башлығы, клуб мөдирҙәре менән кәңәшләшәбеҙ, улар һәр саҡ беҙҙең башланғысты хуплай. Гусев ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әнисә Арғынбаева менән берлектә эш алып барабыҙ. Иҙәш Ҡусҡары ауылынан Зәйтүнә Шәрипова һәм уның ярҙамсылары Фәрхизә Ихсанова, Әлфиә Вәлиева, Тал Ҡусҡарынан Сулпан һәм Сәүиә Дәүләтбаевалар, Юлдаштан Гөлзифа Ғафарова, Таҡһырҙа Ләлә һәм Данияр Сафиуллиндар бик әүҙемдәр, дәртлеләр, һәр эшкә ихлас тотоналар, — тине Венера Хәсәнша ҡыҙы. 
Гөлзифа Ғафарова үҙенең сығышында Юлдаш ауылының бай тарихын һәм бөгөнгөһөн бәйән итте.
— Әлеге ваҡытта ауылда 94 йорт иҫәпләнә, күберәк ололар йәшәй. Ҡыҙғанысҡа,  эш булмау, юл юҡлығы арҡаһында ауылда йәштәр ҡалмай. Балалар һаны кәмеү арҡаһында баҡса ябылды, уның урынына «Яугир» исемле көрәш секцияһы асылды. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Ирек Ғә-зизов алып барған түңәрәккә йәштәр һәм балалар бик теләп йөрөй, хатта күрше ауылдарҙан килеп шөғөлләнәләр. 
Ауылда  медпункт, башланғыс мәктәп, клуб бар, быйыл иман йорто асылыуы юлдаштар өсөн көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға булды. Сәлимә Язарова етәкләгән ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙем эшләй, уның ағзалары — Гөлназ Әхмәтҡужина, Луиза Әбдрәши-това, Дилара Хөснөтдинова, Зөл-фиә Сәйетғәлина һәр башлан- ғысты күтәреп алалар, — тине Гөлзифа Миҙәхәт ҡыҙы. — Хаҡлы ялдағылар ҙа ауыл тор-мошонда ҡайнап йәшәй. Бөгөнгө матур сараның инициаторҙары һәм бағымсылары булған район һәм Гусев биләмәһе ветерандар советы рәйестәре Ансар Төлкө-баев менән Венера Шәйхисла-моваға оло рәхмәтемде белдерәм. Артабан да бергә-бергә эшләрбеҙ тип ышанам.
Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев ауыл ололарын һәм урындарҙағы ветерандар советтары рәйестәрен байрам менән ҡотланы, һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ теләне. Ул Юлдаш клубы мөдире Гөлназ Әхмәтҡу-жина етәкселегендәге «Гөлғәйшә» фольклор ансамблен төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район ветерандар советының Почет грамотаһы менән бүләкләне. Һәр байрамдың биҙәге булған ансамбль ағзаларын Гөлназ Фәсхетдин ҡыҙы ла байрам уңа-йынан бүләкләне. Йыр-моңға маһир, дәртле апай-инәйҙәр — Гөлзифа Ғафарова, Сания Вәлиева, Айһылыу Ғафарова, Бибинур Яныбаева, Кинйәбикә Фәйзул-лина, Зөлҡәғиҙә Сәйетғәлина, Рәсимә Баймырҙина, Әнүзә Шәрипова, Рәсимә Ғөбәйҙуллина, Зифа Йәнғазинаға маҡтау һүҙҙәре яңғыраны.
Гусев ауыл биләмәһе исеменән урындағы ҡатын-ҡыҙҙар сове-ты рәйесе Әнисә Арғынбаева ла ололарҙы байрам менән тәбрикләне. 
Байрам кисәһендә Юлдаш ауылының ғорурлығы — илле йыл бергә ғүмер кисергән алтын парҙар — Сания һәм Рафаил Вәлиевтар, Зөлҡәғиҙә һәм Раил Сәйетғәлиндар, Сәйҙә һәм Урал Ғәлиндар, Мәҙинә һәм Мәүлит Сәйетғәлиндар сәхнә түренә саҡырылды. 
Ярты быуат иңгә-иң терәп ғүмер иткән, бай хеҙмәт юлы үткән абруйлы һәм татыу ғаиләләр менән таныштырҙылар, бүләктәр тапшырҙылар. Ауылдың хөрмәтле ололары — 75 йәшлек юбилейын билдәләгән Урал Ғәлин, 70 йәштәрен тултырған Зифа Йәнғазина, Зәйнетдин Ғафаров менән Рәшит Баймырҙинды ғүмер байрамдары менән ҡотланылар. 
Сара ауылдың иман йортонда  ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары әҙерләгән мул табын артында тамамланды. Ҡунаҡтар матур байрам ойошторған хужаларға рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас