Республикабыҙҙың төп дәүләт байрамы Әбйәлилдә киң билдәләнде. Төрлө иҫтәлекле саралар, спорт ярыштары уҙғарылды. Район мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш үтте.
Район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Хәлилов барыһын да ошо матур байрам менән ҡотлап, суверенитет ярҙамында республика тарафынан ҙур юл үтелеүен билдәләне.
— Күп милләтле халҡының тырыш-лығы һәм берҙәмлеге арҡаһында беҙҙең республика Рәсәйҙең көслө һәм алға киткән төбәге булып тора. Республиканың мөһим байрамына беҙ, әбйәлилдәр ҙә, яҡшы һөҙөмтәләр менән килдек. Районда урып-йыйыу эштәре тамамланыу өҫтөндә. Беҙҙең игенселәр йыл ҡатмарлы килеүгә ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш алыуға өлгәште: 39 мең гектар майҙанда 84 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып алды, уңыш гектарынан уртаса 21,5 центнер тәшкил итте. Беҙҙең район торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостанда алдынғылар иҫәбендә, йыл башынан 53 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, — тине Руслан Ғөзәйер улы. — Әбйәлилдәр ил өсөн ҡатмарлы ваҡытта ситтә ҡалманы, райондаштарыбыҙ беҙҙең именлекте һаҡлай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Барыбыҙ ҙа яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.
Р. Хәлилов махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең хәрби награ-даларын уларҙың яҡындарына тапшыр-ҙы. Батырлыҡ ордендарына лайыҡ бул- ған райондаштарыбыҙ Вадим Әбүта-липов менән Марсель Талиповтың наг-радаларын аталары өсөн оло ғорурлыҡ менән улдары Данил Әбүталипов менән Тимур Талипов алды. Һуғышта ҡаһарман-дарса ғүмерҙәре өҙөлгән яугирҙәр Рауил Мортазин, Рафаэль Шәрәфет-динов, Фәнил Сәйетбатталовтың юғары наградаһы — Батырлыҡ ордендары ҡатындары Миләүшә Мортазина, Эль-вира Шәрәфетдинова һәм Зөһрә Сәйет-батталоваға мәңгелек һаҡлауға тапшы- рылды. Яугир Динир Ҡараҡаевтың үлгәндән һуң бирелгән наградаһы — Изге Георгий-I дәрәжә Георгий тәреһе орденын ҡустыһы Айгиз Ҡараҡаев алды.
Махсус хәрби операцияла ҡатна-шыусы райондашта-рыбыҙ Артем Баткаев менән Салауат Йосо-пов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Шайморатов миҙал-дары менән бүләклән-де. Яугир Урал Кама- лов Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Хәрби часть командованиеһынан батыр ул үҫтергән өсөн Рәхмәт хатын һәм «Ва-танды һаҡлаусының әсәһе» миҙалын Рә-милә Ласынова, «Ва-танды һаҡлаусы ҡа- тыны» миҙалын һәм хәрби часть командирының Рәхмәт хатын Гүзәл Бикҡолова алды.
Тантаналы йыйылышта район мән-фәғәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары респуб-лика һәм райондың маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Байрам сараһында ҡатнашҡан БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Светлана Дәүләтова район халҡын республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы.
— Республика көнө – Башҡортостан халҡы өсөн төп байрам. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу һәм берҙәм йәшәй, — тине Светлана Леонидовна. — Беҙ ышаныслы аҙымдар менән алға барабыҙ: яңы юлдар төҙөлә, мәктәптәр, дауаханалар ремонтлана, ял урындары, парк һәм скверҙар төҙөклән-дерелә. Республикабыҙ күп күрһәткес-тәр буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙа килә. Был ҡаҙаныштарҙа әбйәлилдәрҙең дә хеҙмәт өлөшө бар.
Министр урынбаҫары оҙаҡ йылдар райондың торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар тапшырҙы.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов яҡташтарын ҡотланы.
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары исеменән мөһим байрам менән тәбрикләйем, — тине Йәлил Насип улы. — Республикала өлгәшелгән ыңғай үҙгәрештәр — ул беҙҙең берҙәм хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһе. Байрамды барыбыҙ ҙа юғары ҡаҙаныштар, яҡты өмөттәр менән ҡаршылайбыҙ. Яҡташтарыма һаулыҡ, бәхет, районыбыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтендә уңыштар теләйем.
Ул оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн «Әбйәлил сорт участкаһы» ЯСЙ-һы ди-ректоры Сергей Гусев менән район хакимиәтенең финанс идаралығы водителе Азамат Суфияновҡа БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Район йәмәғәт палатаһы рәйесе Бикбай Насирйәнов БР Йәмәғәт палатаһының Почет грамотаһын алды.
Социаль координатор Дилә Ғәлиуллина «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының эшендә әүҙем ҡатнаш-ҡаны, йәш быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүҙәге өлөшө өсөн Алһыу Шаһыбалова менән Вадим Папанинды рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Тантаналы сара райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай һәм йөкмәткеле концерт менән тамамланды.
Динара САФИУЛЛИНА.