Байрамға саҡырылған хужалыҡ эшсәндәре, ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы, район хакимиәте вәкилдәре иң элек күп йылдар ошо совхозға етәкселек иткән, заманында хужалыҡты миллионер итеүгә бар көсөн һалып, уны тотош илгә танытҡан Минислам Мирсаяповҡа таҡтаташ асыуға шаһит булды.
— Данлыҡлы «Красная Башкирия» совхозы директоры Минислам Нурислам улы Мирсаяповҡа мемориаль таҡтаташ асабыҙ. «Урал» совхозы һәм «Урал аръяғы совхоздар тресы» менән етәкселек иткән М. Н. Мирсаяпов 1975 йылда беҙҙең хужалыҡҡа директор итеп тәғәйенләнә. Тәжрибәле хужалыҡ эшмәкәре, үҙ эшен белгән ғалим-зоотехник, элекке етәксе Иван Дмитриевич Суворов башлаған эште лайыҡлы дауам итә. Минислам Нурислам улының ҡаҙаныштарын һанап бөтөргөһөҙ. Бер нисә факт килтереү ҙә етә: совхоз тулы хужалыҡ иҫәбе шарттарында эшләй, был торлаҡ һәм производство төҙөлөшөн алып барырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, һөтсөлөк комплексы, сусҡасылыҡ базалары төҙөлә, һауын көтөүе яңыртыла. Һыйыр малдары һаны 3,5 мең баштан ашып китә, һауын һыйырҙары 3 меңгә яҡынлаша, урта мәктәп бинаһына төкәтмә, ике ятаҡ һәм өс ҡатлы участка дауаханаһы бинаһы төҙөлә. 1982 йылда емеш баҡсаһына нигеҙ һалына, Яҡтыгүлдә «Дуҫлыҡ» профилакторийы төҙөлә. Минислам Ну-рислам улының башҡарған эштәре онотолмай, уны белгәндәр директорҙы тик йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Бөгөн ул эшләп киткән хужалыҡ идараһы бинаһында уның исеме яҙылған иҫтә-лекле таҡтаташ асыу — Минислам Мир-саяповҡа хөрмәт билдәһе, — тине танта- нала сығыш яһаған Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зәбир Кәримов.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы район хаки-миәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлиловҡа һәм Мирсаяповтың ҡыҙы Иринаға бирелде. Таҡтаташтағы япманы алғандан һуң, сарала ҡатнашыу-сылар Минислам Нурислам улын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар һәм таҡтаташҡа сәскәләр һалдылар.
Артабан байрам сараһы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сиҙәм ауылынан тарихты өйрәнеүсе Салауат Рәжәпов совхоздың барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды, хужалыҡты алдынғылар рәтенә сығарыуға көс түккән, юғары награда-ларға лайыҡ булған эшсәндәр, Бөйөк Ва-тан һуғышында ил азатлығы өсөн башын һалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, ҙур хеҙмәт өлгөһө күрһәткәндәр, фронтта ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ҡатнаш ғаилә ҡороп, күптәргә өлгө булып ғүмер кисергән парҙар, бер һүҙ менән әйткәндә, хужалыҡты күтә-реүҙә ҡатнашҡан барыһы ла тиерлек исемләп телгә алынды.
— «Красная Башкирия» совхозы 95 йыл дауамында оҙон һәм ауыр юл үткән, әммә, иң мөһиме, хужалыҡҡа нигеҙ һалған, уны ныҡлы аяҡҡа баҫтырыуға, алдынғылыҡҡа сығарыуға өлөш индергән бер кем дә онотолорға тейеш түгел, — тип башланы үҙенең сығышын Зәбир Насир-йән улы. — Бөгөн дә үҙ урынында на-мыҫлы эшләп, ауылыбыҙҙы матурыраҡ итеүгә, йәшәйешебеҙҙе яҡшыртыуға тырышҡандар маҡтауға лайыҡ.
Зәбир Насирйән улы билдәләүенсә, ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшәү өсөн уңайлы итеү буйынса эштәр әүҙем бара. Һуңғы йыл-дарҙа был тәңгәлдә күп эштәр башҡа-рылған, атап әйткәндә, Покровканың ауыл клубының ҡыйығы, йылытыу ҡаҙан-лығы һәм газ иҫәпләгесе алмаштырылған, ауыл урамдары яҡтыртылған. Покровка, Озерный һәм Һамар ауылдарында балалар майҙансыҡтары ҡуйылған, юлдарына ҡырсынташ түшәлгән, ауыл урамдарын яҡтыртыу буйынса ҙур эш башҡарылған. Озерныйҙа хоккей короб-каһы төҙөлгән. Красная Башкирия ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә булдырылған «Дуҫлыҡ» скверы төҙөкләндерелгән. «Йәйғор» мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөлөүе балалар һәм йәштәр генә түгел, ололар өсөн дә шәп бүләк булған. Мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре, ишектәре замансаға алмаштырылған, китапханала ремонт үткән. Красная Башкирия ауы-лының «Малыш» балалар баҡсаһына капиталь ремонт үткәрелгән һәм Һамар бүлексәһе ауылындағы «Айгөл» балалар баҡсаһы бинаһында һыу үткәреү систе-маһы йүнәтелгән. Һамар ауылында бала-лар баҡсаһы менән фельдшер-акушер- лыҡ пункты капиталь ремонттан һуң та-нығыһыҙ булып үҙгәргән. Күп фатирлы йорттарҙың бер нисәһенең ҡыйығы ал-маштырылған, подъездар ремонтланған.
Быйыл совхоздың 95 йыллыҡ юби-лейы уңайынан Красная Башкирия мәк-тәбенә капиталь ремонт үткәрелеп, ул өр-яңы төҫ алған. ППМИ программаһы буйынса Озерный зыяраты төҙөклән-дерелгән.
— Бөгөнгө уңыштарыбыҙ — ауылға ғүмер буйы һөйөү һәм тоғролоҡ һаҡлаған, уның менән ғүмерен бәйләгән бер нисә быуын халҡыбыҙҙың ҡаҙанышы. Бер быуатҡа яҡын тарихы булған ауыл иртәгәһе көнгә ышаныслы атлай. Бөтә халыҡты тыуған ауыл биләмәһе тураһында хәстәрлек, уны тағы ла матурыраҡ итеүгә ынтылыш берләш-терһен, ә байрам йәндәрҙе өмөт яҡтылығы менән яҡтыртһын, өй усағының йылыһы менән йылытһын, — тигән теләктәрен еткерҙе хакимиәт башлығы.
Красная Башкирия биләмәһе халҡын ошо ауылда тыуып-үҫкән район баш-лығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хә-лилов тәбрикләне.
— Хужалыҡтың уңышы — тырыш ҡулдарҙа. Көслө етәкселәрҙең ҡулы аҫтында эшләгән хужалыҡ заманында район һәм республикала ғына түгел, тотош илдә танылыу яуланы. Был, әлбиттә, ялан-ҡырҙарҙа, фермаларҙа юғары хеҙ-мәт етештереүсәнлеге күрһәткән эшсән-дәрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе. Күптәрҙең намыҫлы хеҙмәттәре юғары дәүләт наг-радалары менән билдәләнде. «Красная Башкирия» совхозы нигеҙендә барлыҡҡа килгән ошо уҡ исемде йөрөткән ауыл хужалығы кооперативы яңы технология-лар һөҙөмтәһендә өлгәшкән ҡаҙаныш-тары менән хатта сит илдәрҙә лә бил- дәле. Бында, әлбиттә, уның етәксеһе Раил Фәхрисламовтың тырышлығын билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр. Артабан да яулар үрҙәре юғары булһын хужалыҡтың. Барығыҙҙы ла байрам менән, — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Йыйылыусыларҙы шулай уҡ район Советы секретары Булат Исламбаев менән район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов та ҡотлап, изге теләк-тәрен еткерҙе.
Байрам сараһын дауам иткән тама-шала ауыл хужалығы тармағы эшсән-дәренән тыш, биләмәнең мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре лә тәбрикләнде, уларға арнап, «Ихлас» фольклор төркөмө, «Рябинушка» вокал ансамбле, «Сама-рочка» халыҡ ансамбле, Венера Чуева, Вячеслав Мельников, Юлия Вини-диктова, Заһир Хызыров, Рөстәм Харра-сов башҡарыуындағы сығыштар тәҡдим ителде.
«Хазина» фольклор ансамбленең совхоздың юбилейына арналған таҡмаҡтары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Ғаилә йылы тип нарыҡланған йылда үткән сарала 50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер юлынан бергә атлаған ғаилә парҙары Луиза һәм Рәсүл Шөғүровтар, Любовь һәм Петр Серегиндар, Рәйсә һәм Фәтих Байморатовтар, Зәбирә һәм Ринат Хазиевтар сәхнәгә саҡырып тәб-рикләнде.
Быйылғы яҙғы баҫыу эштәре бары-шында юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшеп, район кимәлендә «Сәсеү батыры-24» исеменә лайыҡ булған, ата-бабалары эшен лайыҡлы дауам иткән «Красная Башкирия» хужалығы эшсәндәре Илнур Шәмғолов менән Александр Мөхәмәтйәновҡа, малсылыҡта алдынғылыҡты бирмәгән Мәрйен Мөхәмәтова, Сажиҙә Ҡаһарманова һәм Гөлсинә Штырляеваға ла оло хөрмәт күрһәтелде.
Ил намыҫын яҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Элмир Джангучиков, Никита Бузов, Марат Әбүзәров, Кирилл Шаһыбалов, Раян Ишкинин, Ислам Зәйҙуллиндың ата-әсәләренә, ғаиләләренә, туғандарына сәхнәнән рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Байрамды үткәреүгә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙар ҙа онотолманы, сарала ҡатнашыусылар исеме-нән уларға рәхмәт белдереп, концерт номерҙары бағышланды.
Йәмәғәт эшендә әүҙемдәр, үҙ өлкәһендә һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкәндәр, яугирҙәр әсәләре, төрлө кимәлдәге Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Төп маҡсаты үткәндәрҙе барлау, хужалыҡ үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙе данлау, йәшәйешебеҙҙе тағы ла сағыуыраҡ, күркәмерәк итеүгә бар көсөн һалған төрлө өлкәлә хеҙмәт итеүселәргә мәҙхиә йырлау булған байрам бына шулай гөрләп үтте.
Р. ДАУЫТОВА.