Байрамдар
15 Ноябрь 2024, 05:08

БЕР КҮРЕШЕҮ — ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕР

Райондың һөнәри белем усағында иҫтәлекле ваҡиға булды, бындағы уҡыу йорто тарихында тәүге тапҡыр училищены тамамлаусыларҙың осрашыуы ойошторолдо.

Үткәндәргә күҙ һалһаҡ...
Әбйәлил (Таштимер) һөнәрселек училищеһының (бөгөнгө Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы)  тарихы  Белорет районындағы 14-се һөнәрселек училищеһы тарихы менән бәйле. Әбйәлил ауылында эшләп килгән район техник станцияһы (РТС) Асҡарға район техник предприятиеһы (РТП) булып күсерелә һәм уның базаһына Белореттан училищеның ауыл хужалығы техникаһы — автомобиль-тракторҙары, ер эшкәртеү, ремонтлау ҡорамалдары, гараждары килтерелә. Башҡортостандың һөнәри техник белем биреү идаралығы бойороғо менән 17-се һанлы Әбйәлил ауыл хужалығын механизациялау училищеһы дирек-торы итеп И. Н. Баталов тәғәйенләнә. 
Училищеның барлыҡҡа килеү документтары араһында уҡыу йортона эшләргә килгәндәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү тураһында ла яҙма һаҡлана: кемгә ниндәй йортто бирергә, унда ниндәй ремонт эштәре башҡарыу кәрәклеге һ.б.
1984 йылдың 4 сентябрендә белем усағы 93-сө һөнәрселек-техник училищеһы итеп үҙгәртелә. 2015 йылдан ул — Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы.
1961 йылдың 11 ғинуарында училище тәүге уҡыусы-ларын ҡабул итә.
Осрашыуға килгәндәр араһында ошо училищеға тәүгеләрҙән булып һөнәр алырға килгән А. Ғ. Төлкөбаев бар ине. 
— Училищеға колхоз-совхоздарҙан йүнәлтмә менән генә алдылар. Нигеҙҙә хужалыҡтарҙа трактор-комбайндарҙа эшләһәләр ҙә, ауыл хужалығы техникаһын йөрө-төүгә танытмаһы булмағандарҙы уҡырға ебәрҙеләр. Бында күпте күргән ололар ҙа, 17-18 йәшлектәр ҙә бергә уҡыныҡ. 30 кешенән торған ошо төркөмде тамамлаған-дарҙан бөгөн мин һәм уҡырға Айыуһаҙы ауылынан кил-гән Ҡотлогилде ағай Төхвәтуллин иҫәнбеҙ. Ҡотлогилде Ғәфиәт улы ул саҡта һуғыш михнәттәрен үтеп ҡайтҡан 33 йәшлек ир-уҙаман ине. Бер йыл уҡып, өсөнсө класлы тракторсы-машинист булып сыҡтыҡ, — тип һөйләне Ансар Ғаттар улы алты тиҫтә йылдан ашыу булған хәтирәләрҙе яңыртып. — Училищела 1967-1971 йыл-дарҙа, Әсғәт Хәсәнов директорлыҡ иткән осорҙа уның мәҙәни-тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булып эшләргә лә тура килде.

Тарих һаҡлай музей
Осрашыуға йыйылғандар иң элек колледждың музейында булды.
— Музей шул саҡтағы директорыбыҙ Әсғәт Хәсән улынан башланды. Музей өсөн ул үҙенең кабинетын бирҙе. Музейҙы экспонаттар менән тулыландырыу өсөн шарттар булдырҙы, үҙе лә ярҙам итте, — тип башланы сығышын музей етәксеһе, 37 йыл ғүмерен ошо уҡыу йортонда эшләүгә бағышлаған Ф. Х. Иҫәнгилдина.  
Музей экспонаттарға һәм мәғлүмәттәргә бик бай. Бында, әлбиттә, училищеның барлыҡҡа килеү тарихына ҙур урын  бирелгән, унда был тәңгәлдәге  бөтә  доку-менттар, фотолар ҡәҙерләп һаҡлана. Төрлө йылдарҙа училище әҙерләп сығарған төркөмдәрҙәге курсанттар исемлеге, уҡыу журналдары, фотоһүрәттәр...
Райондан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары хаҡын-да тулы мәғлүмәт бар.  Һуғыш юлын үтеп, илебеҙгә еңеү яулап ҡайтып, тыныс тормошта хеҙмәттәрен училищела дауам иткәндәр ҙә онотолмаған.
Бөйөк Ватан һуғышын үткән һәм заманында ике йыл дауамында училищела директорҙың сәйәси тормош буйынса урынбаҫары булып эшләгән Абдулхаҡ Динис-ламов һуғыштан кейеп ҡайтҡан гимнастеркаһын бүләк иткән, был ҡомартҡы ла ҡәҙерләп һаҡлана музейҙа.
Заманында училищела белем алған ҡаһарман улдарын да онотмайҙар — ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгәндәр, яугир-интернационалистар, махсус операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булғандар иҫтәлеге лә мәңгеләштерелгән, улар хаҡында ла һөйләй экспонаттар.
Мәскәүҙе оборонолауҙа ҡатнашҡан яҡташтар айы-рым стендты биләй.
Училищеның тәүге директоры Илья Николаевич Баталов, 24 йыл директор булып эшләгән Әсғәт Хәсән улы Хәсәнов, уларҙан һуң уҡыу йортон етәкләгән башҡа етәкселәр тураһында ла бай мәғлүмәт тупланған. Социализм дәүеренә, партия, комсомол эшмәкәрлегенә ҙур урын бирелгән музейҙа. Ошо дәүерҙә сыҡҡан партия журналдары, плакаттар, башҡа атрибуттар күп кенә.
Бында шулай уҡ МТС-тың 1936 йылғы Ҡыҙыл байрағының төп нөхсәһе һаҡлана.
— РТС-тан училищеға ҡалған ошо байраҡты тотоп, ата-әсәйҙәребеҙ демонстрацияға сыға ине, парадтарҙа йөрөнө был байраҡ, — тип һөйләй Фәниә Хәлим ҡыҙы. 
Тағы бер иҫтәлекле байраҡ бар икән музейҙа. Музей етәксеһе һөйләүенсә, был күсмә байраҡ иһә уҡыу, тәртип буйынса иң яҡшы тип табылған төркөмгә бирелә килгән.
— Класс етәксеһе Мария Степанова булған төркөм ул байраҡты бер ваҡытта ла ҡулынан ысҡындырманы. Был Мария Николаевнаның курсанттарының һәр саҡ өлгәштәре һәйбәт, тәртипле булыуҙарын раҫлай, — тип дауам итте Ф. Х. Иҫәнгилдина.
Район етәкселәре Фәйзрахман Хисмәтуллин, Раил Бикйәновтар хаҡында ла хәтирәләр һаҡлай музей. 
— Училищеға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған етәкселәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шул осорҙа КПСС район комитетының беенсе секретары булған Фәйзрахман Шәйхетдин улының ярҙамында Әсғәт Хәсән улы училищеға, ғөмүмән, тотош ауылыбыҙға Асҡарҙан алда газ индереүгә өлгәште, — ти Ф. Иҫәнгилдина. — Бер һүҙ менән әйткәндә, Әсғәт Хәсән улы ҡалдырған музей эшләй, уның экспонаттарын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, тулыландыра барабыҙ.
Фәниә Хәлим ҡыҙы музейҙың эшен йәнләндереүгә уҡыусыларҙы ла даими йәлеп итә. Мәҫәлән, бында райондың бөтә 92 ауылы тураһында мәғлүмәт табырға була: 1981 йылдан алып уҡыусылар район гәзиттәрендә, республика баҫмаларында ауылдарға ҡағылышлы донъя күргән мәҡәләләр ҡырҡындыларын һәр ауыл буйынса асылған папкаларға туплап бара.
Юғары наградаларға, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған училище хеҙмәткәрҙәре өсөн айырым стенд булдырылған. 

Уҡыусылар өҫтәмә һөнәр ала
Артабан ҡунаҡтар колледж уҡыусыларына өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге биргән кабинетта булдылар. Быйыл агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды ярҙамында «Едем, едем в МЕДИАСЕЛО молодое» исемле проектын тормошҡа ашырыуҙа «Абзелил» гәзитенең партнеры булып сығыш яһай. Ошо проект, уны  тормошҡа ашырыу юлдары, эш барышы менән «районка»ның мөхәррире Т. М. Йомағужина таныштырҙы.
— Был проект нигеҙендә ойошторолған «Ауыл корреспонденты мәктәбе» дәрестәрендә егеттәр һәм ҡыҙҙар журналист эше нигеҙҙәрен өйрәнә, журналис-тиканың төп жанрҙары менән таныша, үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтә ала. Шулай уҡ эшлекле, маҡсат-тарына ҡыйыу юл ярған әбйәлилдәр менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар таба, — тине Таңсулпан Марат ҡыҙы. — Ғөмүмән, бындай проекттар ике яҡҡа ла файҙалы: редакция хеҙмәткәрҙәре үткәргән дәрестәргә егеттәр һәм ҡыҙҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөйҙәр. Килә-сәктә уларҙың мәҡәләләре «Абзелил» гәзитенә бушлай ҡушымтала донъя күрәсәк. Ә фонд ярҙамында алынған компьютерҙар, башҡа ҡорамалдар һуңынан редакция балансына биреләсәк.

Осрашыу күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр
Байрам кисәһенең тантаналы өлөшө колледждың спорт залында үтте.
Байрамса биҙәлгән залда бөгөнгө коллектив ағзалары ғына түгел, инде күптән хаҡлы ялда булған уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Шулай уҡ училищеның юбилей йылы сығарылыш уҡыусылары, инде сәстәренә сал кергән, хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған игенселәр, бөгөн күптәре хаҡлы ялда булған элекке курсанттар менән зал тулы ине. 

Сараны филиалдың етәксеһе С. Т. Зәйнуллин асты.
— Бөгөн бында ҡасандыр ошо уҡыу йортонда уҡып, һөнәрле булғандар йыйылған. Һеҙҙең йәшлек йылда-рығыҙ нәҡ ошо уҡыу йорто менән бәйләнгән. Кемдәрҙер ошонан тура ил һағына баҫты, күптәр өсөн училище артабан уңыштар яулауға старт бирҙе, кемдер ошонда үҙенең яртыһын осратты, — тип башланы сығышын Салауат Таһир улы. — Беҙҙең башланғысты күтәреп алып, осрашыуға килгәндәргә рәхмәт белдерәм. Ошондай осрашыуҙар артабан йолаға әүерелһен, тигән теләктә ҡалам. Көтөп алынған байрам менән барығыҙҙы ла.
Артабан һүҙ алған Фәниә Иҫәнгилдина училищеның барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды. Уҡыу йортон төрлө йылдарҙа етәкләгән директорҙар, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусылар, мастерҙар, тәрбиәселәр һәр береһе исемләп телгә алынды. 
— Училищела Әсғәт Хәсәнов директор булған йылдар һөнәрселек училищеһының сәскә атҡан мәлдәре булды тиһәм яңылышмам. Нәҡ ошо осорҙа биналар һалынды, бөтә уңайлыҡтар булған ятаҡтар төҙөлдө. Әбйәлил генә түгел, күрше райондар, хатта Силәбе өлкәһе өсөн механизаторҙар кадрҙары әҙерләгән училищела курсанттар өсөн уҡыу, йәшәү, ашатыу бушлай булды. Бер меңгә яҡын балалар уҡыған йылдар булды. 1973 йылдан училищела уҡыу өс йыллыҡҡа әйләнде, һөнәрҙәр исемлеге лә артты, — тип Фәниә Хәлим ҡыҙы Ә. Х. Хәсәновты айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алды.
Күптәр үҙ сығыштарында Әсғәт Хәсән улының ябай, шул уҡ ваҡытта талапсан, эшлекле етәксе булыуын билдәләне. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар училищела физкультура дәрестәрен алып барған Сәлим Дәминдаровтың тырышлығы менән уҙған йыл Әсғәт Хәсәновҡа училищеның төп корпусында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
— Әсғәт Хәсән улы үҙенең талапсанлығы менән беҙҙе тормошҡа, эшкә, тәртипкә өйрәтте. Бындай етәкселәр бер ваҡытта ла онотолорға тейеш түгел, — тине Сәлим Хәйрулла улы.
— Ятаҡҡа килеп инһә, иң элек, кейемен сисеп, бүлмәләр буйлап йөрөп сығыр ине. Шуға ла бүлмәләрҙе һәр саҡ тәртиптә тоттоҡ... 
— Үҙе теләгән ваҡытта ашханаға килеп инеп, курсанттар менән  бергә ултырып ашай ҙа ине. Шуға ла ашнаҡсылар һәр саҡ тәмле итеп бешергәндәрҙер ҙә...
— Бөтә курсанттарға ҡарата бер төрлө ҡараш булды, һәр кемебеҙ училище коллективының хәстәрен тойҙо...
— Йылы бүлмәләрҙә бер төрлө карауаттар ҡуйылғайны, уларҙа ап-аҡ постель түшәлә ине, көнөнә 3 тапҡыр бушлай ашатыу булды...
— Беҙ уҡығанда хатта көнөнә дүрт тапҡыр ашаттылар...
— Бушлай кейем-һалым менән тәьмин иттеләр...
— Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, училищела алған тәрбиә-һөнәр тормошта үҙ урындарыбыҙҙы табырға ярҙам итте... 
Бер-бер артлы һүҙ алған төрлө йылдарҙа училищены тамамлағандарҙың сығыштарында ошондай һүҙҙәр күп ишетелде. Һәр береһе исем-шәрифен әйтеп, ҡайҙан булыуы, кем булып эшләүе, уңыш-ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Ғөмүмән, осрашыуға килгәндәр уҡыу йылдары хаҡында бик йылы хәтирәләр һаҡлай. 
Оҙаҡ йылдар район эске эштәр бүлеген етәкләгән, бөгөн хаҡлы ялда булған милиция полковнигы Марсель Ғәббәсов та тәүге һөнәрҙе ошо училищела алған, ул алты ай уҡып, 1969 йылда водитель танытмаһы алып сыға һәм хеҙмәт юлын шофер булып башлаған.
Районда билдәле эшҡыуар «Энерготехсервис» ЯСЙ-һы директоры Ҡ. М. Ғәзизовтың училищены тамамла-уына 45 йыл, ул ошонда өс йыл белем алып, киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен ала.
— Училищела уҡыу йылдары беҙгә тормош мәктәбе булды, киләсәгебеҙгә башланғыс һалды, артабанғы юлыбыҙға этәргес бирҙе, — тине Ҡотдос Мәһәҙей улы. — Быуындары нығынып етмәгән үҫмерҙәр булып килеп, өс йыл дауамында ошонда тәрбиәләнеп, үҙаллы фекер йөрөткән, алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйған ир-егеттәр итеп сығарҙы беҙҙе мастерҙар, педагогтар, тәрбиә-селәребеҙ. Бөгөн эшсе һөнәрҙәрҙе әҙерләгән уҡыу йорттарына ил, республика етәкселеге яғынан иғтибар арта бара. Тимәк, филиалдың да заманса уҡыу йортона әйләнеренә ышаныс ҙур.
— Атайым Юлай Хәсән улы, әсәйем Ғәйнур Мөхөтдин ҡыҙы училищела эшләгәс бала, үҫмер саҡтар ошо белем йортонда үтте тиергә була. Үҙем дә ошонда тәүге һөнәр алдым. Нәҡ ошонда спортҡа һөйөү уянды, училищеның волейбол, баскетбол командалары менән район, республика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған мәлдәр күп булды, — тип Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин училищеға туптар бүләк итте.
Ғөмүмән, ҡунаҡҡа бүләкһеҙ йөрөмәйҙәр тигәндәй, сарала ҡатнашыусыларҙың күпселегенең бүләге училищеға тәғәйенләнгәйне, осрашыуға килгән  уҡытыусыларҙы ла уҡыусылары бүләкһеҙ ҡалдырманы.
— Районда училище ябылмай эшләп килеүе ҡыуаныслы. Сөнки нәҡ ошо белем учреждениеһы ауыл хужалығын кәрәкле кадрҙар менән тәьмин итә лә инде. Күп урындарҙа һөнәрселек училищелары ябылған бер мәлдә, беҙҙә яңынан-яңы һөнәрҙәр үҙләштереү мөмкинлеге бар. Артабан да эшегеҙ уңышлы барһын. Хәтирәләргә бай сара ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт. Байрам менән барығыҙҙы ла, — тине осрашыуҙа ҡатна-шыусыларҙы тәбрикләп ошо һөнәрселек училищеһында ун йыл директор булып эшләгән Илнур Марат улы Мырҙагилдин.
Бар ғүмерен уҡыу йортонда директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған РФ һөнәри белем биреү системаһының почетлы ра-ботнигы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ғ. М. Рәх-мәтуллина ла сарала ҡатнашҡан коллегаларына, уҡыусыларына изге теләктәрен юлланы:
— Бер көндө йәлләмәй, эш-мә­шәҡәт­тәрегеҙҙе ҡалдырып осра­шыр­ға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәх­мәт. Тимәк, беҙ бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ, һағыныш­ҡан­быҙ, осрашырға теләгәнбеҙ. Тағы ла күрешкәнгә тиклем иҫән-һау булайыҡ! — тине Ғәйнур Мөхөтдин ҡыҙы.
Училищены тамамлағандарҙың осрашыу кисәһен үткәреү инициаторы булған Бикбай Батыр улы үҙенең сығышында иң элек тәҡдимен күтәреп, ошо сараны ойошторған Салауат Таһир улына, ул етәкләгән коллективҡа рәхмәт  белдерҙе.
— Мин 1986 - 1989 йылдарҙа уҡыным. Өс йыл уҡыу осоронда  ике тапҡыр республика  олимпиадаһында  ҡатнаштым: физика буйынса беренсе урын алдым, ал-гебра менән геометрия буйынса өсөнсө урынды яула-ным. Республика буйынса көрәш ярышында беренсе һәм өсөнсө урындар алдым. Төркөмдөң класс етәксеһе Мария Николаевна, мастерыбыҙ Таңатар Ғизетдин улы Мөхөтдинов булды, хәҙер икеһе лә мәрхүмдәр, тыныс йоҡлаһындар. Миңә төплө белем, тәрбиә биргән уҡы-тыусыларға рәхмәтлемен, бөгөнгө яулаған үрҙәремдә уларҙың өлөшө ҙур, — тине ул.
Сарала ҡатнашыусыларҙы педагогик хеҙмәт вете-раны, бар ғүмерен ауыл хужалығы тармағы өсөн кадр-ҙар әҙерләүгә бағышлаған РСФСР һөнәрселек-техник белем биреү отличнигы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хәҙер Өфөлә йәшәгән Л. А. Тихонов видео-элемтә аша тәбрикләне.
Леонид Александрович уҡыу йортонда үткән хеҙмәт йылдарын иҫкә алды,  ғаиләһе исеменән, әйткәндәй уның хәләле Рәйсә Хәлиулла ҡыҙы училище китапханаһында эшләне, училище коллективын, сығарылыш курсанттарын онотолмаҫ осрашыу кисәһе уңайынан ҡотланы, барыһына изге теләктәрен юлланы.
1994 йылда Магнитогорск телевидениеһының «Йәнтөйәк» программаһы тарафынан училище тураһында төшөрөлгән яҙма барыһының да хәтирәләрен яңыртып, үткәндәргә алып ҡайтҡандыр: уҡыу йорто гөрләп эшләп торған мәл, таныш йөҙҙәр, училище баҫыуҙары  мул уңыш үҫтереп алынған... Видеояҙма өсөн  ошо училищела уҡып һөнәр алған Рида һәм Йәноҙаҡ Мөхөтдиновтарға  рәхмәт һүҙҙәре  еткерелде. 
Сара филиал уҡыусыларының, Михайловка мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең дәртле йыр-бейеүҙәре менән аралаштырылып алып барылды.
Кисә һуңында директор Әсғәт Хәсәновҡа ҡуйылған  таҡтаташҡа һәм бар ғүмерҙәрен ауыл өсөн кадрҙар әҙерләүгә арнаған мәрхүм ветерандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалынды.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас