

Йәмле йәйҙең матур көнөндә Ишкилде ауылының Көрәк йылғаһы буйы байрамса төҫ алып, халыҡтың шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Бында күптән көтөлгән Бәхтиәристәр араһының, атап әйткәндә, Зариповтарҙың шәжәрә байрамы уҙҙы. Быуындар бәйләнешен нығытыу, туғандарҙың бер-береһен танып белеүенә булышлыҡ иткән был байрамға 350-нән ашыу кеше йыйылды.
"Көрәктәр-дәртле йөрәктәр" девизына тап төшөрмәгән Ишкилделәге Зариповтарҙың уңған ир-егеттәре ошо араның кейәүе, ауылдың абруйлы уҙаманы Мансур Усманов етәкселегендә байрам уҙа торған аҡланды алдан уҡ урын еренә еткереп әҙерләп тә ҡуйғандар. Һүҙ ыңғайында әйтеп үтергә кәрәк, әлеге шәжәрәне лә, етмәгән мәғлүмәттәрҙе хатта Өфөләге архивтан һорап алып, Мансур Марат улы төҙөнө. Был, уның иҫәп буйынса 9-сы тапҡыр төҙөгән шәжәрәһе. Ҙур күләмле булыуына ҡарамаҫтан, бик аңлайышлы итеп эшләгән.Туғандарҙы йыйып, был байрамды үткәреүҙе лә тулыһынса үҙ өҫтөнә Мансур һәм Нурия Усмановтар ғаиләһе алды. Һөҙөмтәлә, ең һыҙғанып тотоноп, юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәштеләр. Изге байрамды башлап ебәреү өсөн алып барыусылар Фәнилә Нөғәмәнова менән Мөслимә Мәсәлимова һүҙҙе иң тәүҙә дин әһелдәренә бирҙе. Йыйылған араның муллалары, үҙ дәүеренең данлыҡлы имамы Ғәлиәхмәт Зариповтың ейәндәре Алмас Зарипов, Мөҙәрис Абдрахимов, бүләләре Азамат һәм Мансур Зариповтар мәрхүмдәргә аят бағышланы.
Шәжәрә һәм уның мөһимлеге тураһында Ғәлиәхмәт олатайҙың ейәнсәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәүҡинур Сафина сығыш яһаны. Ул Ғәлиәхмәт Зариф улының заманына күрә, бик уҡымышлы, указлы мулла булыуы, ауылында ғына түгел, башҡа ауылдарға, хатта күрше райондар буйлап балаларға һәм шулай уҡ, ололарға ла белем биреп, ғилем таратып йөрөүе, кешеләрҙе аят-доғалар ярҙамында дауалауы тураһында һөйләп үтте. Һәм уның 1937 йылда НКВД тарафынан ҡулға алынып, йыл ярым ваҡыт үткәс, 1938 йылдың ноябрь айында Силәбе ҡалаһында атып үлтерелеүе тураһында ла бәйән итте. Сәйәси золом ҡорбаны булған олатайыбыҙҙың исеме ярты быуат ваҡыттан һуң ғына, 1989 йылдың ноябрь айында аҡлана.
Сығышы менән ул Таҡһыр ауылынан, һәм указлы мулла булғас, уны Ишкилде ауылына ебәргәндәр. Репрессияға эләккәнсе, ошо ауылда 14 йыл йәшәй, 11 баланың бер нисәүһе Ишкилделә донъяға килә.
Байрамға Буранғол ауыл биләмәһе башлығы ла килгәйне. Фуат Мәхмүтов , үҙ сиратында, Ишкилде ауылында Зариповтарҙың тырыштар иҫәбендә булыуҙары тураһында һөйләп, иң әүҙемдәренә Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырып үтте. Бындай хөрмәткә Ринат һәм Гөлшат Зариповтар, аталы-уллы Азат һәм Иҙелбай Зариповтар, Ғәле һәм Гөлдәр Зариповтар, Юлай һәм Айгөл Зариповтар, Әхмәдей һәм Гөлниса Зариповтар, Мансур һәм Илсиә Зариповтар, Мөслимә Мәсәлимова, Ирек һәм Әлфирә Зариповтар, Мансур һәм Нурия Усмановтар лайыҡ булдылар.
Артабан һүҙ Республика халыҡ ижады үҙәгендә фольклор буйынса баш белгес булып эшләүсе Ғәлиәхмәт олатайҙың бүләсәре Гөлгөнә Баймырҙинаға бирелде. Шәжәрә байрамының проект авторы булған Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы, был байрамдың әһәмиәте тураһында һөйләп, ошо ҙур сараны үткәреүгә матди ярҙам күрһәткән бағымсыларға дипломдар, бүләктәр тапшырҙы. Уның ҡулынан иҫтәлекле бүләктәрҙе Ғәлиәхмәт вариҫтары Ғамир Ғәлләмов, Юлай Фәхрисламов һәм милли рухлы , башҡорт телем, илем тип янып йәшәүсе билдәле видеограф, БСТ-ның оҫта операторы Ислам Ирғәлин алып ҡыуанды.
Бынан һуң байрамдың төп өлөшөнә күсеп, сәхнәгә бер-бер артлы Ғәлиәхмәт Зариповтың, уның бер туғандары Бибинур һеңлеһе һәм Ҡужабай ҡустыһының вариҫтары күтәрелеп, үҙҙәре менән таныштырҙы. Туғандарыбыҙ араһында билдәле кешеләр, шулай уҡ халыҡ дауалаусылары ла бар. Әбделмәмбәт ауылынан килгән Ғилминур апай сыҡкан быуындарҙы төшөрөүсе булараҡ танылған. Дәүләт ауылынан халыҡ дауалаусыһы булараҡ билдәлелек яулаған Гөлнур һәм уның улы Өфө ҡалаһында Дим биҫтәһендә имам булған Хәбир ҙә беҙҙең туғаныбыҙ булыуы күңелдәребеҙҙә оло ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Һәр сыҡҡан ғаиләнең иң оло һәм иң кесе ағзаһына махсус бүләктәр тапшыра барҙы, байрамды күңелле итеп алып барыусы Ғәлиәхмәт Зариповтың бүләсәре Фәнилә Мансур ҡыҙы. Бынан тыш, үҙенең тыуған көнөн билдәләүселәр ҙә, 50 йыл һәм унан оҙағыраҡ бергә ғүмер иткән ғаиләләр ҙә, бүләктәр алып ҡыуанды. Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы ҡул эштәре күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларға бүләктәр бирҙе.
Ижади конкурс, волейбол ярыштары ла байрамға йәм өҫтәне. Концерт номерҙары береһенән - береһе сағыу булды. Зариповтар нәҫеле йыр-бейеүгә лә бик маһир икәнлектәрен күрһәттә.Бигерак тә, Мөслимә Зарипованың самауыр менән бейеүе, Гөлгөнә Баймырҙинаның, Фәнилә һәм Ләйсән Мансур ҡыҙҙарының, Гөлназ Нөғәмәнованың, Тал Ҡусҡарынан Мәүлиха апайҙың моңло йырҙары, балаларҙың береһенән-береһенең дәрле итеп өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре, Сәкинә һәм Рәйлә Ғүмәроваларҙың аһәңле шиғырҙары барыһын да хайран ҡалдырҙы. Сәмләнеп уйнаған волейболсылар матур байрамға дәрт өҫтәнеләр.
Байрамда оло табын ҡорҙолар. Ҡорбан салдырған Гөлсәсәк Фәхрисламова, Мансур һәм Нурия Усмановтар, Ринат һәм Гөлшат Зариповтар, Ирек һәм Әлфирә Зариповтар, Юлай һәм Айгөл Зариповтар, Мансур һәм Илсиә Зариповтарҙың, Мөслимә Мәсәлимованың һаулыҡ-именлеген теләп тәмле бишбармаҡтан, Ләйсән Мансур ҡыҙы әҙерләгән былауҙы ашап, мул табын артында аралашыу дауам итте. Ошо шәжәрә байрамын ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур көс һалған Мансур һәм Нурия Усмановтарға, Ишкилде ауылы депутаты Юлай Зариповҡа һәм бөтә әүҙем ҡатнашҡан Зариповтарға оло рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, киләсәктә тағы осрашып торорға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.
Шәрифә Иҙрисова.