

Йыл һайын республикала гөрләп үткән «Айыҡ ауыл» конкурсы үҙ алдына тыныс ҡына йәшәп ятҡан бәләкәй ауылдарҙы ла, йәшен-ҡартын да ҡуҙғытып ебәрҙе. Хәҙер ауыл биләмәләре унда ҡатнашыу өсөн айыҡ тормошто пропагандалау менән бергә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙыра, халыҡ йолаларын тергеҙеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса әүҙемлектәрен арттыра.
Быйылғы бәйгелә ҡатнашҡан Әбйәлил ауылында «Ауыл олимпиадаһы» тип аталған ҙур сара үткәрелде. Был байрам ауыл халҡын ғына түгел, район хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзаларын, әүҙемселәрҙе һәм башҡа бик күп мәртәбәле, абруйлы ҡунаҡтарҙы үҙенә йыйҙы.
Тәүге һүҙҙе Таштимер ауылы биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев алды.
— «Ауыл олимпиадаһы» конкурсында һеҙҙе күреүемә шатмын. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф, уңыштар теләйем. Ошондай саралар беҙҙе айыҡ тормошҡа ылыҡтыра, берҙәмлекте һәм татыулыҡты арттыра, — тине ул.
Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев барыһын да райондың 95 йыллығы менән тәбрикләне һәм әбйәлилдәрҙең «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә әүҙемлек күрһәтеүенә ҡыуанысын белдерҙе. «Уҙған йылда Амангилде ауылы биләмәһендә Вадим Абдуллин етәкселек иткән осорҙа ҙур тораҡ пункттар араһында Ҡаҙмаш ауылы беренсе урынды яуланы. Бәйге ауыл халҡын берләштерҙе, халыҡта еңеүгә сәм, ҡомар уянды. Беҙ быйыл да әбйәлилдәрҙең еңеүенә өмөт итәбеҙ», — тине ул барыһын да сәләмләп.
Әбйәлилдәр йырлы-моңло күстәнәстәре менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғандан һуң, тап район хакимиәте башлығы һәм Таштимер ауылы биләмәһе башлығы олимпиадаға старт биреп, факел тоҡандырҙы.
«Ауыл олимпиадаһы» үҙ эсенә тракторҙар менән ярышты, йыуаса байрамын һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторолған квест-уйынды алды. Һыуыҡ, әсе ел булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙа дәрт һәм сәм өҫтөнлөк итте.
Техникала оҫталыҡ күрһәттеләр
Стартта тракторҙар тауышы яңғыраны. Әбйәлил ауылынан ике команда һәм Амангилде ауылынан 5 кешенән торған команда ауыл хужалығы техникаһын профессиональ йөрөтөү, трактор арбаһына бесәнде оҫта тейәү, ә һуңынан бушатыу оҫталығында ярышты. Ярыш маневр оҫталығын күрһәтеү менән тамамланды. Быларҙың барыһын да ваҡытҡа башҡарырға кәрәк ине.
Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт техник күҙәтеүенең райондағы вәкиле Марат Рысҡужин баһаланы. Иң оҫта һәм сос тип Амангилде командаһы табылды. Әбйәлил ауылынан ике команда икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Командаларға ҡиммәтле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
«Салауат» ЯСЙ-һы ярышта ҡатнашыусыларға үҙҙәренең махсус приздарын булдырҙы. Еңеүгә ынтылыш өсөн «Әбйәлил-1» командаһы ойошманың махсус призына лайыҡ булды, команда ағзалары DNS магазинынан сертификаттар менән бүләкләнде.
Иң зирәктәр ярышты
Таштимер, Әбйәлил, Тупаҡ, Салауат, Михайловка ауылдары мәктәптәре уҡыусылары һәм 93-сө һөнәрселек училищеһы студенттары квест-уйында ярышты. Алты кешенән торған командаларға төрлө этаптар үтергә тура килде: урынды билдәләү, ребустарҙы һәм йомаҡтарҙы сисеү, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү. Ә иң мөһиме — үҫмерҙәр командала эшләргә, берҙәм эш итергә, дөрөҫ фекер йөрөтөргә өйрәнде.
Квест-уйындың бөтә этаптарын да ваҡытҡа үтергә кәрәк ине. Тупаҡтар иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙҙәренең зирәклеген күрһәтте һәм беренселеккә сыҡты. Икенсе урында Әбйәлил ауылы командаһы, өсөнсөлә Таштимер мәктәбе уҡыусылары билдәләнде. Дүртенсе урында Михайловка һәм Салауат мәктәптәре, бишенсе урында студенттар еңеүсе тип табылды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа ҡиммәтле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләнде. «Салауат» ЯСЙ-һы булдырған махсус приз — музыкаль колонка — студенттар командаһына тапшырылды.
Майға бешкән йыуаса...
«Йыуаса-Fest» ниндәй булһа ла сараның иң матур өлөшөнә әйләнә. Быйыл да Әбйәлилдең төрлө тарафтарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары аллы-гөллө кейемдәре менән ярышты байрамға әйләндерҙе, был ярышты район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.
«Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр» тиҙәр беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында. Ысынлап та, сатлама һыуыҡҡа бирешмәй, әсе, сөсө ҡамыр йәйгән, май еҫтәре сығарып төрлө тәмдәге йыуасалар бешергән ҡатындарға һоҡланмай булдыра алманыҡ. Жюри ағзалары тарафынан командаларҙың кейемдәре, музыкаль номерҙары һәм, әлбиттә, йыуасаларҙың тәме баһаланды.
Йыуаса байрамында Ҡырҙас, Ҡушый, Хәлил, Озерный, Амангилде, Һәйетҡол, Буранғол, Ишкилде, Тупаҡ, Салауат, Хәмит, Байым, Асҡар, Әбйәлил, Таштимер ауылдарынан ҡатын-ҡыҙҙар советтары ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып беҙҙе таштимерҙәр ҡаршы алды, әбйәлилдәр иһә үҙҙәренең командаһын «Айыҡ ауыл» тип нарыҡлаған. Асҡарҙар «Сая ҡыҙҙар» булһа, хәмиттәр иһә «Ирекмәндәр» тип таныштырҙы. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып килгән байымдар иһә «Күбәләктәр» исемен һайлаған, салауаттар үҙҙәренең шарлауығы менән ғорурланып, «Моһаҡ ынйылары» тип атаған. Буранғолдар, ишкилделәр, амангилделәр «Уңғандар» исеме аҫтында сығыш яһаһа, һәйетҡолдар халыҡ телендә яңғыраған «Башай» һүҙен оҫта ҡуллана, был юлы ла беҙҙе «Башай килендәре» командаһы сәләмләне. Хәлил менән ишбулдылар командаһын «Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары» тип атаған, ә ҡушыйҙар «һыуыҡтарға, әсе елгә бирешмәгән, беҙ — ялан сәскәләре» тип танытты үҙҙәрен. Озерный ауылынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар командаһы «Баликмәк» исемен һайлаған. Ҡырҙас ауылынан яңғыҙы килгән Гөлсәсәк Кейекҡужина иһә үҙен «барығыҙға ла бөтә түңгәүерҙәрҙән сәләм» тип ихлас ҡаршыланы. Оҫталарҙың тел күркәмлегенә лә, йыр-моңдарына ла иғтибар бирелде.
Баллы-татлы, шәкәрле, әсе, сөсө ҡамырҙан бешерелгән йыуасаларҙың тәмдәре лә, төрҙәре лә иҫ киткес булды! Ә инде әҫтәлдәге һый-хөрмәт, күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу кейемдәр, боһорап ҡайнаған самауыр сәйенең тәмлелеген әйтеп тораһы ла түгел. Ҡышҡы һыуыҡ көндә хужабикәләрҙең йылы сәйҙәре, бишбармаҡтары, тәмле күстәнәстәре сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күңелен йылытты.
Йыуаса байрамында беренсе урынға «Күбәләктәр» (Байым) командаһы лайыҡ булды. Икенсе урында «Ялан сәскәләре» (Ҡушый), өсөнсө урында «Айыҡ ауыл» (Әбйәлил) командалары еңеүсе тип билдәләнде. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнде, ә ҡалған командаларға иһә дәртләндереү приздары тапшырылды. «Салауат» ЯСЙ-һы үҙенең махсус призын Ҡырҙас ауылынан Гөлсәсәк Кейекҡужинаға тәғәйенләне.
Байрамдан һәр кем яҡшы кәйеф, матур тәьҫораттар алды. Ҡатнашыусыларға тирмәлә былау, ҡайнар сәй әҙерләнгәйне.
Бөгөн насар күренешкә юл ҡуймаҫҡа, телебеҙҙе, нәҫелебеҙҙе һаҡларға һәм ауылыбыҙ менән сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға тигән теләктә һәм өмөттә ҡала әбйәлилдәр. Милли йолаларыбыҙ аша тарих сөңгөлдәрендәге үткәндәребеҙҙе сағылдырған, күрһәткән, рухи байлыҡ өҫтәгән әбйәлилдәргә «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында уңыштар һәм, әлбиттә, еңеү теләйбеҙ!
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.