

Тәү тәпәй баҫҡан ерен һағынып ҡайтҡан ауылдаштарын, саҡырылған ҡунаҡтарҙы ауыл осонда һыбайлылар ҡаршы алды, унан инде икмәк-тоҙҙан ауыҙ иткәс, данлыҡлы «Тамъян» фольклор төркөмө йыр-таҡмаҡтар менән тәбрикләне. Артабан барыһын да Клара һәм Таңатар Мәсәлимовтар йорто алдында ҡуйылған һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл янына әйҙүкләнеләр. Юлдан арып килгән ҡунаҡтар һыуһындарын ҡымыҙ-буҙа менән ҡандырып, тәмле-татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, йырлы-моңло күстәнәстәрен кинәнеп тыңланы.
Һуңғы йылдарҙа ауыл ныҡ ҙурайҙы, йәштәр йорттар күтәрә, шунлыҡтан байтаҡ яңы урамдар барлыҡҡа килгән. Шуға ла ауылды йәйәүләп урап сығыу мөмкин булмағас, ҡунаҡтарҙы мәктәп автобусында ауыл урамдары буйлап алып киттеләр. Дәүләт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүзә Дәүләтова һәр йортта байрамға әҙерлек сиктәрендә нимәләр эшләнгән, унда кемдәр йәшәй — һәр береһе хаҡында тәфсирләп таныштырҙы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, үҙе ошо ауыл ҡыҙы булған, башлыҡ итеп һайланғанға тиклем оҙаҡ йылдар Ҡушый клубын етәкләп, ауылдың мәҙәни тормошон гөрләткән Фәнүзә Ғалип ҡыҙынан да ауылды яҡшы белгән кеше юҡтыр ҙа.
Артабанғы туҡталыш күп бала тәрбиәләп үҫтергән Илүзә һәм Марсель Килдейәровтар йорттары алдында булды. Улдары Мирйән МХО-ла батырҙарса һәләк булған Йәмилә һәм Тимерйән Килдейәровтар ҙа ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар. Йәштәр, Урман, Шоссе урамында йәшәүселәр өҫтәлдәрҙе бергәләп әҙерләгәндәр ине.
Һәр ерҙә ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын йыр-моң менән ҡаршы алып, ҡымыҙ-буҙа, самауыр сәйе менән һыйланылар. Ғөмүмән алғанда, күмәк көс менән әҙерләнгән бар табындар ҙа мул булды, төрлө милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо, иң мөһиме — хужаларҙың барыһы ла ихласлыҡ, халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ менән урамдан уҙған һәр кемгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте.
Ауыл буйлап үткәндә халыҡтың сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөүенә инандыҡ. Береһенән-береһе ыҡсым, төҙөк, матур йорттар биҙәй урамдарҙы, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар бында йәшәү-се халыҡтың уңған, егәрле, эшһөйәр булыуы хаҡында һөйләй. Егәрле хужаларҙың барыһына ла «афарин!» тиергә ҡала.
Ауыл клубы алдында Бөйөк Ватан һуғышында ил азатлығы өсөн башын һалған ҡушыйҙар һәм яуҙан ҡайтып, илде тергеҙеүгә бар көсөн һалған ветерандар хөрмәтенә, шулай уҡ Дан ордендары кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, мәсет менән клуб араһында былтыр уҡ байрамға әҙерлек сиктәрендә ҡуйылған «Мин яратам Ҡушый» артобъекты янында фотоға төшөп, байрам тантанаһы үткән быуа янына ағылды барса халыҡ.
Майҙансыҡта сәхнә тейешенсә биҙәлгән, уның янында ауылдың тарихына ҡағылышлы, бөгөнгөһөн бәйән иткән, Ҡушыйҙы данлаған яҡташтарын сағылдырған фотокүргәҙмәләр ҡуйылған. Шулай уҡ ауылдың алтын ҡуллы оҫталары Зәйтүнә Көмөшбаеваның, Салауат Көмөшбаевтың һәм уҡытыусы-пенсионер Ғәлиә Хәкимованың зауыҡлы ҡул эштәренән бай күргәҙмә лә эшләне.
Ауылдың имамы Азат Көмөшбаев тыуған ергә именлек, ҡот-ырыҫ теләп, байрамға фатиха биреп, доға ҡылды. Артабан Фәнүзә Ғалип ҡыҙы ауылдаштарын тәбрикләп, байрамды асыҡ тип иғлан иткәс, һүҙ мәртәбәле ҡунаҡтарға бирелде.
— Тыуған нигеҙегеҙҙе һыуытмағыҙ, йышыраҡ ҡайтығыҙ, туғандарығыҙ менән аралашырға ваҡыт табығыҙ, атайсалығыҙҙы онотмағыҙ! — байрам уңайынан ошондай изге теләктәрен юллап тәбрикләне ҡушыйҙарҙы район башлығының эске сәйәсәт буйынса советнигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин һәм район хакимиәте һәм Советы исеменән ауылға 30 мең һумлыҡ сертификат бүләк итте.
Хәлил Юлай улы шулай уҡ ауылдың арҙаҡлы уҙаманы Ишбулды Һибәтовҡа, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Айһылыу Иҙиәтоваға «Әбйәлил районының атҡаҙанған ветераны» күкрәк билдәһен тапшырҙы. 45 йыл ғүмерен халыҡ һаулығын һаҡлауға арнаған фельдшер Рәғиҙә Килдейәрова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә райондың атҡаҙанған хеҙмәткәре тип танылды. Клара Мәсәлимова, Әлфиә Йосопова, Азат Көмөшбаев, Ғәлиә Хәкимова, Зарифа Мирасбаева Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә,телгә һөйөү уятыуға индергән өлөшө өсөн район башҡорттары ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Район хакимиәтенең ойоштороу бүлеге начальнигы Илфат Ғүмәров менән район Советы Юнир Таһиров та ҡушыйҙарҙы матур байрам уңайынан тәбрикләп, ауыл халҡының осрашыуға шул тиклем шәп әҙерләнеүен телгә алдылар, буяу теймәгән бер генә йорт та ҡалмауын билдәләнеләр, ауыл халҡының ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәнеләр.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, район башлығы Айрат Әминев ауылдаштар байрамына әҙерлек сиктәрендә ауыл юлдарын төҙөкләндереүҙә ярҙам иткән.
Биләмә башлығы Фәнүзә Дәүләтова иһә осрашыуға әҙерлек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ҡушыйҙарҙы биләмәнең Рәхмәт хаты менән бүләкләне, бер төркөм ҡатындарға район ҡатын-ҡыҙҙар советының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Әйткәндәй, осрашыуға әҙерлек сиктәрендә былтыр уҡ ике стела эшләнде, ошо эштә ҡатнашҡандарҙың хеҙмәттәрен баһалап, уларға ла район хакимиәтенең рәхмәт хаты тапшырылды.
Һәр замандың үҙенең геройҙары бар. Бөгөн ауылдаштары Радмир Сөләймәнов, Фәнис Мәсәлимов, Руслан Нурғәлин, Иштуған Ғәлин МХО зонаһында хәрби хеҙмәттә. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙар Васил Ғималов, Мирйән Килдейәров, Айнур Әҙеһәмов, Рөстәм Хисмәтов, Артур Ҡотлоәхмәтов һәм Иҙел Амантаевтарҙы иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Батыр улдар тәрбиәләгән әсәйҙәрҙе, яугир ҡатындарын да сәхнә түренә саҡырып тәбрикләнеләр.
Ауылдаштар байрамында йола буйынса ауыл халҡын төрлө номинацияларҙа билдәләйҙәр. Әнүәр Ғималов менән Гөлсирә Кинзелбаева ауылдың иң оло уҙаманы, иң оло инәйе булараҡ бүләкләнде. Ауылдың иң йәш гражданы ла бүләкһеҙ ҡалманы. Иң оло парҙар, шәп ғаиләләр, ҡул эшенә маһирҙар, татыу килен-ҡәйнәләр, йәш ғаиләләр, ата-әсә нигеҙен һыуытмай, һаҡлағандар һәм башҡа бик күп номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Бүләктәр иһә шул тиклем күп булды, ситтән ҡарағанда, ауылда йәшәүсе берәү ҙә ҡалманы, буғай, тигән фекер тыуҙы.
Унан инде сәхнәгә бер-бер артлы ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдаштар күтәрелде, һәр ҡайһыһы осрашыуҙы ойоштороусыларға рәхмәттәрен еткереп, бүләктәрен берәүҙәр мәктәпкә, икенселәр мәсеткә, клубҡа, ФАП-ҡа тапшырҙы, айырым кешеләргә инселәп бүләк алып килгәндәр ҙә булды.
Сәхнәлә байрам саралары дауам иткәндә майҙанда спорт саралары ҡыҙҙы, балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо: тоҡ менән һуғыштылар, волейбол уйнанылар. Шулай ҙа иң күп халыҡты көрәш майҙаны йыйҙы, сөнки келәм батырҙарына бағымсыларҙан шәп бүләктәр әҙерләнгәйне. Өлкәндәр араһында еңеү яулаған Нәдир Аллабирҙиев Ильяс Һибәтовтан бүләккә ҡолон алды. Балалар араһында еңеүсе булған Йәлил Шәриповты Руслан Хәкимов тәкә менән бүләкләне. Икенсе-өсөнсө урын яулағандар, шулай уҡ башҡа төрлө спорт ярыштарында ҡатнашҡан һәр кем тәғәйен бүләген алып ҡыуанды.
Осрашыу байрамының шәп, дәртле үтеүендә сараны республикала билдәле сәхнә оҫтаһы Альбина Килдейәрованың үҙенсәлекле алып барыуы ла мөһим роль уйнаны. Клуб мөдире Гөлшат Мөхәмәҙиева етәкселегендәге «Йондоҙ» вокаль ансамбле, «Тамъян» фольклор төркөмө, урындағы һәүәҫкәрҙәрҙең, ситтән ҡайтҡан йыр-моң оҫталарының дәртле йыр-моңдары, бейеүҙәре бүләкләүҙәр менән бергә үрелеп барҙы.
Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе бергә туплаған, туғанлыҡты яңыртҡан байрам күңелдәрҙә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырҙы. Байрамға әҙерләнеүе генә оҙаҡ һымаҡ, үҙе бер тынала уҙа ла китә. Шулай ҙа осрашыуҙан алған юғары кәйеф, рух берлеге ауыл халҡының күңелен бик оҙаҡ йылытасаҡ әле!
Һуңғы һүҙ урынына: Ҡунаҡтарҙы һыбай ҡаршы алған студент егет Азат Көмөшбаев иптәш ҡыҙы Полина менән сәхнәлә лә дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. Ә байрамдың иртәгәһенә ауыл клубында, Азатты әрмегә оҙатыу кисәһе ойошторҙо ҡушыйҙар. Дәртле егеткә имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтырға яҙһын.
Рәмилә Истанбаева.