

Тәбиғәттең ожмахтай матур мөйөшөндә урынлашҡан Яйҡарҙың аллы-гөллө буяуҙарға буялған ҡапҡа-баҡсалары, яңыртылған ҡыйыҡ-ҡоймалары йәм биреп, йыйнаҡ, төҙөк күрһәтә, хатта буш торған өйҙәр ҙә тәртипкә килтерелгән.
Баһауетдиновтарҙың йырлы, ҡымыҙлы һыйы
Шар асыҡ ҡапҡа алдында һый-ниғмәттән һығылған өҫтәл ҡуйылған, милли кейемдәрҙә ҡыҙҙар-килендәр ҡайнашҡан өй алдына туҡтайбыҙ.
Байрамдың төп ойоштороусыһы Батыр Баһауетдиновтың әсәһе Ғәфүрә инәйҙең өйө икән. Алты бала бағып үҫтергән 96 йәшлек инәйҙең зиһене теүәл, ҡолаҡтары ишетә, күҙҙәре лә ярайһы күрә. Ҡыҙҙары кемуҙарҙан таҡмаҡ әйтә-әйтә ҡунаҡ һыйлай, шунда инәй, мин дә алтмыш йыл элек отоп алған бер йырымды йырлап ишеттерәйем әле, тип йырлап та ебәрҙе. «Йәштән доға уҡыным, һеҙ ҙә уҡығыҙ, минең йәшкә етерһегеҙ!», тине ул, ҡунаҡтарға, ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп.
Ауыл урамдары буйлап
Байым мәҙәниәт йорто етәксеһе Зәмирә Мөхәмәтова оҙатыуында ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды, батырҙарҙы бер минут тын ҡалып, иҫкә алды. Был урамда фельдшер пункты, мәҙәниәт йорто урынлашҡан. Батыр Баһауетдинов клубтың төҙөлөү тарихын бәйән итте.
Иҫкерәк өйҙәрҙән торған урамға инәбеҙ, «Хәсрәт» урамы был, тип көлөшә хужалар. Ысын исеме «Йәштәр урамы» булһа ла батҡыл юлдары өсөн халыҡ телендә «хәсрәт» булып нығынған икән. Ҡапҡаһына Аҡбуҙат һүрәте төшөрөлгән Миңзәлә Хисаметдинованың өйө алдында туҡтайбыҙ. «Ҡыҙымдың көтөлмәгән бүләге», ти апай ғорурланып.
Туғандарҙың һағынған сағы
Ауылдың ике урамын байҡап сығып, байрам үтә торған урынға яҡынлайбыҙ. Үҙе бер бәләкәй һабантуймы ни, әллә нисә йөҙләгән халыҡ йыйылған майҙан гөж килеп тора. Сәхнә янындағы ҡапҡа алдында «Гөрләүек» ансамбле йыр, икмәк -тоҙ менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Әхмәт хәҙрәт байрамға фатиха биреп доға уҡыны һәм Батыр Баһауетдинов, райондың баш табибы Илгиз Килдейәров, Күбәләк ырыуының ҡорбашы Исрафил Йәнсәйетов сәхнәгә күтәрелеп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Район ветерандар ойошмаһын етәкләгән Ансар Төлкөбаев Әбйәлил башҡорттары ҡоролтайы исеменән стела эшләгән Инсаф һәм Азиф Сабировтарға, арт-объект эшләткән, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла булған яугир Динар Сабировтың әсәһенә рәхмәт хаты тапшырҙы.
— Тыуған ауылы матурайһын өсөн күп көс һалған Яйҡар халҡына рәхмәт! Замана ниндәй булыуға ҡарамаҫтан йәшәп киләбеҙ, бирешмәй байрамдар үткәрәбеҙ. Ҙур байрам ойошторғанһығыҙ, афариндар, — тине осрашыуға йыйылған ауылдаштарҙы тәбрикләп район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин.
Яйҡар ауылына нигеҙ һалыныуға 270 йыл
Байтаҡ йылдар тыуған еренән ситтә йәшәгән Яңыбай Арыҫланов ағай һүҙ алып, ауылдың тарихына байҡау яһаны.
— Яйҡар, Ярҡар, Кәтә исемдәре менән йөрөтөлгән ауылға Яйҡар Шәрипов 1756 йылда килеп ултырған һәм уның Әбдрәхим, Мөҡсин, Мостафа улдары ла ауылда төпләнгән, тимәк, ауылыбыҙға нигеҙ һалыныуына быйыл 270 йыл. 1795 йылғы ревизия ваҡытында 14 йортта 95 кеше йәшәүе теркәлә. Халыҡ ярым күсмә тормош алып бара, башлыса малсылыҡ менән көн күрә. Ауыл халҡы күбәләк ырыуына ҡарай, — тине ул һәм байрамға әҙерлек сиктәрендә башҡарылған эштәрҙе барланы. Уның сығышынан күренеүенсә, «Талип ҡоҙоғо» йүнәтелгән, уның тирәләй ҙур ғына майҙан ауыл халҡы йыйған аҡса иҫәбенә кәртәләп алынған, Сөгөрмәк шишмәһе өҫтөндә ҡыйыҡлы, Талип шишмәһендә тимерҙән ҡоҙоҡ эшләнгән, Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск тәртипкә килтерелеп, кәртәләнгән, мәҙәниәт йортоноң баҡсаһы яңыртылған.
— Ауыл халҡы тырышлығы менән бик ҙур эштәр башҡарылды, рәхәтләнеп аралашып матур байрам итәйек, — тине ул, һүҙен йомғаҡлап.
Яугир иҫтәлегенә
Һәр ғаиләгә тиерлек ҡағылған махсус хәрби операция афәте Яйҡар ауылын да урап үтмәгән. Ауылдан биш ир-егет махсус хәрби операцияға киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айҙар Сәғәҙәтуллин батырҙарса һәләк булған. Әйткәндәй, Айҙарҙың ата-әсәһе улы иҫтәлегенә милли көрәш ярышын үҙ иҫәбенә үткәрҙе. Күп халыҡ иғтибарын үҙенә йәлеп иткән көрәштең абсолют чемпион исемен Өфө нефть институтының 3 курсы студенты, Ҡоролтайҙың йәштәр бүлеге ағзаһы Байым егете Инсаф Әғзәмов яуланы, беренсе урында Йәнекәйҙән Дамир Ахунов,икенсе-өсөнсө урындарҙа Ғәлинур Әхмәҙиев, Илдан Алтынбаевтар билдәләнде. Шулай уҡ йәштәр футбол, волейбол, бәләкәйерәк балалар тоҡ менән һуғышыу, бағанаға менеү уйындарында ҡатнашты. Ир-егеттәр гер күтәреп ярышты. Көрәшселәргә төп приз тәкә булһа, ҡалған спорт уйындары еңеүселәре иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Бүләкләүҙәр
Ауылдаштар байрамында «Ауылдың иң оло кешеһе» тип 96 йәшлек Ғәфүрә Баһауетдинова билдәләнде, иң кеселәре булған Әмирхан Фәйзуллин һәм Эмиль Ғәлә-үетдиновтар ҙа бүләкләнде. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләр, яугир әсәләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Етмеш йылдан ашыу бергә татыу ғүмер иткән Хисаметдиновтарға бүләк һәм грамота тапшырылды. Батыр Баһауетдинов, Рөстәм Сәғәҙәтуллин, Ирек Сабиров, Яңыбай Арыҫланов, Резеда Закирова, Зөлфирә Баһауетдинова, Зәмирә Мөхәмәтова һәм башҡа байрамды ойоштороп үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандар ауыл, район Советының почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Шәхси бүләктәр ҙә тапшырылды, рәхмәт һүҙҙәре, ихтирамлы телмәрҙәр ҙә күп яңғыраны сәхнәнән.
Рәсми өлөш тамамланыуға һәр кем ҡырҙан ҡайтҡан туғандары менән күрешеү шатлығын уртаҡлашырға үҙ йорттарына таралышты. Кәтә ауылы халҡы «кәттә» байрам ойошторҙо.
Гөлнара Нурғәлиева.