Байрамдар
26 Июня , 10:06

Ергә ереккәндәр йәшәй бында

Халҡыбыҙ тамырҙары ауылда, тибеҙ. Ергә ерегеп, атайсалынан айырылмай, тормоштоң башҡаса мөмкин дә булмауына инанып таң аттырыусылар бик күп арабыҙҙа. Улар тота, йәшәтә ауылдарыбыҙҙы. Шундай төбәктәрҙең береһе – Исҡужа ауылы. Исҡужалар йәйҙең матур бер көнөндә ситкә таралышҡан ул-ҡыҙҙарын осрашыуға йыйҙы.

Булдыҡлылар, уңғандар

Халыҡ телендә Орсоҡ исеме менән танылған, заманында иң тәмле ҡымыҙы менән районда дан алған, һәр тәбиғәт мөйөшө рәссам төшөргән картиналай күркәм булған, аяҡ аҫты тулы емеш-еләкле, бәшмәкле, сәмле, дөргөн халыҡлы, һалҡын һыуы менән йыл әйләнәһенә ерле халыҡты туйындырған Сөрөлдәк шишмәле, ҡартлас Ирәндек ҡуйынына һыйынған ҡупшы ғына төйәк ул — Исҡужа ауылы.  

Бөгөн Сөрөлдәк, Мәктәп һәм Үҙәк — ни бары өс кенә урамдан торған ауылдың 30-лаған йортонда халыҡ йәшәй. Шулай әҙ генә булғанғамы — орсоҡтарҙың байрамдары ла, эштәре лә берҙәм бара. Һарыҡ ҡырҡыу, мал һуйыу, өй йыуыу кеүек эштәрҙе йәһәт кенә йыйылып, өмәләп атҡаралар. Ә ауылға килен-кейәү төшөрөү, һыу юлы күрһәтеү, ҡыҙ оҙатыу, юбилейҙар үткәреү кеүек саралар — үҙе оло байрамға әйләнә. Юл, газ, мәктәп, балалар баҡсаһы юҡлығы, эш урындарының әҙ булыуы бәкәлгә һуҡһа ла, бер ҙә бирешмәй орсоҡтар. Ата-бабалар ҡалдырған төйәккә ерегеп, малсылыҡ, урмансылыҡ, солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ менән көн итә. Ир-егеттәр вахтала йәиһә эргәлә ятҡан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында күрше ятҡан ауылдарҙа йә Магнит ҡалаһында хеҙмәт итеүселәр бар, малдың ағын тәрбиәләп, йәй осоронда емеш-еләген, бәшмәген һатып кәсеп итеүселәр ҙә юҡ түгел. 
Дөйөм эш тигәндә берәү ҙә йыбанып ятмай, дәррәү күтәрелә. Быйылғы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ла бәләкәй генә ауылда ни тиклем күп эштәр атҡарылып сығыуын байҡаһаң, татыулыҡ һәм ябайлыҡ орсоҡтарҙың төп байлығы икәнлегенә инанаһың. Ауыл халҡының үҙ көсө менән ингән ерҙә стела һәм осрашыу уҙған туғайҙа «Мин яратам һине, Орсоҡ» яҙыуы менән фотозона барлыҡҡа килгән. Йәш кенә ир-егеттәр үҙҙәре бағымсы булып, үҙҙәре үк стеланы эшләп тә ҡуйған. Сәхнәгә стеланы эшләүсе 25 (!) ир-егет теҙелеп баҫҡанда (шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың күбеһе 30 йәшкә тиклемгеләр), байрамға килгән һәр кем уларҙы ихлас алҡышланы. Орсоҡтарҙы дәртләндереп, һәр эште башлап йөрөүсе депутаттары Рөстәм Йәмилхин да, старосталары Ғәҙел Ниғмәтуллин да шәп.

Ҡунаҡтарҙы һыбай аттарҙа Данир Йәмилхин менән Лилиә Мөхтәрова ҡаршы алып, яңы стеланы район Советы рәйесе Айбулат Хәйбуллин, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов һәм ауыл Советы депутаты Рөстәм Йәмилхин тантаналы асҡандан һуң, ауыл менән таныштырыу өсөн һүҙ Гүзәл Йәмилхинаға бирелде. Гүзәл Байрам ҡыҙы йорт хужалары тураһында ентекле һөйләне, заманса ҡойма-ихаталарҙы күреп, һәр өйҙә сәмсел, тырыш хужалар йәшәүенә инандыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда буш өйҙәр булһа ла, кеше ҡулы теймәгән бер йорт-ҡура ла ҡалмаған. Ғөмүмән, һәр бер йорт күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙҙар шикелле әллә ҡайҙан балҡып, нур сәсеп ултыра. Гөлназ, Таһир Ғәлиуллиндар, Фәриҙә, Рафил Йәмилхиндар, Айһылыу, Әхмәр Мөхтәровтар, Гөлнара Сәйәхова, Айбулат Ғәлиуллин, Лилиә, Илнур Вәлиевтар, Гүзәл, Рөстәм Йәмилхиндар, Розалия, Азат Йәмилхиндар, Ишһылыу, Самат Ниғмәтуллиндар, Фәнис Ниғмәтуллин, Әлиә, Йәҙгәр Хәсәновтар, Әхтәр Мөхтәров, Ләйсән Мөхтәрова, Рәмзиә, Өлфәт Мәхмүтовтар, Нур Хәсәнов, Лилиә, Ришат Мөхтәровтар, Мәрйәм, Ғәзизйән Ниғмәтуллиндар, Зөһрә, Ильяс Ниғмәтуллиндар, Флүрә, Тимерхан Вәлиевтар, Рәйсә Ниғмәтуллина, Илдус Хәсәнов, Рәшит Насирйәнов, Фирүзә, Рәшит Мөхтәровтар, Фәйрүзә, Ишбулды Хәсәновтар — былар Орсоҡтоң йөҙөн билдәләүсе ғаиләләр.

Мәсет — ауылға бәрәкәт

Бынан бер нисә йыл элек ауыл Советы депутаты Рөстәм Йәмилхин буш торған мәктәп бинаһын мәсет итеп үҙгәртергә тәҡдим итә. Уның башланғысын ауыл халҡы хуплай һәм бинаны эс яҡтан үҙгәртеү, документ эштәрен башҡарыуға дәррәү тотона.

— Һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тырышты: кемдер ҡул көсө менән терәк булһа, кемдер аҡсалата ярҙам итте, кемдер фәһемле кәңәштәрен бирҙе. Ниһайәт, Аллаға шөкөр, был изге эш атҡарылып сыҡты һәм ауылдаштар байрамына тағы бер байрам өҫтәлеп, ауылда «Исҡужа» мәсете асылды, — ти Рөстәм Салауат улы.
Мәсеттең имам-хатибы Әсғәт хәҙрәт Вәлиев ярҙам иткән һәр кемгә оло рәхмәтен белдереп, ил-йортҡа тыныслыҡ теләп аят бағышланы.

— Теләк шул: ошо изге йорттоң ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын, олоһо ла, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын, күңелдәренә тыныслыҡ, килеп тыуған һорауҙарға яуап алһын, — тине ул. 

Рауил ауылы хакимиәте башлығы Абдулхай Солтанов мәсетте булдырыуҙың башланғысында торған Рөстәм Йәмилхинға, Әсғәт Вәлиевҡа, Самат Ҡаһармановҡа, Рәйес Дәүләтбаевҡа, ҡул, һүҙ көсө менән ярҙам һуҙғандарға рәхмәт белдерҙе, мәсеткә бүләктәрен тапшырҙы.

Изге йортто асыу хоҡуғы Абдулхай Солтановҡа, хеҙмәт ветераны Булат Исламбаевҡа һәм Әсғәт хәҙрәткә тапшырылды.

Гөрләне Сөрөлдәк буйы

Ауылды үтеп Сөрөлдәк йылғаһы аша сыҡҡас урынлашҡан күркәм яланда уҙҙы байрам.

Сараның тантаналы өлөшөндә Абдулхай Исмәғил улы: «Исҡужала элек-электән берҙәм халыҡ йәшәй, ауылдың йәме, ҡото булып йәшәгән ғаиләләр бар. Атай нигеҙен һыуытмай, быуындар күсәгилешлеген һаҡлап йәшәүегеҙ тик маҡтауға ғына лайыҡ», — тине ул һәм ауылдаштар байрамын әҙерләүҙә тос өлөш индергәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Айбулат Хәйбуллин, Фуат Махийәнов, Нияз Ҡарабәндин орсоҡтарҙың берҙәм, татыу, эшһөйәр булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып, район хакимиәте исеменән 25 мең һумлыҡ һәм үҙҙәренән клубҡа һәм мәсеткә 5-әр мең һумлыҡ сертификат тапшырҙылар. «Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре» күкрәк билдәһенә Фирүзә Сөләймәнова, «Әбйәлил районының атҡаҙанған ветераны» күкрәк билдәһенә Нәйлә Йәмилхина, «Әбйәлилдең яугир-геройы» күкрәк билдәһенә Азат һәм Рәсүл Йәмилхиндар лайыҡ булды.

Ғәзизйән Ниғмәтуллин — «Ауылдың иң оло кешеһе», Салауат Мөхтәров — «Иң йәш кешеһе», «Матур пар» — Мәрйәм һәм Ғәзизйән Ниғмәтуллиндар, Фәйрүзә һәм Ишбулды Хәсәновтар, Флүрә һәм Тимерхан Вәлиевтар, «Йәш ғаилә» — Юлиә һәм Алмас Вәлиевтар, Илдус Хәсәнов, Фирүзә Сөләймәнова, Юлай Мәхмүтов, Тимерхан Вәлиев, Мөкәрәмә Вәлиева, Райхан Мансурова, Рәйсә Ниғмәтуллина, Юныс Насирйәнов «Быйылғы юбилярҙар» номинацияларында билдәләнде.

Илдә барған ҡанҡойошҡа битараф түгел орсоҡтар. Тантаналы өлөштә ил батырҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Фидан Солтанов, Таминдар Ғәлиуллин, Рәзил Дауытов, Байрам Ниғмәтуллин ғүмерҙәрен ҡыҙғанмайынса яу яланында һәләк булғандар. Әйткәндәй, ошо ауыл ейәне Рәзил Дауытов иҫтәлегенә байрамда милли көрәш буйынса ярыш уҙҙы. Бағымсыһы — яугир әсәһе Рәүиә Дауытова.  Көрәштең абсолют чемпионы тип Илгиз Вәлиев табылды.

Күршеләрен ҡотларға Рауил, Ишҡол ауыл мәҙәниәт йорто, һәүәҫкәр әртистәр килде, сөнки Орсоҡта клуб булһа ла, бөгөнгө көнгә тиклем мөдир табылмаған. Шулай ҙа байрам йыр-моңға бай булды. Шатланып осраштылар яҡташтар, ә туғандар ҡунаҡ булып йорттарға таралдылар.

Гөлфиә Ниғмәтуллина.

Читайте нас