

Байрамға Гусев ауылында тыуып, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралған ауылдаштар, бында эшләп киткән яҡташтар, абруйлы хеҙмәт ветерандары, ҡәҙерле ҡунаҡтар йыйылды. Байрамға әҙерләнеп, бик күп эштәр башҡарылған: стела, сәхнә, обелиск яңыртылған, юлдар төҙөкләндерелгән. Йорт-ҡуралар рәткә килтерелеп, буяу-ағартыу эштәре башҡарылған.
Ҡунаҡ ҡаршылау
Күп милләтле ауыл хөрмәтле ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәт, йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Байрамға әҙерлек сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск яңыртылған, унда һалдат һыны ҡалҡып сыҡҡан. Сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә венок һалып, илде һаҡлап ҡорбан булған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып хәтергә алдылар.
Артабан ҡунаҡтарҙы төҙөкләндерелгән, яңыртылған Шоссе, Сергей Соколов, Яңы урамдары буйлап, автобуста сәйәхәткә саҡырҙылар, ауылдың хөрмәтле кешеләрен иҫкә алып, хәҙерге шәп ауылдаштары һәм йәштәре тураһында уҡытыусы Светлана Мостафина ғорурлыҡ менән һөйләп барҙы.
Урамдарҙа рус, башҡорт, татар һәм башҡа милли кейемдәге хужалар икмәк-тоҙ, халҡына ярашлы ризыҡтар, буҙа-ҡымыҙ менән ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Осрашыуҙар ҡосаҡлашыуҙар, көлөшөүҙәр һәм күҙ йәштәрһеҙ үтмәне.
Көн үҙәгендә — тантаналы өлөш
Ауыл уртаһындағы майҙанға бик күп халыҡ йыйылғайны. Сауҙа рәттәре ҡайнаны, балалар өсөн аттракциондар эшләне. Байрамдың тантаналы өлөшөн Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин асты. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Ғирфанов байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ауыл мәнфәғәтенә 35 меңлек сертификат тапшырҙы.
Гусев ауыл тарихын мәғариф ветераны Рәшит Сәғитов бик мауыҡтырғыс, оҫта итеп һөйләне, халыҡ уның сығышын алҡышлап оҙатты. Рәшит Үзбәк улы ауылдың тарихын тергеҙеүсе, һаҡлаусы һәм киләһе быуынға еткереүсе булараҡ та районда танылған педагог.
Ауылдаштар тәбрикләнделәр
Тантана программаһы ҡотлауҙарға, тәбрикләүҙәргә бай булды. Вәкил Тайсин, Наталья Егупова, Рәшит Сәғитов, Александр Сысоев, Фәриҙә Сафина, Нәжип Мостафин «Әбйәлилдең атҡаҙанған ветераны» күкрәк билдәһе менән бүләкләнделәр. Утлы нөктәләрҙе үткән Ғаяз Ғәлинға, Ғәзиз Хәйруллинға «Әбйәлилдең яугир геройы» миҙалдары тапшырылды. «Әбйәлилдең атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә Миңзәлә Зарипова, Светлана Макарова, Айрат Әхмәтйәнов лайыҡ булдылар. Әнисә Арғынбаева район хакимиәтенең Почет грамотаһы, Венера Шәйхисламова, Рәмзилә Сафина Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Ойоштороусылар ауылдың иң ололарын: 91 йәшлек Мәҫкүрә Махийәнованы, 90 йәшлек Пелагея Здрогованы, Зәйнәп Хәбированы хөрмәтләп, тәбрикләп үттеләр.
«Милосердие» төркөмөнөң әүҙем ирекмәндәренә айырым иғтибар бүленде. Уларҙың күбеһе хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, махсус хәрби операция зонаһында неонацизмға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүгә көстәрен дә, ваҡыттарын дә йәлләмәйҙәр. Тамашасылар ирекмәндәрҙең сығышын күҙ йәштәре аша ҡабул иттеләр. «Талисман» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Шөһрәт Әширов ирекмәндәр Ғәйнур Солтанова, Наталья Егупова, Фәрүәз Ҡужина һәм Сания Сәғитоваға ғәскәри часть командованиеһынан миҙалдар тапшырҙы.
— Ирекмәндәрҙең хеҙмәте юғары наградаларға лайыҡ. Беҙҙең яугир яҡташтарға һеҙҙең ярҙамығыҙ бик ҡиммәтле һәм кәрәкле, — тине ирекмәндәрҙең лидеры.
Иң кеселәр ҙә, йәштәр ҙә, иң оло парҙар ҙа, татыу ҡәйнә-килендәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Тантана матур йыр һәм бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Спорт уйындары
Шул уҡ ваҡытта спорт уйындары ла ҡыҙҙы. Көрәшселәр бер-береһенә ал бирмәне.
Волейбол ярыштары махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Салауат Ғәлиуллин иҫтәлегенә арналды, был уйынға яугирҙең әсәһе Венера Рафаил ҡыҙы бағымсылыҡ итте. Ярыштарҙа алты команда ҡатнашты.
Киске программала ритайым, заманса бейеүҙәр һәм ауылдың 110 йыллығы хөрмәтенә 160 залп менән салют булды.
Эстафета тапшырылды
Гусевтар үткән йылда Тал Ҡусҡарынан ҡабул итеп алған эстафетаны теүәл үтәп, Борисовка ауылына тапшырҙы. Киләһе ауылдаштар 24 йорттан торған Борисовка ауылында үтәсәк.
Бағымсылар
Байрамды үткәреү өсөн ауыл халҡы матди яҡтан ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ ауыл Советы депутаттары Ғамир Сәлмәнов, Заһир Дәүләткирәев, шәхси эшҡыуарҙар Денис Садиҡов, Валера Шунин, Николай Смирновтарҙың ярҙамы маҡтауға лайыҡ.
Ауылдаштар таралды…
Улар үҙҙәре менән тыуған яҡтан йөрәк йылыһы, күңел күтәренкелеге, иҫ киткес дәрт алып ҡайтты.
Гусев мәҙәниәт йорто, мәктәп янында шөғөллән-гән һәүәҫкәр артистарҙың, ауылдаштарҙың моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, таңға тиклем яңғыраған гармун тауыштары, күңелдәрҙә һүнмәҫ бер моң булып мәңге һаҡланыр.
Гөлнара Шакирова.