Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә уҙғарылған өмәлә уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр, мәғариф ветерандары, битараф булмаған апай-инәйҙәр, уҡыусылар ҡатнашты. Майшәм эшләү өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алыуға Байым ауылы егеттәре һәм мәктәп директоры Зилә Зарипова аҡсалата ярҙам күрһәтте.
Был эштәрҙә шулай уҡ махсус хәрби операция иғлан ителгәндең тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта булған яугирҙәргә ярҙам ойоштороу эштәрен башлап йөрөгән Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны Рәмилә Әхтәм ҡыҙы Сапаеваның өлөшө ҙур.
Яугирҙәр тиҙерәк еңеү яулаһын тигән теләктәрен ҡушып, дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Өлкән класс уҡыусылары маскировкалау селтәре үрҙе, ололар май шәмгә балауыҙ иретте, фитил эшләне. Күмәк көс менән байымдар 300 блиндаж шәме әҙерләне.
Көҙгө һарыҡ йөнөнөң һаулыҡ өсөн файҙалы икәнлеге билдәле. Байымдар ошо йөндән яугирҙәргә билбауҙар эшләргә ҡарар итә. Айҙар һәм Гөлсәсәк Хажиәхмәтовтар тоҡлап көҙгө һарыҡ йөнөн бирә. Бер нисә көн күрше-күлән, килен-еңгәйҙәр, хаҡлы ялдағы ауылдаштар йыйылып һарыҡ йөнөн таҙартып, тетеп бирәләр, уларҙың исемен телгә алып китмәй булмай: Йомабикә Яҡупова, Зәбирә Ғәскәрова, Рәмзилә Хәлилова, Әлфиә Үтәбаева, Зилдә Рамазанова, Гөлсирә Һарунова, Венера Мостафина, Лира Алтынбаева, Йәзилә Яҡупова, Сәмиғә Әхмәтова, Гөлзифа Нәсибуллина, Мәрфуға Ғатауллина, Әнисә Хәйбуллина, Зөлфирә Хәлилова. Артабан эш майҙаны мәктәпкә күсә. Исхаҡ ауылынан кейеҙ оҫтаһы Зөлфирә Махийәнова ҡыҙҙарҙы яңы шөғөлгә онлайн бәйләнештә өйрәтә. Йәштәр отҡор, шул әҙере үҙләштереп кейеҙ балаҫтар баҫалар. Төрлө размерҙағы 19 билбау эшләйҙәр.
«Эшләгәнең минең өсөн, өйрәнгәнең үҙеңә» тигәндәй, Байым оҫтабикәләре үҙҙәренә бер шөғөл арттырып, яугирҙәргә кәрәкле әйбер эшләгән. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективтары, ауылдаштар эште күмәкләп күтәреп алып, ҡул көстәрен, күңел йылыһын һалып эшләгән әйберҙәр яугирҙәргә ҡыш көнөндә йән һәм тән йылыһы бирһен, тиҙерәк еңеү яуларға булышлыҡ итһен.
Гөлнара ШАКИРОВА.