Үкенескә күрә, арыҫландай ир-егеттәрҙе сүпләгән һуғыш райондан 70-ләп әсәне ҡан илатып ғәзиз балаҡайҙарынан яҙҙырҙы. Нисә йәштә булһа ла, ир етеп, атай-олатай булғандарында ла улар әсәйҙәре өсөн бала булып ҡала. Бала ҡайғыһынан да ауыр нәмә юҡ. Артабан йәшәү көсө табыу, тәрән депрессиянан сығыу өсөн күркәм сабырлыҡ һорап Аллаға һыйыныу, шаһит киткәндәр өсөн доғала булыу кәрәк тине ҡайғылаш әсәләрҙе бер табын артына йыйған Әлфиә Булат ҡыҙы.
Әлфиә Мажинова илһөйәр, ҡыйыу улдар үҫтергән районыбыҙҙың оло йөрәкле әсәләренә лайыҡлы тәрбиә өлгөһө өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Яралар уңалмай, әммә тормош дауам итә тип үҙенең әсе яҙмышы хаҡында ла һөйләргә йөрьәт итте ул.
– Мин бик бәхетле инем. Эшем бара, ғаиләм бөтөн. Бәхет өсөн башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел кеүек ине. Ә бер көндө донъям түңкәрелгәндәй булды: ҡыҙым ике ейәнсәрем менән автоһәләкәттә һәләк булдылар. Ҡайғынан алйыр сиккә еткәндә Аллаға һыйыныуым мине яңынан тормошҡа алып ҡайтты. Мәсет төҙөнөм. Кешеләр: “Аллаһы Тәғәлә иң ҡәҙерле кешеләреңде алды, ә һин иман йорто һалаһың?” – тип сәйерһенеп ҡараны. Мин үҙ юлымды дауам иттем. Сөнки дин генә рухымды күтәрҙе, Ҡөрьән уҡыуым көндән-көн йәшәү көсө өҫтәне. Бына хәҙер 10 йыл намаҙҙамын. Инәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр! Ҡайғығыҙҙы бөтә йөрәгем менән аңлайым. Шуға күрә һеҙгә иман, рух ныҡлығы теләйем, бер генә бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы йәшәп уҙыр кәрәк. Беҙ йәшәгәндә, беҙҙең йөрәктәр типкәндә балаҡайҙарыбыҙ тураһында хәтер ҙә йәшәйәсәк, – тине Әлфиә Булат ҡыҙы.
Озерный ауылы мәсете имамы Айрат хәҙрәт Азаматов яу яланында шаһир киткән ир-егеттәр рухына аят бағышланы, ил-йортҡа тиҙерәк тыныслыҡ килеүен һорап доға ҡылды. Әсәйҙәр улдары исеменә хәйер таратты.
Үҙ хәсрәттәре баштан ашһа ла, йөрәктәрендә ил ғәме йөрөтөүҙәре менән һоҡландырҙы улар. Асҡарҙан Динә апай Солтанова яңыраҡ гуманитар ылау төркөмөндә яугирҙәр янына барып ҡайтҡан. “Һалдаттарыбыҙ беҙҙең ярҙамға можтах, уларға ярҙам итәйек!” – тип оран ташланы ул. Такҡһырҙан Йәнбикә апай Ҡаһарманова Ҡолоҡаста мәсет төҙөүгә булышайыҡ тип үҙенән тәүге иғәнә индерҙе. Ҡайһы бер әсәләр улдарына бағышлап сығарған батырлыҡ, ғүмер тураһындағы шиғырҙарын уҡып йыуандылар. Красная Башкириянан Зөһрә инәй Машурова улым бейергә яратты тип уның иҫтәлегенә өҙҙөрөп бейеп тә алды.
Яугир әсәләре ҡайғы-хәсрәттән бер мәлгә булһа ла онотолһондар өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторы Гөлназ Вәлиева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, матур концерт ойошторҙо. Вил Йәнйегетовтың ҡурай, Айгөл Суфиянова, Сәғит Хызыров һәм Лилиә Төхбәтованың йыр моңдарын яратып ҡабул иттеләр. Т. Кусимов исемендәге гимназияның “Талисман” вокал студияһы солистары Риана Хәйбуллина, Реналь Амангилдин һәм Раина Малыбаеваның сығыштары йөрәктәренә май булып яғылды. Ансамблдең етәксеһе Фәнилә Нөғәмәнова ла инәй-апайҙарға йыр бағышланы.
Район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Г. Ә. Рәхимова изге ғәмәл башҡарып әсәләрҙең сауап-фатихаларын алған эшҡыуар Ә. Б. Мажиноваға район етәкселегенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән хәйриә ярҙамы өсөн уға социаль сәйәсәт буйынса башлыҡ урынбаҫары В. Ф. Ғафаровтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.