Бөтә яңылыҡтар
10

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам

Был түләм яугирҙең балаларына ҡағыла.

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам
МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон ҡабул ителде
 
«Закон менән бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыусылар даирәһе киңәйтелде, — тине Константин Толкачев. — Әгәр һәләк булған яугирҙең башҡа ғаилә ағзалары булмаһа, уның бәлиғ булған балаларының 2 миллион һум алыу хоҡуғы бар. Аҡса тигеҙ өлөшкә бүлеп бирелә».

Законға Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡул ҡуйыуы көтөлә, тип хәбәр итте "Башинформ".

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса һәләк булған (үлгән) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары:

— рәсми ҡатыны, әгәр махсус операцияға шәфҡәт туташы булып ҡатын-ҡыҙ китһә, уның рәсми ире;

— ата-әсәһе йәки уллыҡҡа алыусылар;

— өләсәһе һәм олатаһы, әгәр ата-әсәһе булмағанлыҡтан өс йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар;

— үгәй атаһы менән үгәй әсәһе, әгәр биш йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар;

— бәлиғ булмаған балалары, 18 йәшкә тиклем инвалид булған бәлиғ балалары, шулай уҡ 23 йәшкә тиклемге студент балалары.

Автор:
Читайте нас: