Туғандары яугирҙәргә бик күп адреслы посылкалар ебәрҙе. Шулай уҡ изге күңелле кешеләр, эшҡыуарҙар ярҙамы менән генераторҙар, дрондар, башҡа кәрәк-яраҡтар,кейем-һалым, аҙыҡ-түлек оҙатылды. Машиналарға йөктәрҙе тейәүҙә ҡатнашыусыларҙы, "Берлек" төркөмө ағзаларын, гумконвой менән
юлға сығыусыларҙы "Бәрәкәт" магазины хужаһы Шәмсидин Махмедов өҫтәл тулы ризыҡ әҙерләтеп, тәмле былау менән һыйланы. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған эшҡыуар Шәмсидин Сәфәрбәк улына Сәйфулла хәҙрәт "Рәсүлиә" мәсете исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Гумконвойҙы оҙатыуға транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән
район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовҡа һәм эштәр идарасыһы Денис Сәйетғәлинға, район хакимиәте башлығының махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Азамат Амангилдинға ла рәхмәт белдерә "Берлектәр".
Бар халыҡ көсө менән әҙерләп ебәрелгән гуманитар ярҙамды оҙатыусылар яугирҙәребеҙгә имен алып барып еткерһен, тыуған яҡ күстәнәсе яу яландағыларға Еңеү яуларға булышлыҡ итһен, ил һағында торған батырҙар барыһы ла иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар.