Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Сентябрь 2025, 14:50

Берҙәмлектә - көс!

Ирекмәндәр берләшеп эшләргә кәңәш итте.

Районыбыҙҙа йөрәк ҡушыуы буйынса МХО-лағы яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән ирекмәндәр ойошмалары бихисап: «Талисман», «Изгелек ҡыл», «Берлек», «Берегиня», «Мәрхәмәтлек», «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!», «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре», «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!», «Изгелек», Красная Башкириялағы дини приход янындағы гуманитар ярҙам үҙәге һәм башҡалар. Быларҙан ҡала Байым, Ташбулат, Дәүләт ауыл биләмәләрендә ирекмәндәр хәрәкәттәре йәнле эшмәкәрлек алып бара. Ишбулдынан Зифа Хажина, Ишҡолдан Илфира Шәрәфетдинова өйҙәрендә маскировкалау селтәрҙәре үреп еңеүҙе яҡынайтыуға шәхсән өлөштәрен индерә. Йәштәр йортонда уҙған сара ил яҙмышына битараф булмаған, һалдаттарыбыҙҙың именлеген тәьмин итеүгә һәр ҡайһыһы ысын күңелдән булышлыҡ иткән илһөйәрҙәрҙе йыйҙы. Улар хәҙерге ваҡытта гуманитар конвой туплау һәм оҙатыуҙа  килеп тыуған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләште, фекер алышты, ҡарарҙар ҡабул итте.
Әбйәлил ирекмәндәрен район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Р. Абдуллин сәләмләне, ғәмле булмыштары, әүҙем йәшәү позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Лилиә Кузнецова, «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре» ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе:
— МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам менән йөрөй башлауыма октябрҙә өс йыл тула. Өлөшләтә мобилизация яугире әсәһе булараҡ, иң тәүгеләрҙән булып ирекмәнлек эшмәкәрлегемде башланым. Бер ниәттә булған командама рәхмәт.  Ошо дәүерҙә яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы бер көнгә лә туҡтатманыҡ һәм ай һайын гуманитар ылау оҙатып киләбеҙ. Битараф булмаған Әбйәлилдең яҡшы кешеләренең эскерһеҙ ярҙамы менән һалдаттарыбыҙға әҙ булһа ла булышлыҡ итә алыуыбыҙға ҡыуанам. Алыҫ юлға күп йөрөй торғас, машинабыҙ ҡыйралды. Уны йүнәтеүгә «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев 50 мең һум аҡса бирҙе. «Салауат» ЯСЙ-һының МХО-ға ярҙамын йыш тоябыҙ. Уларға мең-мең рәхмәтлемен.

— МХО башланған мәлдә, айырыуса өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, яугирҙәргә булышлыҡ итеү өсөн халыҡ берҙәм күтәрелгәйне. Ылаулап конвойҙар оҙатылды. Теләмәһәк тә, махсус хәрби операция оҙаҡҡа һуҙылды һәм гуманитар ярҙам йыйыу эше хәҙер бик һүлпәнәйҙе, алғы һыҙыҡта беҙҙең именлек өсөн көрәшеүселәр хаҡында «онота» барыуыбыҙ үкенесле. Халыҡтан арыныҡ тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Тыныс тормошта йәшәп арыныҡ тиһәк, һуғышта йөрөгән яугирҙәребеҙгә ни ҡала? Уларҙың тиҙерәк иҫән-һау еңеү менән ҡайтыу көндәрен яҡынайтыу күпмелер кимәлдә тылдағыларҙан тороуын иҫтән сығарырға ярамай, — тине Вадим Рәфҡәт улы.
Яугирҙәргә иғтибарҙы көсәйтеү, ярҙам итеү өсөн көстәрҙе берләштерергә, халыҡты уятырға, район хакимиәтенең туранан-тура ҡатнашлығы менән ай һайын ҙур фура менән кәрәк-яраҡ, күстәнәс оҙатыу сараһын күрергә тәҡдим итте башлыҡ урынбаҫары. Ирекмәндәр элеккесә үҙаллы ойошма булып ҡалһа ла, МХО биләмәһенә һәр ҡайһыһы айырым-айырым йөрөмәһен, транспорт өсөн түләнмәһен һәм юл сығымдарын кәметһен өсөн бергәләп эшләргә саҡырҙы. Юғиһә, еңел машинала йәки унан саҡ ҡына ҙурыраҡ «Газел»дә күпме генә нәмә алып барырға, нисә генә яугиргә ярҙам итергә була? Уларын алып барып еткерер өсөн дә оҙон юл үтергә, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килә ирекмәндәргә. 
«Шуға күрә берҙәмлек кәрәк. Бергә булғанда ауырлыҡтарҙы еңеүе еңелерәк», — тине В. Р. Абдуллин. Тәҡдимде ирекмәндәр хуплап ҡабул итте. «Төрлө ойошмаларҙа торһаҡ та, бер йүнәлештә эшләйбеҙ», — тине улар. 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
«Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү — оло йөрәк, иғтибар, һиҙгерлек талап итә. Аҡсаға түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡалар тураһында хәстәрлек күреүсе ирекмән-дәргә рәхмәт белдерәм! Уларҙың хеҙмәте иң ысын, етди дәүләт эшенә тиң».

Күҙмә-күҙ осрашыу төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индереү өсөн дә фәһемле булды. Посылкаларҙы тәғәйен бер һалдатҡа алып барыу еткереү мәсьәләһе, исемһеҙ посылкалар ебәреү, гумконвойҙың маршрутын билдәләү, яугирҙәрҙең һорауҙары буйынса әйберҙәр туплау буйынса тулы яуаптар алдылар. Красная Башкириянан отец Сергий гуманитар ярҙам туплау һәм яу ҡырына илтеп ҡуйыу буйынса шәхси тәжрибәһе менән бүлеште. Әйтергә кәрәк, приход янындағы гуманитар ярҙам үҙәге 2022 йылдың февралендә ойошторолған, 48 тапҡыр хәүефле биләмәгә сығып һалдаттарҙы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин  иткәндәр, өс йылдан ашыу ваҡытта 8 тонна парафин иреткәндәр, 65 мең блиндаж майшәме эшләгәндәр һ. б. Морат Йәнбирҙин яугирҙәрҙең рухын күтәреү өсөн өсмөйөшлө хаттар ебәреүҙе йәнләндереү зарурлығын билдәләне. Азамат Амангилдин яугир әсәләре һәм ҡатындары араһында МХО-лағыларға ярҙам итергә теләк белдереүселәр күп булыуын иҫәпкә алып, уларҙы ла изге эшкә йәлеп итеүҙе тәҡдим итте.
Сараның һөҙөмтәһе булып Әбйә-лилдә гуманитар ярҙам йыйыу айлығы иғлан ителде. 24 сентябрҙә уға башланғыс биреп «Беҙ бергә!» хәйриә концерты уҙҙы. Билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса МХО-лағы яҡташтарға йүнәлтеләсәк. Һалдаттарыбыҙға беренсе ҙур ылауҙы Республика көнөнә оҙатыу планға алынды.
Бер юлы ике фура әйбер ебәреү күҙаллана. Артабан был йүнәлештәге эш маҡсатлы рәүештә ай һайын дауам ителәсәк. 
Битараф булмаған яҡташтар барыһы ла изге эшкә үҙ өлөштәрен индерә ала. Был бик кәрәк һәм мөһим! Әйберләтә һәм финанс ярҙамды район үҙәгендәге Йәштәр йортона алып килергә йәки ирекмәндәр хәрәкәттәре чаттарында күрһәтелгән банк карталарына күсерергә була. Беҙ бергә!

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас