Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Ғинуар , 14:40

Берҙәмлектә — көс!

Байым ауылы биләмәһе халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә даими ярҙам күрһәтеп тора.

Берҙәмлектә — көс!
Берҙәмлектә — көс!

Байым мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы Ирес Абдулхаҡ улы Илһамов хәләл ефете Лилиә Фәтих ҡыҙы менән кәңәшләшеп, үҙенең шәхси Нива автомобилен яу яланына ебәрергә ҡарар итте. Әйткәндәй, Илһамовтарҙың улдары Марсель 2023 йылдың май айынан махсус хәрби операцияла ил һағында. Марсель әйтеүенсә, МХО зонаһында үҙебеҙҙең Рәсәйҙә етештерелгән Нива машиналары ҡулайлы икән.

Ауылыбыҙҙан гуманитар ярҙам барасағын ишеткәс, яу яланындағы батырҙарыбыҙға башҡа кәрәкле әйберҙәр ҙә тупланды. Эшҡыуарҙар Зәмфирә Насибуллина, Дилә Ғәскәрова, Байым ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесәһе Гөлсинә Әғзәмова, «Ихлас» ҡул эштәре түңәрәге ағзалары, биләмәнең мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, Мораҡай ауылы активистары хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы. Ғәлиә Кинйәбаева, Ирес Илһамов әҙерләгән миндектәр тыуған яҡтың изге шифаһы менән булһын!

Әйберҙәрҙе барлап, йәшниктәргә һалып, «Нива» машинаһында, Ирес Абдулхаҡ улы тормош иптәше Лилиә Фәтих ҡыҙы менән Магнитогорск ҡалаһына юлландылар. Унда үҙҙәренең машинаһын һәм йыйылған әйберҙәрҙе МХО зонаһына ебәреү өсөн, гуманитар ярҙам йыйыу пунктына тапшырҙы.

Тиҙ арала ярҙам йыйыуға булышлыҡ иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Изге ғәмәлдәрегеҙ сауаптары менән барыр юлдарығыҙҙы яҡтыртһын!

Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ имен-һау, үҙ ғаиләләренә ҡайтһын!

Зәмирә МӨХӘМӘТОВА.

Автор:
Читайте нас