Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Февраль , 17:10

"Бергә булһаҡ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ"

30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның буйынса  Урал аръяғы райондарының имам-ахуны, “Рәсүлиә” мәсетенең имамы Сәйфулла хәҙрәт үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Бергә булһаҡ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ"
"Бергә булһаҡ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ"

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Һалдаттар бар көсөн һалып, илебеҙҙе яҡлай. Ә  беҙ бында һәр кемебеҙ ҡулынан килгәнсә, яугирҙәргә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә тейешбеҙ. Төбәк башлығы  республика халҡын «Барыһы ла Еңеү өсөн! " девизы аҫтында берләшергә саҡырҙы. Әлбиттә, алдағы йылдарҙағы кеүек, беҙ ҙә артабан да дөйөм эштән ситтә ҡалмаясаҡбыҙ, – ти Сәйфулла хәҙрәт.- Яугирҙәребеҙгә алғы һыҙыҡта еңел булмауы хаҡында ишетеп кенә белмәйем –махсус операция зонаһында яугирҙәргә терәк булып өс ай булып ҡайттым, бер нисә тапҡыр гуманитар йөктө лә оҙатып барҙым. Ошо арала “Берлек” ирекмәндәр төркөмө составында МХО зонаһындағы яҡташтарыбыҙға тағы ла кәрәк-яраҡтар алып, юлға сығырға әҙерләнәбеҙ. “Берҙәмлектә-көс”, бергә булһаҡ – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас