

Иң элек «Рәсүлиә» мәсете имамы Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин МХО зонаһында һәләк булған яугирҙәр рухына аят бағышланы һәм илебеҙгә тиҙерәк еңеү килеүен, Ватан һағында торғандарҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, доға ҡылды.
Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, йыйылыусыларҙы сәләмләп, илебеҙ һағында торған яугирҙәрҙең, Ватанды һаҡлап ғүмерен биргән яҡташтарҙың батырлығын юғары баһаланы һәм барыбыҙҙың имен тормошо, бәхетле киләсәге өсөн яуға күтәрелгәндәргә рәхмәт белдерҙе һәм сарала ҡатнашҡан батыр яҡташтарыбыҙ — Рәмил Арғынбаевҡа, Альберт Бекузаровҡа, Илсен Искәнйәровҡа, Заһит Ҡараҡаевҡа, Рамил Папанинға, Мирфат Үтәгәновҡа, Вадим Халиҡовҡа, Радмир Хәлиловҡа, Данил Хужинға «Әбйәлилдең яугир-геройы» күкрәк билдәһен таҡты.
— Был награданы тапшырып, беҙ бөтә яугир-яҡташтарыбыҙға һеҙҙең менән ғорурланабыҙ тип әйтәбеҙ, — тип билдәләне район башлығы.
Ринат Аҡназаровҡа тәғәйенләнгән «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы яугирҙең әсәһе Фәнүзә Мөхәмәт ҡыҙына бирелде. Шулай уҡ батыр улдар тәрбиәләгән әсәләр «Ватанды һаҡлаусы әсәһе» миҙалы менән наградланды. Бүләкләнеүселәр араһында Зөлфирә Ғиззәтова, Галина Шаһивәлиева, Таңһылыу Әхмәтова, Зөлфирә Хәмзина, Сәкинә Абдуллина бар.
Нәҙек гравировкалы сылбырға тағылған йөрәк рәүешендәге кулонда ҡатынын ҡосаҡлаған яугир һүрәтләнгән һәм «Әбйәлилдең яугир-геройы ҡатыны» тигән һүҙҙәр яҙылған.
— Ирен яуҙан көтөү, уға ышаныу, йортто һаҡлау — ул да батырлыҡ, — тине Айрат Зиннәт улы ошондай билдәне бөгөн ил һағында торған яугир Рөстәм Дамир улының ҡатыны Ирина Ғималетдиноваға тапшырып.
Зариф Закир улы йыйылыусыларҙы Еңеү көнө менән тәбрикләп, ил һағында торғандарҙың еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын, һәләк булғандар хаҡында хәтер мәңге йәшәйәсәген белдерҙе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ҡаралған 160-тан ашыу закон ҡабул ителеүен әйтеп, уларҙың ҡайһы берҙәрендә ентекле туҡталып үтте.
— Хәҙер судтар түләмдәр алыу маҡсатында яугирҙәр менән төҙөлгән фиктив никахтарҙы ғәмәлдән сығара ала. Герой үлгәндән һуң, бөтә түләүҙәрҙе сит кешеләр түгел, ә уның ата-әсәһе генә алырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды депутат мөһим, әммә ҡатмарлы темаға ҡағылып.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының урындағы етәксеһе Таңһылыу Мостафина сарала ҡатнашҡан яугирҙәргә, герой яҡташтарыбыҙҙың әсәләренә, ҡатындарына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, барыһына ла сыҙамлыҡ һәм көс теләне.
Шуны ла әйтеп үтеү мөһим: 120 кешегә хәйриә ашын Айғырбатҡан утарындағы «Башҡорт аш-һыуы йорто»н етәкләгән Шәүрә Фәттәхова ҡыҙҙары Дилә һәм Фәриҙә менән үҙ иҫәптәренә ойошторҙо. Ҡунаҡтар улар әҙерләгән ризыҡтарҙы яратып ашап, эшҡыуарҙарға һәм сараны ойоштороусыларға рәхмәтле булып, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләп, таралыштылар.