Улар РОНО ишеге алдында таныштылар. Бәләкәй ҡыҙын етәкләп, коридор буйлап арлы-бирле үткеләп йөрөгән аҡ йөҙлө моңһоу ҡатынды Таңсулпан күптән күҙәтеп ултырҙы. Һунынан үҙенең ул ҡатын менән бер үк мәктәпкә уҡытырға барасағын белгәс, яҡындан танышырға ашыҡты. Ләкин йәш ҡатын үтә аҙ һүҙле булғанлыҡтан, Таңсулпан уның Земфира исемле булыуын һәм ул ауылды фәҡәт оло юлдан йыраҡ ятҡаны өсөн һайлауын ғына белә алды. Ә ул, киреһенсә, үҙе эшләйәсәк мәктәптең оло юлдан ситтә булғаны өсөн борсола ине, күрәһең, быға ҡуш ҡуллап риза булыусылар ҙа бар икән, тип уйланы сәйерһенеп.
Мәктәп директоры — 40 - 45 йәштәрҙәге мөһабәт кәүҙәле, күркәм кеше.
— Хәйрулла Нәсибуллович, — тип танытты ул үҙен һәм хәстәрлекле етәксе булараҡ, ҡыҙҙарҙы шул уҡ көндө мәктәп фатирына урынлаштырып, өҫтәл, ултырғыс кеүек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеп тә ҡуйҙы. Эш көнө башланыуға тиклем ҡалған бер-ике көндән файҙаланып, Земфира менән Таңсулпан үҙҙәре торасаҡ фатирҙы йыуып, таҙартып, бөхтә генә итеп йыйыштырып та ҡуйҙылар.
Таңсулпан 1 сентябрь яҡынлашҡан һайын нығыраҡ тулҡынланды, сөнки үҙаллы уҡытыусы булып тәүге тапҡыр балалар алдына баҫасаҡ, етмәһә ул уҡытасаҡ балалар ҙа беренсе класс уҡыусылары, улар ҙа уҡыусы булып, мәктәп ишеген тәүге тапҡыр асырға йыйыналар.
Земфирала ғына әллә ни күңел күтәренкелеге һиҙелмәне, бөтәһенә лә ғәмһеҙ килеш ҡала килде, тик иртәгә мәктәпкә барабыҙ тигән көндө бошонҡо ғына:
— Үҙем дәрескә киткәндә Наиләне ҡайҙа ҡуйырмын икән? — тине. Таңсулпан бәләкәй Наилә менән яҡындан танышып та, ҡара күҙле, ҡара сәсле был теремек ҡыҙҙы яратып та өлгөрҙө. Кисә улар һыу буйыңда бик оҙаҡ йөрөнөләр. Наилә атаһының алыҫта-а-а, урман артында ҡалыуын, өләсәһенең улар киткәндә илауын, уға тәтәй күлдәк кейҙереп ебәреүен һөйләгәйне.
Бына әле лә Таңсулпан Наиләнең сәсен үреп ултыра, үҙе Земфираға: «Мин күрше әбей менән Наиләне ҡалдырып торорға һөйләштем, ул риза булды, ә ҡалған көндәрҙә төшкә тиклем мин өйҙә буласаҡмын», — тине. Земфира өндәшмәне.
Һиҙелмәй аҙна ла үтеп китте. Таңсулпан мәктәптә балалары менән көндөң нисек үткәнен дә белмәй ҡалды. Бигерәк һөйкөмлөләр шул үҙҙәре, парта өҫтөнә ҡулдарын һалалар ҙа, күҙҙәрен томорайтып, уҡытыусыға шундай итеп ҡарайҙар, ҡайһы саҡта аҡбурын өҫтәлгә һалып, йүгереп йөрөп һәр береһен һөйгөһө килеп китә Таңсулпандың. Уларҙың тура баҫып, көр тауыш менән яуап биреүҙәре, һуңынан яңы формаларын борһаламаҫ өсөн һылап-һыйпап, ипләп кенә ултырыуҙары күңелгә аңлатып бөтмәҫлек ләззәт бирә. Һоҡланыу тыуҙыра. Өйгә ҡайтһа, Таңсулпанды Наилә ҡаршы ала: муйынынан ҡосаҡлай, йомшаҡ ирендәрен апаһының эштән янып ҡайтҡан сикәләренә тейҙерә, ә үҙе асылып бөтмәгән теле менән тәтелдәргә тотона. «Бөгөн урамдан машина менән әттә үтте, мине күрмәне, мин ҡысҡырҙым, ҡыҙҙар ҙа ҡысҡырҙы, — ти. — Апай, әттә мине күрмәне, эйе бит?» — Таңсулпан был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңлап еткермәй, күҙ ҡарашы менән: «Ниндәй әттә?» — тип Земфиранан һорай. Ул теләр-теләмәҫ кенә: «Атаһы шофер ине», — ти.
Таңсулпандың Земфираға хәтере ҡалып та ҡуя, инде күпме бергә торалар, ниңә үҙе менән таныштырмаҫҡа. Әллә ниндәй өндәшмәҫ кеше булып сыҡты был Земфира. Ҡайһы саҡта тәҙрә ҡаршыһына ултыра ла сәғәттәр буйына ҡуҙғалмай. Наилә лә әллә ни әсәһенә ылығып бармай, гел Таңсулпан апаһы эргәһендә урала, йә булмаһа күрше әбейе йәки балалар янына уйнарға сығып китә.
Бер-береһенә оҡшаш көндәр үтте ла үтте. Таңсулпан Зем-фираның һаран ғына һүҙҙәренән, ирен яратмай ташлап китеүен, мөмкин тиклем унан алыҫ булыу өсөн ошонда килеп урынлашыуын белә алды. Ә кескәй Наилә менән Таңсулпан араһында дуҫлыҡ һаман нығыны. Таңсулпан баланың өҫтөн йыуып кейҙерҙе, төрлө уйындар өйрәтте, әкиәттәр һөйләне, магазиндан уйынсыҡтар, күстәнәстәр алып ҡайтҡыланы. Хатта йоҡларға ла үҙе һала башланы.
Бала йоҡлатыуҙан да ләззәтлерәк ни эш бар икән был донъяла. Таңсулпан уны йыуындырып ап-аҡ түшәккә һала, тәүҙә уның ебәктәй сәстәренән һыйпап, алһыу йөҙөнән үбә, унан һуң әкрен генә көйләй. Наилә ойоп ҡына тыңлап ята һәм һорау биреп ҡуя:
— Апай, атайым ҡасан килә? Мине килеп аламы? — ти. Таңсулпан уны үҙенсә йыуата ла уйға ҡала: «Ниңә алмалай баланы кеше көнөнә ҡалдырып, ыҙа сиктереп йөрөтәләр икән. Тамам ябыҡты бит! Юҡ, юҡ, ул бер ваҡытта ла балаһын был көнгә ҡалдырмаҫ! Ирен яратмай, бәхетһеҙ имеш, бала атаһын яратып, өҙөлөп «атай» тип әйтеүен, уның бәхетле булыуын күреү — үҙе ҙур бәхет түгелме һуң? Үҙең теләп кейәүгә сыҡҡан кешеңде, ошо ғәзиз бала хаҡына, бәлки яратыу ҙа яҙыҡ түгелдер, ниңә эгоист булырға?» Эске бер тауыш Таңсулпандың уйҙарын бүлә: «Әллә тормош ул аңламаҫлыҡ ҡатмарлы, уның шулай баланы бәхетһеҙлеккә этә торған ҡәһәрле серҙәре, мәжбүри яҙмыштары бармы икән ни?..» Таңсулпан тертләп ҡуя. «Юҡ, барыбер ул балаһын бәхетһеҙ итеп, зарланырға һис ҡасан да юл ҡуймаясаҡ. Бала хаҡына утҡа, һыуға ингәндәр, фашист пуляһына ҡаршы күкрәктәрен ҡуйғандар бит! Ә Земфира? Ҡасандыр үҙе теләп сыҡҡан ирен яратмай имеш?!.
— Кәк-ү-үк, кәк-ү-үк, — стеналағы кәкүкле сәғәт Таңсулпандың уйын бүлдерҙе. Бәй, сәғәт киске ун бер булып киткән, ә Земфира һаман да юҡ, ҡайҙа йөрөй икән? Таңсулпан иңенә мамыҡ шәлен һалып, уҡыусыларының дәфтәрен тикшерергә ултырҙы. Шул саҡ кемдер ишек шаҡыны. Кем булыр икән. Земфира булһа, үҙе асып инер ине, тип уйлап алды ул тиҙ генә. Ишектән мыҡты кәүҙәле, ҡара күҙле, ҡара сәсле, кейемдәре батҡаҡҡа буялған, 28 - 30 йәштәрҙәге бер ир килеп инде. Ул киң йылмайып, мазутҡа буялған ҡулын ҡулъяулығы менән һөртә-һөртә Таңсулпанға һуҙҙы: «Мансур —Наиләнең атаһы». Тулҡынланыуҙан Таңсулпандың фекере тарҡалды, ишетелер-ишетелмәҫ кенә ул үҙенең исемен әйтте һәм Мансурға түргә уҙырға тәҡдим итеп, үҙе тиҙ генә юлаусыны йыуындырыр өсөн һыу әҙерләй башланы. Мансур Наиләнең карауаты эргәһенә килде, иҙерәп йоҡлап ятҡан Наиләгә һағышлы күҙҙәре менән ҡарап торҙо, һуңынан Таңсулпанға боролоп:
— Бөгөн Наиләнең тыуған көнө. Өс йәш тулды, — тине. Таңсулпандың ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Нишләп Земфира ул турала әйтмәне икән, тигән уй уның мейеһен телеп үтте. — Эштән һун юлға сыҡҡайным, күрмәгәнде күрелде, был яҡтарҙың юлы юл түгел икән. Машинам буксовать итеп, ике сәғәт ыҙаландым. Да-а-а, Земфира баланы белеп алып ҡасҡан, бында машина ғына түгел, ҡош та етер урын түгел. Ә шулай ҙа ҡыҙымды яратҡас, мин килеп еттем, — тип өҫтәне Наиләнең битенән үбеп һәм:
— Ҡыҙым, — тип өндәште. Шуны ғына көтөп ятҡандай, Наилә күҙҙәрен асты, «әттә», тип уның муйынынан ҡосаҡланы. Бала менән ата бер-береһенең ҡосағында бер аҙға өнһөҙ ҡалды. Быны күҙәтеп торған Таңсулпандың күҙҙәренә йәштәр төйөлдө, һуңынан Наилә атаһына әллә нәмәләр тәтелдәне, уйынсыҡ, күстәнәстәренең береһен алды, береһен һалды, шатлыҡтан осҡонланған күҙҙәре менән әле атаһына, әле Таңсулпан апаһына ҡараны, атаһы бүләк иткән ҙур ҡурсағына исем һайланы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Наиләнең ҡыуанысы бик ҡыҫҡа булды, сөнки атаһы китергә лә йыйына башланы. Бүләк күлдәктәрен, ҡурсағын ҡосаҡлап, Наилә атаһының ҡуйынында татлы йоҡоға талды. Мансур Таңсулпандан ғәфү үтенгәндәй:
— Асыуланма инде, һеңлекәш, һеҙгә йоҡларға бирмәй, шулай маҙалауым өсөн. Башҡаса бер нисек тә булдыра алманым. Земфира менән ҡауышҡанға ла дүрт йыл тулып үтте. Ҡыҙыҡ, йәш саҡта бер ни уйламайһың. Киләсәкте лә еңел күҙ алдына килтерәһең. Земфира менән айырылышып, баланы шулай етем итербеҙ, тип уйлаған инемме ни? Земфираны яратып өйләндем, үҙе лә ярата кеүек ине. Мин хеҙмәткә киткәндә көтөргә ҡат-ҡат вәғәҙә биреп, күҙ йәштәре менән оҙатып ҡалды, һөйгәнен көтөргә вәғәҙә биреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән! Хаттар туҡтауһыҙ килеп торҙо. Ул хаттарҙан дәрт һәм көс алып, мин дә ҡанатланып хеҙмәт иттем. Тик көтмәгәндә, Земфиранан хаттар туҡталды ла ҡуйҙы. Өйҙәгеләр ҙә, таныштар ҙа минең һорауға яуап бирмәнеләр. Ахырҙа бер таныш ҡыҙға мөрәжәғәт итеп яҙҙым. Уның яуабы ҡыҫҡа ине: «Земфира кейәүгә сыҡты», — тине. Минең ғазапланыуымды күреп, иптәштәрем: «Донъяла бер Земфира ғына түгелдер әле», — тип йыуаттылар. Ләкин минең өсөн Земфира берәү генә ине шул... Мин хеҙмәтте тамамлап ҡайтыуға, Земфирам иренән айырылып та өлгөргәйне инде. Миндә икеләнеү булманы. Уның шулай, мин ҡайтҡанда янғыҙ булыуы, минең бәхетем өсөн кеүек күренде.... Кем белгән, был ҡауышыуҙың һуңы ошолай күңелһеҙ бөтөр тип... — Ул бер аҙ уйға ҡалып, аҫҡа ҡараны, унан һуң ишекле-түрле йөрөүен ҡуйып, Наиләнең карауаты эргәһендә туҡталды. Инде нисәнсе ҡат уның сәстәренән һыйпаны, юрғанын йәтешләп ябып, арҡаһынан тапап һөйҙө һәм дауам итте. — Земфираның һүҙенә ышандым шул. Әсәйемдәр көсләп бирҙе, тип иланы бит. Тәүҙә матур ғына тора башлаған инек тә, Наиләгә ике йәш тулыуға, ул тәүге ире менән осраша башланы. Барыһын да күтәреп һуғырға, Земфира менән ҡырт ҡына өҙөргә уйланым, ләкин ҡыҙым күҙ алдыма килеп баҫты. Уйламайынса бөтәһен дә тамырынан йолҡоп ташлаһам, ҡапыл минең тормош сәскәм йөрәгемде мәңгелеккә әрнетеп зәғифләнер, һулыр төҫлө тойолдо. Земфираны ғәфү иттем. Эт емтек ашауын ташламай, тиҙәр бит, шуның кеүек Земфира ла йөрөмтәллеген ташламаны. Көҙ мин командировканан ҡайтыуыма, бына шулай ҡыҙым да, Земфира ла юҡ ине. Баланы алып, ҡарт әсәйемде бер үҙен ҡалдырып, ошонда киткән. Йөрәгемде эш менән баҫтым. Тик эштәрҙән бушап ҡалған саҡтарҙа ҡыҙым күҙ аллымдан китмәй ғазаплай. Стеналағы фотоһына ҡарайым да: «Ҡайҙа икән ҡыҙым?» — тип уйлайым. Минең уйҙарҙы раҫлағандай, түрбашта һауыт-һаба менән булышып йөрөгән әсәйем дә: «Наилә балаҡайым кемдәр ҡулына ҡарап тилмерә икән? — тип күҙен һөртөп ҡуя. — Барып килер инең, бала хаҡы бар бит», — ти өҙгөләнеп. — Ҡыҙымдың тыуған көнө килеп еткәс, түҙмәнем, бына шулап бата-сума юлға сыҡтым».
Мансур, йөрәк әрнеүҙәре бәреп сыҡҡан моңһоу күҙҙәре менән Тансулпанға ҡарап, һүрән генә йылмайҙы. Үҙенең бөтә серен асып биреүенән оялып, ғәфү үтенгәндәй:
— Ялҡыттым шикелле һине, һеңлекәш, — тип башын түбән эйҙе. Кейенеп, фуражкаһын ҡулына алды, ни эшләргә белмәй, бер урында тапанды, ахырҙа Наилә эргәһенә барып, йоҡлап ятҡан ҡыҙының маңлайынан үпте һәм ишетелер-ишетелмәҫ кенә һүҙен дауам итте. — Земфираны ҡайҙа тип һорамайым... Ләкин һин уға минең сәләмемде еткер, балам хаҡына мин уны тағы бер тапҡыр ғәфү итергә әҙермен. Минең тормош сәскәм һулымай, балҡып йәшәһен өсөн!
Таңсулпан Мансурҙы оҙатырға сыҡты. Машинаһын бер аҙ ҡараштырғас. Мансур Таңсулпандың ҡулын ҡыҫты.
— Һин, Наиләгә күҙ-ҡолаҡ бул инде, һеңлекәш. Мин тағы килермен, — тине моңһоу ғына, — Земфира ла көтһөн. — Ул машинаһының уттарын ҡабыҙҙы ла, төнгө тынлыҡты боҙоп, ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.
Земфира Мансур килеп киткәндән һуң Таңсулпандан артыҡ төпсөнөп бер нәмә лә һорашманы, шулай ҙа йөҙөнә нур йүгерҙе, күҙҙәренә ҡот ҡунды, атлап йөрөүҙәре үҙгәрҙе, төндәреп сығып йөрөүҙән туҡталды. Кеше күңеле ҡарурман. Йәш кеше Таңсулпанға уны аңлап етеүе ауыр ине.
Әммә шәмбе көндәге ваҡиға Таңсулпанды ғына түгел, бар ауыл халҡын һиҫкәндерҙе.
— Әттә, әттә килә, — тип Наилә ауыл урамының уртаһынан килгән йөк машинаһына ҡаршы йүгергән. Бәхеткә күрә, руль артындағы шофер баланы аңғарып, ваҡытында тормозға баҫып өлгөргән, юғиһә тәгәрмәстәр аҫтында ҡалыр ине.
Ҡурҡышынан иҫәңгерәп ятҡан баланы Земфира ҡосағына тырнап алып, юл саңына болғанып байтаҡ ултырҙы. Тирә-яғына әбей-һәбей, бала-саға килеп йыйылып китте. Барыһы ла ҡот осҡос ваҡиғанан ныҡ һиҫкәнгән ине. Таңсулпан Наиләне күтәреп, Земфираны көскә етәкләп тигәндәй өйгә индерҙе, нисек йыуатырға белмәй, ҡаушап, әле улай, әле былай йүгерҙе. Земфира балаһын ҡосағына ҡамалап алып: «Балам, ҡолонсағым…» — тип аҡылдан яҙған кеүек бер нөктәгә төбәлеп, тирбәлеп ултырыуында булды. Таңсулпан да, күрше әбейе лә нисек йыуатырға белмәй, ыуарама килде. Ауыл фельдшеры Мәрйәм апайҙы саҡырттылар.
— Ныҡ ҡурҡыуҙан икеһенә лә шок булған. Йылы сәй эсерегеҙ, йоҡлатырға тырышығыҙ, — тип дарыуҙар ҡалырып китте.
Төндә Таңсулпан Земфираның һулҡылдығы сығып илауына уянды, йәһәтләп эргәһенә килде, мамыҡ шәлен ябып иңенән ҡосаҡланы.
— Ниндәй иҫә, ни тиклем ахмаҡмын мин. Үҙемдең хистәремде ауыҙлыҡлай белмәй, бәхетемде ситтән эҙләгәнмен, күңелемде нисек аҙҙырғанмын… Ябай ғына бер нәмәне, бәхетем — балам икәнде аңлай алмай ҡулымдан ысҡындыра яҙҙым…
Таңсулпан нисек йыуатырға ла белмәне. Әле ул әсә бәхетен дә, һине өҙөлөп яратҡан ир-егет һөйөүен дә татып ҡарамаған. Киләсәге наҙлы яҙ кеүек иркә, тормош сәскәһе ошо Наилә ҡыҙсыҡ кеүек татлы булырын йөрәге менән тойомлай, ашҡынып көтә. Шуға ла был минутта һәр нәмәгә битараф һымаҡ күренгән, бер нәмәгә өҙгөләнмәгән Земфираның үҙ хаталарын таныуын, йәне яфаланыуын ғына тойҙо.
…Яҙҙың матур бер көнөндә ауылға ҡыҙы һәм ҡатыны артынан машинаһында Мансур ағай килде. Уларҙы оҙатырға Таңсулпан менән бергә күрше-күлән дә сыҡты. Яңы оя сығарған пар ҡоштар һымаҡ талпынып торған Мансур менән Земфираны, икеһенең араһында ҡыуанысынан ҡошсоҡ кеүек сырҡылдаған Наиләне күҙҙән юғалғансы, Таңсулпан, күңеленең болоҡһоуын йәшерә-йәшерә, һаубуллашып, уларға ихлас итеп ҡул болғаны.
— Хушығыҙ… Шатлыҡтар ғына юлдаш булһын һеҙгә…