+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2020, 11:41

Рәсәй һәм Белорусия Президенттары Совет һалдатына һәйкәл асты

Рәсәй Президенты В. Путин һәм Беларусия Президенты А. Лукашенко Ржев ҡалаһы эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған совет һалдаттары иҫтәлегенә мемориаль асты. Һуңынан улар «Хәтер баҡсаһы» нда ағас ултыртты.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты В. Путин һәм Беларусия Президенты А. Лукашенко Ржев ҡалаһы эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған совет һалдаттары иҫтәлегенә мемориаль асты. Һуңынан улар «Хәтер баҡсаһы» нда ағас ултыртты.
Бында, иҫтәлек акцияһы авторҙары ниәте буйынса, һуғыш ваҡытында һәләк булған һәр кемде иҫләтеүсе тере һәйкәл булдырыу маҡсатында, 27 миллион төп ағас ултыртыу ҡаралған. Ржев ҡалаһы янында, фашистик Германия илбаҫарҙарына ҡаршы ҡан ҡойошло алышта, миллион ярым совет һалдаты һәләк була. Ошоно иҫәпкә алып, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, һәләк булған иптәштәре иҫтәлегенә, Еңеүҙең 75 йыллығына һәйкәл асыуҙы һорағайнылар.
Читайте нас: