+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июль 2020, 10:30

“Юлланмаһыҙ отпуск. Рәсәй”- яңы телесезон проекты

Андрей Разыграев “Красноусольск” шифаханаһы, ялан үләндәре менән башҡорт мунсаһының дауалау процедураларын үҙендә һынап ҡараясаҡ. Шулай уҡ ул Әбйәлил районында ҡымыҙсылыҡ фермаһын барып күреп, батырҙар эсемлеген ауыҙ итәсәк.

Программаның бер сығарылышы Башҡортостанға арналған
Туризм буйынса федераль агентство “Муз-ТВ” телеканалы менән берлектә яңы телесезон проектын тормошҡа ашыра. Уның бер сығарылышы Башҡортостанға арнала. Федераль телеканалдағы программа Башҡортостанда эске туризмды күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Проект 27-нән 31 июлгә тиклем төшөрөлә.
“Юлланмаһыҙ отпуск. Рәсәй” программаһын алып барыусы Андрей Разыграев республика территорияһында урынлашҡан туристик обьекттар, сәйәхәт итеү өсөн эксклюзив урындарҙа буласаҡ.
Программаның беренсе көнөн төшөрөү Өфөлә була. “Муз-ТВ” телеканалы командаһы ҡаланың тарихи урындарында, “Арт-КВАДРАТ” кеүек заманса майҙансыҡтарҙа, Ағиҙел йылғаһы буйында буласаҡ.
Артабан программаны алып барыусы бер нисә көн Башҡортостан буйынса сәйәхәт итәсәк, уны ысын этнотуризм көтә. Ул милли аш-һыу, экологик яҡтан таҙа фермер продукциялары, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм традициялары менән танышасаҡ.
Яңы проект маршрутына Нуриман районы, Павловка һыуһаҡлағысы индерелә. “Торатау” геопаркы матурлығы ла ситтә ҡалмаясаҡ. Андрей Разыграев “Красноусольск” шифаханаһы, ялан үләндәре менән башҡорт мунсаһының дауалау процедураларын үҙендә һынап ҡараясаҡ. Шулай уҡ ул Әбйәлил районында ҡымыҙсылыҡ фермаһын барып күреп, батырҙар эсемлеген ауыҙ итәсәк.
“Муз-ТВ” алып барыусыһын республикала тағы ла нимәләр көтә? Башҡортостандың тағы ла ҡайһы райондарында буласаҡ Андрей Разыграев? Был турала программа эфирға сыҡҡас белербеҙ.

Читайте нас: