Яңыраҡ районда тағы бер ҡымыҙ фермаһы эш башланы. Уны бала сағынан ат яратыусы Марат Сабитов асҡан.
Тормош иптәше Гүзәлиә һөйләүенсә, улар 2012 йылда ғаилә ҡора. Ул саҡта Мараттың бер бейәһе була. “Минең атайым менән әсәйем тағы берәүҙе бүләк итте. Ошо ике баш мал менән беҙҙең ат үрсетеү эше башланды, – тип иҫкә ала ул. – Шунан туй аҡсаһына тағы бер ат алырға булдыҡ, унан машинаны атҡа алмаштырҙыҡ...”
Йыл артынан йыл үтә. Сабитовтар хуҗалығында йылҡылар һаны арта бара. Бөгөн фермер хужалығында 39 баш ат бар. Уларҙың 19-ы – һауын бейәләре. Әле хужалар ныҡлы база төҙөү менән шөғөлләнә. Әммә Сабитовтар бының менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Киләсәккә ниәттәре – йылҡылар һанын тағы ла арттырыу.
Бөгөн Сабитовтар хужалығында 80 литр тирәһе шифалы эсемлек яһала. “Ҡымыҙ етештереү менән бишенсе йыл шөғөлләнәбеҙ, – ти Гүзәлиә”.
Һуңғы осорҙа ҡымыҙсылыҡ тармағына дәүләт ярҙамы ла күбәйҙе. “Башкортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһы эшләй. Ул ил етәксеһе тарафынан билдәләнгән “Кесе һәм урта эшкуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә.