+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2020, 10:40

В. Путин мәктәптәрҙең ни өсөн бушлай туҡланыуға әҙер булмауын асыҡларға ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә ҡайһы бер мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыуға әҙер булмауҙарын тикшерергә ҡушты.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә ҡайһы бер мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыуға әҙер булмауҙарын тикшерергә ҡушты.
Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, мәктәптәрҙең 75 проценты башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыуға йүнәлтеләсәк сараларҙы ҡабул итергә әҙер. “ Ҡалған 25 процент мәктәп әҙер түгел, был бик күп. Һәм мин, ҡасан барлыҡ Рәсәй мәктәптәре быға тулыһынса әҙер буласағын белергә теләйем”, - тине В.Путин. Бәләкәй комплектлы мәктәп уҡыусыларын да эҫе аш менән мотлаҡ тәьмин итергә кәрәклеге тураһында өҫтәне ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 мартта Президент В. Путин башланғыс кластар уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тураһында законға ҡул ҡуйғайны. Законға ярашлы, башланғыс класс уҡыусылары, көнөнә бер тапҡыр бушлай эҫе аш һәм эсемлек алырға тейеш. Федераль бюджеттан бының өсөн өс йылда 100 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Мәктәптәрҙе бушлай туҡланыуға күсереү бер нисә этаптан тора. 2020 йылдың 1 сентябрендә башланып, 2023 йылдың сентябрендә тамамланасаҡ.
Читайте нас: