+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2020, 11:05

Ауыл инфраструктураһы

Башҡортостан - илдең эшләп килгән барлыҡ милли проекттарында әүҙем ҡатнашыусы төбәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан - илдең эшләп килгән барлыҡ милли проекттарында әүҙем ҡатнашыусы төбәк.
2020 йылда «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса, ауыл инфраструктураларын үҫтереүгә 1,7 миллиард һум йүнәлтеләсәк, шуларҙың 1,5 миллиард һумы – федераль аҡса. Йыл аҙағына тиклем был программа буйынса 150 объект төҙөү һәм төҙөкләндереү планлаштырыла. Төбәктә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә 470 миллион һум бүленә. Өс йыл эсендә, дөйөм субсидия күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итәсәк, һөҙөмтәлә меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән субсидия аласаҡ. Әлеге мәлгә 212 ғаилә бындай сара алған. “Ауыл ипотекаһы” программаһы ла киң тарала. Республикала был программала ҡатнашыуға 1,7 меңдән ашыу ғариза булған, ошо көнгә 2 миллиард 55 миллион һумлыҡ 1086 кредит бирелгән. Бирелгән кредит һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында килә.
Читайте нас: