+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2020, 10:05

Урмандар тергеҙелә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш алып барыла

Башҡортостанда “Экология” милли проектына ярашлы ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Экология” милли проектына ярашлы ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.
– Әбйәлил урмансылығы эшселәре Әбйәлил урман хужалығында 678 гектар майҙанда ағас культураларын тәрбиәләп сыҡты. Эшселәр йәш үҫентеләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, уларҙы һирәгәйтәләр, таҙарталар. Әлеге көндө 78 гектарҙа эштәр атҡарылған, – ти Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.
Ҡырҙас һәм Күсем участка урмансылыҡтарындағы 4,5 гектар майҙанды биләгән питомниктарҙа үҫентеләрҙе тәрбиәләү дауам итә. Биотехник сараларҙы ла онотмайҙар: быйыл Әбйәлил урмансылығы эшселәре 30 гектар майҙанда 150 ҡырмыҫҡа иләүен кәртәләгән.
– Урман ҡырмыҫҡалары ҙур әһәмиәтенә эйә: улар шунда уҡ тулыһынса тиҙ һәм ҙур күләмдә үрсей башлаған урман ҡоротҡостары менән туҡланыуға күсә, зарарлы бөжәктәрҙе сығанаҡтарында уҡ юҡ итеп, уларҙың үрсеүенә юл ҡуймай. Ҡырмыҫҡалар ҡоротҡос күбәләктәр, өкөбаш күбәләктәр, киҫәрҙәр, япраҡ төргөстәр һанын көйләй, ебәк күбәләге һәм башҡа ҡарышлауыҡтарҙың, май ҡуңыҙы һанын кәметә, – ти урман хужалығы директоры.
Читайте нас: