-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь 2020, 12:18

Мәғариф — өҫтөнлөклө йүнәлеш

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы. Педагогик форумдың быйыл онлайн режимда үтеүе уның бәҫен һис тә төшөрмәне. Һәр коллектив үҙҙәре эшләгән белем усағынан тура бәйләнештә видеокәңәшмә эшенә ҡушылды, өлкәлә башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләрен барлау, артабанғы үҫешкә перспективалар, яңы бурыстар билдәләү буйынса фекер алышты.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы. Педагогик форумдың быйыл онлайн режимда үтеүе уның бәҫен һис тә төшөрмәне. Һәр коллектив үҙҙәре эшләгән белем усағынан тура бәйләнештә видеокәңәшмә эшенә ҡушылды, өлкәлә башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләрен барлау, артабанғы үҫешкә перспективалар, яңы бурыстар билдәләү буйынса фекер алышты.
Йыл да үҙәк майҙанда ҡуйылған мәктәп, белем биреүҙәге ҡаҙаныштарҙы сағылдырған күрһәтмә материалдар, баҡсала үҫтерелгән йәшелсә-емеш уңышы һәм сәскәләр күргәҙмәһен быйыл белем биреү ойошмалары әҙерләгән видеороликтар алмаштырҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы йола буйынса уҡыусылар сәләмләне, видеосәләмләүҙе сират буйынса Таһир Кусимов исемендәге гимназия әҙерләне.
Август кәңәшмәһенең пленар ултырышы эшендә район башлығы И. Т. Нафиҡов, район Советы рәйесе И. Ш. Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов, БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығынан дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы И. Ф. Ҡаһарманов, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов ҡатнашты.
— Мәғариф — район хакимиәте эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, — тине район башлығы. — Мәктәпкәсә белем биреү системаһы тотороҡло эшләй. Баҡсаларҙа сират мәсьәләһе бөтөрөлдө. Бөгөн өс йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе урын менән тәьмин итеү өҫтөндә эш алып барыла. Дүрт меңдән ашыу бала шәхси ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса бушлай өҫтәмә белем ала. Мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, булғанды һаҡлауға, тәртиптә тотоуға, заман талаптарына ярашлы итеп төҙөкләндереүгә һәм йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүленә. Әйтәйек, ағымдағы йылда Хәмиттә спорт залы ремонтланды, Салауат мәктәбендә кескәйҙәр өсөн мәктәпкәсә төркөм асыуға бүлмәләр капиталь йүнәтелә, Ишҡолда был тәңгәлдә эш тамамланды. Красная Башкирияла «Малыш» балалар баҡсаһында ремонт бара. Гусев мәктәбендә спорт майҙансығы төҙөкләндерелә, Хәлилдә балалар баҡсаһының тәҙрәләре алыштырылды. Буранғол мәктәбенең һәм Яҡтыгүлдә балалар баҡсаһының ҡыйығы яңыртыла, Йәнгелдә «Ҡояшҡай», Красная Башкирияла «Тирмәкәй» балалар баҡсаларында һыуүткәргес һәм канализация системалары ремонтлана, Ташбулат, Йәнгел мәктәптәрендә иҙәндәр алыштырыла, Красная Башкирия, Таштимер, Күсем урта мәктәптәрендә бәҙрәфтәр йүнәтелә. Дөйөм алғанда был эштәргә төрлө кимәл бюджеттарҙан 17 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы террорҙан һаҡлау программаһы буйынса — 2,5, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә 4,5 миллион һумдан ашыу саралар үҙләштерелде.
И. Т. Нафиҡов педагогтарҙың эш хаҡы, БДИ йомғаҡтары, берҙәм форма, балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу, башланғыс кластарҙы бушлай ашатыу буйынса һорауҙарға ентекле туҡталды.
— Аҙыҡ-түлек сифатлы булырға тейеш, бигерәк тә үҙебеҙҙең республикала етештерелгәнде файҙаланырға кәрәк. Намыҫһыҙ аҙыҡ-түлек ташыусыларҙы мәктәптәргә яҡын юлатмаясаҡбыҙ, быны ҡаты күҙәтеү аҫтына аласаҡбыҙ. Шулай уҡ балаларҙың туҡланыу сифатын конролдә тотоуға ата-әсәләр йәмәғәтселеген киңерәк йәлеп итергә тәҡдим итәм, — тине ул.
Район башлығы директорҙарҙан уҡытыу-тәрбиә эшен ойошторғанда тәү сиратта мәктәптәрҙә туҡланыуҙы, балаларҙы өйҙән мәктәпкә һәм кире маршрут буйынса автобустарҙа хәүефһеҙ илтеп ҡуйыуҙы һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе талап итте.
1 сентябрь Әбйәлилдә 7 меңгә яҡын бала парта артына ултырасаҡ. Белем усаҡтарында эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү һәм сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында рециркуляторҙар, контактһыҙ термометрҙар, дезинфекция саралары һатып алыуға район хакимиәте, республика 5000080 һум аҡса бүлгән.
Сығышын йомғаҡлап, И. Т. Нафиҡов ғәҙәти булмаған хәл-ваҡиғалар солғанышында ла мәғариф учреждениелары үҙҙәренең алдына ҡуйылған белем биреүҙең сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү, уҡытыу процесын модернизациялау буйынса яуаплы бурыстарҙы үтәргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм район уҡытыусыларының тәжрибә һәм оҫталыҡҡа таянып уңышлы эшләренә ышанысын белдерҙе.
Мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов «2019-2020 уҡыу йылында район мәғариф системаһының эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм яңы уҡыу йылына бурыстар» темаһына сығыш яһаны.
Системала эшмәкәрлек мәғариф өлкәһендәге дәүләт һәм муниципаль программаларҙы, «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡоролған. Бүлек етәксеһе милли проекттар буйынса уҙған уҡыу йылында гимназияла, Ташбулат, Амангилде мәктәптәрендә «Заманса мәктәп» проекты сиктәрендә «Үҫеү нөктәһе» уҡыу үҙәктәре асылыуын, «Һәр баланың уңышы» проекты ярҙамында Рауилдә спортзал ремонтланыуын, «Һанлы белем биреү мөхите» проекты буйынса 1-се Асҡар урта мәктәбенә һанлы уҡыу ҡорамалдары һатып алыныуын билдәләне. Ағымдағы йылда Красная Башкирия һәм Сиҙәм мәктәптәре базаһында тағы ла ике «Үҫеү нөктәһе» асыласаҡ, Михайловка мәктәбендә һанлы белем биреү мөхите моделе бойомға ашырыла. «Һәр баланың уңышы» проекты буйынса Хәмиттә спортзал ремонтланған. «Киләсәк уҡытыусыһы» проекты буйынса район педагогтарының 10 проценттан да кәм булмаған өлөшөнөң һөнәри квалификацияһы баһаланасаҡ.
Мәктәпкәсә тәрбиә биреү хеҙмәте уҙған осорҙа 2680 кескәй гражданға күрһәтелгән, был 1-ҙән 6 йәшкә тиклемге балаларҙың дөйөм һанының 59 процентын тәшкил итә. 2020 йылда 2-нән 7 йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп итеү былтырғы йыл менән сағыштырғанда 3,1 процентҡа арттырып үтәлгән. «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү — 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә тәрбиә шарттары булдырыу» төбәк милли проекты сиктәрендә Ишҡолда 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәргә иҫәпләнгән 60 урынлыҡ төркөм булдырылған, Тупаҡта 60 урынға балалар баҡсаһы асылған. Салауат мәктәбендә 22 урынлыҡ мәктәпкәсә һәм Красная Башкирияла «Малыш» балалар баҡсаһында 20 бәләкәс өсөн төркөмдәр асылыуы көтөлә.
Ҡатмарлы эпидемиологик шарттарға тура килгән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән имен уҙған. Санитар талаптар теүәл башҡарылған, БДИ-ны уҙғарыу тәртибен боҙоу осраҡтары булмаған. Берҙәм дәүләт һынауҙары йомғаҡтары инглиз теле, әҙәбиәт буйынса урта балдарҙың артыуын күрһәткән. Ҡалған предметтар буйынса, киреһенсә, кәмегән. Математика, биология, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, химия фәндәренән имтиханды ҡәнәғәтләнерлек булмаған билдәгә биреүселәр һаны күбәйгән. Балдарҙың кәмеүендә дистанциялы уҡыуға күсеүҙең йоғонтоһо ла сағылған.
— Сығарылыш имтихандары бөтә мәктәптәрҙең дә онлайн форматта уҡыуҙың яңы мөмкинлектәре — республика һәм райондың алдынғы уҡытыусыларының консультациялары менән нәтижәле файҙалана алмағанлығын күрһәтте. Уҡыусыларҙың дөрөҫ мотивация алмауы ла насар баһаларға килтерҙе. Сөнки БДИ-ға әҙерлек 2-3 ай дауамында түгел, ә 11 йыл уҡыу дәүерендә алып барылырға тейеш. «Икеле» баһалары артында уҡытыусыларҙың эшләп еткермәүе ята, был тәңгәлдә коллективтарға төплө анализ яһап, белем биреү сифатын арттырыу юлдарын эҙләргә кәрәк, — тине мәғариф бүлеге начальнигы. — 9-сы класты тамамлаусылар имтихан тапшырманы. Ағымдағы баһалар буйынса 594 уҡыусыға төп дөйөм белем алыу тураһындағы аттестат тапшырылды. Ике йылдан дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы процедураһы аша үтмәгән, БДИ-ға тиклем белем кимәлен тикшереп ҡарамаған һәм психологик сирҡаныу алмаған сығарылыш буласағы хаҡында оноторға ярамай.
Районда «Һәләтле балалар» программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының район этабында төрлө фәндәр буйынса еңеп сыҡҡан 18 уҡыусы төбәк этабында ҡатнашҡан, уларҙың бишәүһе биология, физкультура, география буйынса еңеүсе һәм призер булған. Салауат мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһының олимпиаданың йомғаҡлау этабы призеры булыуы — ҙур ҡаҙаныш. 7 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһында юғары урындар алған, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәне буйынса 5 призер. Йылдан-йыл Гагарин кубогы һәм вуз олимпиадалары популярлыҡ яулай бара, уларҙа 6 призлы урын бар. Район уҡыусылары эҙәрмәнлек эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. «Фәнгә аҙым», «Бәләкәй фәндәр академияһы» конференцияларында һөҙөмтәле сығыш яһап, республика кимәлендә 5 призлы урын яуланған.
2024 йылға тиклем тормошҡа ашырылыусы «Һанлы белем биреү мөхите» федераль проекты сиктәрендә юғары тиҙлекле интернетҡа тоташыу, онлайн белем биреү һәм электрон документтар әйләнешен яйға һалыу тәьмин ителә. Район мәктәптәрендә хәҙерге көндә 32 компьютер класы йыһазландырылған, һәр белем усағының рәсми сайты бар. Дистанциялы уҡыуға күсеү осоронда электрон журналдар һәм көндәлектәр асылған, «Учи.ру», «Я класс», «Яндекс. Учебник» электрон белем ресурстары ҡулланылған. Техник, ойоштороу ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, 7 мең самаһы уҡыусы дистанциялы рәүештә белем алған.
Район мәктәптәрендә 584 уҡытыусы эшләй. Уларҙың 117-һе юғары категорияға эйә. Оптималләштереү сәбәпле, һуңғы йылдарҙа эшкә йәш белгестәр ҡабул ителмәгән. Математика, физика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәүе һиҙҙерә башлаған. Яңы Балапан мәктәбе «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашып, математикка эйә булған. Республикала «Ауыл тренеры» грантына конкурс иғлан ителгән. Уҙған уҡыу йылында дүрт йәш уҡытыусы 600 мең һум күләмендә грант алған.
Педагогик оҫталыҡты үҫтереүҙә «Йыл уҡытыусыһы», «Йыл тәрбиәсеһе» һөнәри конкурстарының роле ҙур. Муниципаль конкурстар еңеүселәре республика кимәлендә лә лайыҡлы сығыш яһаған. Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы И. Н. Истамғәлин «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы финалисы булған, музыка буйынса остаз Ф. М. Нөғәмәнова республика күләмендә «БР халыҡтары традицияларын һаҡлаған өсөн» номинацияһында билдәләнгән, Красная Башкирия мәктәбенән И. Ю. Һиҙиәтова һөнәри тәжрибәһен «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында һынаған.
Биш өҫтәмә белем биреү усағында 4081 бала шөғөлләнә. Йәш спортсмендарҙың, авиамоделистарҙың, бейеүселәр һәм йырсыларҙың ҡаҙаныштары һөйөндөрә.
БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығынан килгән мәртәбәле ҡунаҡ — бүлек етәксеһе И. Ф. Ҡаһарманов Әбйәлил педагогтарын сәләмләп, уҡыу йылын ғәҙәти булмаған шарттарҙа башлау алдынан август кәңәшмәһенең айырыуса мөһимлеген билдәләне. Пандемия мәғариф системаһында яңыса — дистанциялы форматта эшләргә этәрһә лә, уҡытыусыларҙың юғары һөнәри оҫталыҡ һәм йылдам ойошҡанлыҡ күрһәтеп, уҡытыу процесында өҙөклөктәргә юл ҡуймауы өсөн рәхмәт белдерҙе. Эпидемиологик хәл арҡаһында йәйге ял кампанияһы ла ойошторолманы. Балалар өсөн онлайн сменалар булдырып, социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эш алып барған педагогтарҙың хеҙмәтен баһаланы. Төбәктә белем усаҡтарының артабан да заман менән бергә үҫешәсәген белдереп, Илдус Фәнил улы ағымдағы йылда 30 муниципалитетта 42 «Үҫеү нөктәһе» асыласағын, 101 мәктәп «Һанлы белем биреү мөхите» проекты буйынса ҡорамалдар аласағын әйтте. Яңы уҡыу йылында көтөлгән яңылыҡтар буйынса башланғыс класс уҡыусыларын мәктәп ашханаһында бушлай ашатыуҙы ойоштороуға федераль бюджеттан 778 милион һум аҡса бүленеүен, класс етәкселәренә сентябрҙән 5 мең һум өҫтәмә аҡса түләнә башлаясағын аныҡлап үтте. Баш ҡала вәкиле Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән дәүләт имтихан комиссияһы ағзалары — Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры И. Р. Ғибәҙәтовты, район мәғлүмәт-методик үҙәк методисы Ф. Р. Ғарипованы бүләкләне. Дистанциялы уҡытыуҙы ойоштороуҙа юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткәне өсөн мәғлүмәт-методик үҙәк методисы И. В. Илһамов шулай уҡ министрлыҡтың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Кәңәшмәлә «Йыл мәктәбе» район конкурсына йомғаҡ яһалды. 2019-2020 уҡыу йылында уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшелгән юғары күрһәткестәр өсөн беренсе тапҡыр билдәләнгән «Йылдың иң яҡшы мәктәбе» номинацияһына яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлек һәм һөнәри конкурстарҙа һөҙөмтәле ҡатнашҡан өсөн Т. Кусимов исемендәге гимназия лайыҡ булды. «Грамоталы мәктәп» номинацияһы 1-се Асҡар, Салауат, Гусев, Байым урта, Озерный төп белем биреү мәктәптәренә бирелде. «Әүҙем мәктәп» тигән мәртәбәле баһа менән Ташбулат, Амангилде, Красная Башкирия, Таштимер, Йәнгел мәктәптәре эшмәкәрлеге билдәләнде. «Аҙ комплектлы мәктәптәрҙә иң яҡшы уҡытыу-тәрбиә эше өсөн» номинацияһында еңеүсе Рысҡужа, Нияҙғол, Йәлембәт башланғыс мәктәптәре бүләкләнде. «Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында иң яҡшы уҡытыу-тәрбиә эше» номинацияһына «Ҡайынҡай» (Асҡар), «Ҡояшҡай» (Йәнгел), «Тирмәкәй» (Красная Башкирия) балалар баҡсалары лайыҡ булды. «Йыл мәктәбе» конкурсы еңеүселәре булған бөтә учреждениеларға ла бүләктәр — проектор, экран, флипчарт, мебелгә сертификаттар тапшырылды. Яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлек өсөн Ишҡол, Сиҙәм, Буранғол, Ишбулды, Рәхмәт урта, Мораҡай, Үтәгән, Юлдаш башланғыс мәктәптәре, «Миләш» (Асҡар), «Тылсым» (Дәүләт), «Ҡояшҡай» (Әбйәлил), «Сулпылар» (Асҡар) балалар баҡсалары коллективтары билдәләп үтелде. Яңы Балапан, Ҡырҙас, Әбдрәш, Һамар урта мәктәптәре коллективтарының мәктәп яны участкаһындағы тырышлығы баһаланмай ҡалманы. Әүҙем эш һәм шәп онлайн-лагерь ойошторған өсөн Йәш техниктар станцияһы билдәләп кителде.
Йыл дауамында барған мәктәп уҡыусыларының XXII район спартакиадаһы йомғаҡтары буйынса спорт һөйөүсе мәктәптәргә кубоктар тапшырылды. Т. Кусимов исемендәге гимназия — беренсе, 1-се Асҡар урта мәктәбе — икенсе, Амангилде урта мәктәбе өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Онлайн форматтағы кәңәшмә техник яҡтан ҡытыршылыҡтарһыҙ уҙҙы. Экрандың икенсе яғындағы педагогтар өсөн докладтар мәғлүмәти слайдтар, таблицалар һәм фотоматериалдар менән байытылды, шуға һис тә ялҡытманы. Хатта кире видеобәйләнеш тә булдырылды. Фекер алышыуҙарҙа Т. Кусимов исемендәге гимназия директоры Р. Н. Әхмәтов «Үҫеү нөктәһе» буйынса эшләү тәжрибәһе менән бүлеште, Йәнгел, Ташбулат урта мәктәптәренән директор урынбаҫарҙары А. У. Ғәлиуллин, Т. Р. Фәйзуллина дистанциялы уҡыу шарттарында уҡыу сифатын контролдә тотоу һәм баһалау буйынса сығыш яһаны. Йәнгел балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе М. Ә. Йәнбирҙина мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һанлы трансформация тәжрибәһе менән уртаҡлашты, 1-се Асҡар урта мәктәбенән тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Л. М. Шәрәфетдинова белем усағында «Ҡанатлан» проекты буйынса алып барылған эш тураһында һөйләне.
Кәңәшмә һуңында уҡытыу-тәрбиә эшендә юғары һөҙөмтәләре өсөн иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырылды. Республика предмет олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары әҙерләгән (ә улар һаны 17 булды) көслө остаздарға мәғариф өлкәһендә районды күтәргән фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн премия бирелде. Улар нигеҙҙә йыл да һөҙөмтәгә эшләгән уҡытыусылар: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары — Байым мәктәбенән Ә. Б. Абдрафиҡова, 1-се Асҡар мәктәбенән Л. С. Абдрахманова, Р. С. Харисова, Т. Кусимов исемендәге гимназиянан А. Р. Муллахмәтова, А. С. Шәрәфетдинова, Ҡырҙас мәктәбенән Л. В. Йомағужина, 1-се Асҡар мәктәбенән биология уҡытыусыһы И. К. Вәлиева, география уҡытыусыһы М. Р. Зарипова, Т. Кусимов исемендәге гимназиянан Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Р. Ф. Баймырҙина, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. С. Мөхәмәтдинова, Байым мәктәбенән физкультура уҡытыусыһы Г. Й. Ғилмитдинова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Р. Ә. Сапаева, Салауат мәктәбенән география уҡытыусыһы Р. С. Хафизова. Башҡалар ҙа уларға тиңләшһен тигән ишара менән күңелле нотала өр-яңы уҡыу йылына башланғыс бирелде.
Читайте нас: