+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2020, 10:30

“Сүп-сар тапшыр – ғүмер бүләк ит” акцияһы

Баш ҡалалағы Урмансылар паркында “Сүп-сар тапшыр – ғүмер бүләк ит” тип аталған үҙенсәлекле спорт акцияһы үтте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалалағы Урмансылар паркында “Сүп-сар тапшыр – ғүмер бүләк ит” тип аталған үҙенсәлекле спорт акцияһы үтте.
Был сара Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан иғлан ителгән #сдалмусорподарижизнь хәйриә акцияһына старт бирҙе. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
“Сүп-сар тапшыр – ғүмер бүләк ит” акцияһы ғаилә байрамы рәүешендә үткәрелде. Ҡатнашыусыларҙы аҙ һанлы төркөмдәргә бүлеп, һәр кемгә саф һауала күнегеүҙәр эшләү өсөн майҙансыҡ тәғәйенләнде. Ололар өсөн өс спорт зонаһы – бокс, йога һәм гимнастика майҙансыҡтары, ә балаларға төрлө спорт төрҙәрен берләштергән биләмәләр билдәләнде.
- Был акцияның төп маҡсаты – кешеләрҙе сүп-сарҙы сорттарға айырып тапшырырға өйрәтеү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын мөмкин тиклем күберәк эшкәртеүгә булышлыҡ итеү. Сара хәйриә акцияһы булараҡ үткәрелә, йыйылған аҡса онкология менән сирле балаларға ярҙам итеүсе “Ғүмер бүләк ит” фондына тапшырыласаҡ, - тип һөйләй проекттың етәксеһе Ләйсән Зайцева.
Акцияла ҡатнашыусылар эшкәртеүгә яраҡлы ҡалдыҡтар – ҡатырға, ҡағыҙ, гәзит-журналдар, быяла һәм пластик һауыттар алып килгән ине. Уларҙың барыһы ла эшкәртеүселәргә тапшырылды.
Яңы проект тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға, экологияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ә был изге эш ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
Читайте нас: