«Ошо көндән алып бала был сервис менән контролдә тотолған аккаунт аша ғына файҙалан ала, ә ата-әсәләр уның ниндәй видеороликтар ҡарауын күҙәтеп барасаҡ», — ти видеохостинг администраторҙары.
Контент өс категорияға бүленә. Беренсеһе — База, был бүлектә балалар ниндәйҙер яңы шөғөлгә өйрәтеүсе роликтар, музыкаль клиптар, уйындар ҡарай. Икенсеһендә тағы ла күберәк видеолар асыла, шулай уҡ тура трансляцияларҙы күҙәтергә мөмкин. Өсөнсөһөндә иһә бөтә роликтарҙы ла ҡарарға мөмкин, тик 18 йәштән өлкәндәр өсөн булғандарына тыйыу һалына. Фильтрҙар автоматик рәүештә ҡуйыла.