Общие статьи
16 Апреля 2021, 11:00

Сәсте нисек тәрбиәләргә?

Көндәр йылынды. Башлыҡтарҙы систек. Баҡһаң, сәстәребеҙ йоҡа, төҫһөҙ, күрекһеҙ генә булып ҡалған. Уларҙы ҡотҡарыр кәрәк. Ә бының өсөн ни бары... Ни бары нимә эшләргә кәрәген белер өсөн сайтҡа инегеҙ.

Сәс матур, ныҡ, сәләмәт булһын өсөн әленән-әле уны тәрбиәләп, туҡландырып тороу мөһим. Төрлө химик матдәләр ҡушып яһалған магазин маскаларының һөҙөмтәһе булмаҫҡа мөмкин, шуның өсөн өй шарттарында әҙерләп булғандарына күҙ һалайыҡ.
Һуған менән маска.
Бер һуғандың һутына бер балғалаҡ май айы балын ҡушып яҡшылап бутайҙар һәм сәстең төбөнә һаҡ ҡына һөртөп, 45-60 минут тотҡандан һуң, йылы һыу менән йыуалар.
Гәрсис (горчица) һәм ҡара сәй маскаһы.
Сәйҙе бешереп, һөҙөп, бер балғалаҡ гәрсис порошогы ҡушып болғатыла. Массаға йомортҡаның һарыһы һәм бер балғалаҡ шәкәр ҡушыла. Ҡаймаҡ ҡуйылығындағы әҙер шыйыҡсаны ипләп кенә баш тиреһенә һөртөп, 20-30 минут тотола. Башты тыштан йылытырға мөмкин. Тик бер үк күҙгә төшөүҙән һаҡланығыҙ. Ҡара сәй менән маска ҡара сәслеләргә килешә, асыҡ сәслеләр сәй урынына бүтән төрлө үләнде ҡуллана ала.
Алоэ менән маска.
Бер ҡалаҡ алоэ һутына сәскә балын, бер балғалаҡ һарымһаҡ һутын ҡушып болғатһаҡ – файҙалы маска әҙер! Уны 40 минутҡа сәскә һөртөп тотабыҙ һәм йыуып ҡуябыҙ.
Витаминлы маска.
Уның өсөн бер ҡалаҡ бал, бер балғалаҡ лимон һуты, уларға өҫтәп, берәр ампула В1, В6, В12 витаминдары кәрәк. Шулай уҡ 40 минут сәскә һөртөп, йыуып алабыҙ.
Читайте нас