+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2021, 15:25

Сусҡа ите етештереү арта

Башҡортостанда былтырғы йылда фермер хужалыҡтары 106,7 мең тонна тере сусҡа ите етештерҙе, был былтырғы кимәлгә ҡарата 116 процент тәшкил итте. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

– Республикала артабан да сусҡа итен етештереүҙе үҫтерергә планлаштырабыҙ. Быға йылына өҫтәмә рәүештә 22 мең тонна продукция етештереүҙе тәьмин итерлек ике инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу булышлыҡ итәсәк, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Инвестиция проекттары Урал һәм Башҡортостан ит компанияларында тормошҡа ашырыла. Тәүгеһе йылына 15 мең ит етештереү ҡеүәтенә эйә булған заманса сусҡасылыҡ комплексын төҙөп бөтөп бара. Ул йылдың икенсе яртыһында сафҡа инер тип күҙаллана. Ә икенсеһе шулай уҡ йыл эсендә ете мең тонна сусҡа итен етештереүгә иҫәпләнгән "Сусҡа үрсетеү һәм һимертеү буйынса малсылыҡ майҙансығы" тигән проектты эшкә ҡушасаҡ.

Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә – бизнестың был субъекттарының финанс сығанаҡтарына, шул иҫәптән ташламалы финанслауға, хоҡуғын киңәйтеү.

Читайте нас: