+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2021, 10:00

“Халыҡ яҡшы йәшәргә тейеш”

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Дәүләт Советы президиумы менән Стратегик башланғыстар агентлығының берлектәге ултырышын үткәрҙе.#ВладимирПутин

Ултырыштың көн тәртибендәге төп һорауҙар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәшғүллек һәм социаль яҡлау өлкәләрендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, уларҙы халыҡ өсөн уңайлыраҡ итеү мәсьәләһенә бәйле булды. Әлеге маҡсаттағы федераль һәм төбәк кимәлендәге саралар Милли социаль башланғыстар нигеҙендә булдырылды. Дәүләт етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы, проектты Стратегик башланғыстар агентлығы ғәмәлгә ашыра.
Рәсәй Президенты Милли социаль башланғыстар проектының алты төбәктә – Башҡортостанда, Калиниград, Кемеров, Түбәнге Новгород, Новгород һәм Сахалин өлкәләрендә уңышлы һынау үтеүен билдәләне.
Владимир Путин Милли социаль башланғыстарҙың милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүҙә мөһим инструмент булыуын билдәләне. “Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – ҙур ҡалаларҙа ла, бәләкәй тораҡ пункттарҙа ла халыҡтың яҡшыраҡ йәшәүенә булышлыҡ итеү”, - тине ул.
Читайте нас: