+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май 2021, 14:08

Яңы завод төҙөлә

Күмертау айырым социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводы төҙөлә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күмертау айырым социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводы төҙөлә.
Был проектты булдырыусы “Рус Протеиндары Өфө” компанияһы ике миллиард һум аҡса йүнәлтергә планлаштыра. Унда мал сеймалын эшкәртеү һәм мал аҙығы оно, мал майы етештереү буйынса завод төҙөлә. Йөҙҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Етештерелгән продукцияны ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ комплекстары, консерва сәнәғәте, һабын ҡайнатыу, парфюмерия-косметика, йорт хайуандары өсөн аҙыҡ етештереү предприятиелары аласаҡ. Был проект “Экология” милли проектын тормошҡа ашырып, төбәктә экологик хәлде яҡшыртасаҡ.
Читайте нас: