+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Май 2021, 15:27

Башҡортостанда юл төҙөү һәм ремонтлауға 26,7 миллиард һум бүленә

Был сумманың 7,3 миллиард һумын федераль бюджеттан, ҡалған 19,4 миллиард һумын республика бюджетынан бүлеү ҡаралған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был сумманың 7,3 миллиард һумын федераль бюджеттан, ҡалған 19,4 миллиард һумын республика бюджетынан бүлеү ҡаралған.
Быйыл 28,2 километр автомобиль юлы төҙөргә һәм төҙөкләндерергә, ике километр оҙонлоғондағы 34 күпер һәм 950 километр юл селтәрен, шул иҫәптән 215 километр яңы төҙөлгән биҫтәләргә барыу юлын ремонтларға планлаштырыла. Улар араһында Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу юлына асфальт һалып бөтөрөү, Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлына асфальт түшәүҙе дауам итеү, муниципаль-ара кимәлдәге ҙур объекттар араһында 13,6 километрлыҡ Благовещен – Павловка, 12,4 километрлыҡ Сермән – Амангилде – Баймаҡ һәм 11,6 километрлыҡ Өфө – Бөрө – Яңауыл юлдарын ремонтлау планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, юлдарҙы яңыртыу һәм ремонтлау киләһе өс-дүрт йыл эсендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ. Шул иҫәптән был эштәрҙе башҡарыу “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Читайте нас: