Общие статьи
17 Мая 2021, 11:35

Уҡыусыларға хәүеф янамаһын

Хөкүмәт кәңәшмәһендә республика мәктәптәрендә террор хәүефенә ҡаршы саралар тикшерелде

Республика хөкүмәтендәге дүшәмбе кәңәшмәһендә мәғариф министры Айбулат Хажин мәктәптәрҙе террор хәүефенән һаҡлау буйынса сығыш яһаны. Ҡазан фажиғәһенән һуң белем усаҡтарын ныҡлы һаҡ менән тәьмин итеү –көнүҙәк мәсьәлә. Мәғариф ойошмаларында бындай ҡурҡыныс хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында эштең күптән барыуын билдәләне. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында антитеррор сараларына 233 миллион һум күләмендә саралар бүленгән. Әммә был юҫыҡта проблемалар бар: күп мәктәптәрҙең беренсе ҡатында сит-яттарҙы үткәрмәү өсөн тейешле һаҡ ҡуйылмаған, Росгвардия хеҙмәткәрҙәренең һәр урында булмауы, уларҙың хеҙмәттәре өсөн хаҡтарҙың ҡапыл артыуы бәкәлгә һуға. Республикалағы белем усаҡтарының 60 проценты ғына Росгвардия һағы аҫтында. Ҡалғандарын тәьмин итеү өсөн 425 миллион һум күләмендә аҡса талап ителә. Айбулат Вәкил улы финанстар министрлығы менән берлектә өҫтәмә рәүештә саралар табыуҙы хәл итәбеҙ тип белдерҙе.
Уҡыу йылы аҙағына тиклем мәктәптәрҙә террор хәүефенә әҙерлек буйынса күнекмәләр үткәрелергә тейеш тигән талап ҡуйылды. Педагогик һәм техник персонал хәүефле осраҡтарҙа үҙҙәрен дөрөҫ тотоу алгоримы буйынса ла яңынан уҡыясаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙары, уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, балаларға иғтибарлыраҡ булыуҙарын һораны.
- Был ҡот осҡос хәлгә юл ҡуймаҫҡа ла мөмкин ине. Уҡыусыларҙың башында ни булғанын, нимә менән ҡыҙыҡһыныуын белергә тейешбеҙ, - тине Радий Фәрит улы. – Баланың шөғөлдәре, социаль селтәрҙәрҙә нимә яҙыуы ла мөһим. Бер-беребеҙгә вайымһыҙ булмайыҡ.
Читайте нас