+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2021, 10:15

Бөгөн - Рауза сәскәһе көнө!

Рауза сәскәләре төрлө төҫтә була. Һәр береһе ниндәйҙер тойғоно символлаштыра. Ҡара раузалар нимәне аңлата? Ысынында ҡара раузалар бармы? Уларҙы беҙҙә үҫтереп буламы?

Рауза сәскәһе ерҙә 25 миллион йыл элек үк булған. Ә культура булараҡ уны үҫтерә башлауҙарына 5 мең йыл тирәһе. Раузаның әллә күпме төҫтәре бар. Һәр төҫө үҙенсә бер мәғәнәгә эйә. Ҡыҙыл розалар – һөйөү төҫө, аҡтары – сафлыҡ билдәһе, алһыуҙары – нәзәкәтлелекте, һарылары хәстәрлекте аңлата. Ҡаралары – һағыш һәм юғалтыу символы.
Ә ҡара рауза ысынында тәбиғәттә юҡ. “Ҡара” тип аталған раузалар бары Төркиәнең Хәлфәти тигән бәләкәй генә ауылында үҫә, әммә ысынында ул ныҡ ҡуйы ҡыҙыл төҫтә. Был үҙенсәлек ер һыуҙарындағы водород кимәленә бәйле икән. Евфрат һыуҙары Хәлфәтиҙе йыш баҫа башлағас, ҡара раузаларҙың юғалыу ҡурҡынысы тыуған. Башҡа урынға күсереп ултыртып ҡарағандар икән – сәскәләрҙең төҫө үҙгәргән. Урындағы халыҡ фекеренсә, ҡара рауза – сер, өмөт, ялҡынлы теләкте символлаштыра.
Һатыуҙағы ҡара раузалар иһә махсус сәскә буяуы менән буяла икән. Хатта өй шарттарында ла уларҙы буяп һөйгән кешеңә ғәҙәти булмаған бүләк яһарға мөмкин. Был ҡыйын түгел, әммә оҙайлы эш. Гуаште йылы һыуҙа йәлләмәй иҙеп, һабағы диагональ киҫелгән розаны шул эретмәгә тығаһың. Ун биш сәғәт йә унан да күберәк көтөргә кәрәк буласаҡ.
Күк, шәмәхә төҫөндәге раузалар ҙа шулай уҡ тәбиғәттә юҡ икән, уларҙы ген инженерияһы ҡаҙаныштары нигеҙендә селекционерҙар күптән түгел генә үҫтерә башлаған.
Читайте нас: