+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июль 2021, 15:00

Рәсәй вакциналары нимәһе менән айырыла?

Халыҡ менән тура бәйләнеш ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин да «Спутник V» яһатыуы хаҡында әйтте.

«Гам-Ковид-Вак»
Ул – иң киң таралған вакцина, күптәргә «Спутник V» атамаһы менән билдәле. Рәсәй вакциналары араһынан сирҙең ауыр эҙемтәләренә ҡарата 100 процент һөҙөмтәлелеккә эйә берҙән-бер препарат. Ул кешенең таралыуға һәләтһеҙ тере аденовирустарының ике штамы нигеҙендә эшләнгән. «Спутник V» Рәсәйҙә һәм донъяның 30-ҙан ашыу илендә теркәлгән. Уның тураһында донъя кимәлендә билдәле ғалимдар ҙа яҡшы фекерҙә. Мәҫәлән, «AstraZeneca» инглиз-швед компанияһының башҡарма директоры Паскаль Сорио былай тигән: «Мин Рәсәйҙең Гамалея институты ғалимдарын донъяла тәүгеләрҙән булып COVID-19-ға ҡаршы вакцина уйлап табыуҙары менән ҡотлағым килә. Ул иммунитет барлыҡҡа килтереү менән бер рәттән һөҙөмтәлелеген, сиргә ҡаршы тороуын да раҫланы».
Халыҡ менән тура бәйләнеш ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин да «Спутник V» яһатыуы хаҡында әйтте.

«КовиВак»
Июль башында бөтә ил буйынса халыҡ Чумаков исемендәге үҙәк тарафынан эшләнгән «КовиВак» вакцинаһын һорап ҡуҙғып алғайны. Ул «үле» коронавирус нигеҙендә етештерелгән классик «совет» вакцинаһы. Бындай ҙур һорау тыуыуҙың бер сәбәбен белгестәр халыҡ араһында был вакцинаның еңелерәк һәм насар эҙемтәләрһеҙ үтеүенә бәйле таралған фекер менән нигеҙләй. Әммә ысынбарлыҡта хәл башҡасараҡ: «КовиВак»тың ауыр эҙемтәһе булмай, тип бер кем дә гарантия бирмәй, икенсенән, күптәр «Спутник» менән «Вектор»ҙы ла бик еңел үткәрә. Һөҙөмтәлелеккә килгәндә препараттарҙы сағыштырыу урынһыҙ, сөнки улар төрлөсә тәьҫир итә.

«ЭпиВакКорона»
Роспотребнадзорҙың «Вектор» вирусология һәм биотехнология ғилми үҙәгенең вакцинаһы. Коронавирус фрагменттарының күсермәһе булған яһалма аҡһымдар нигеҙендә эшләнгән. Препаратты етештереүселәр «ЭпиВакКорона» тарафынан барлыҡҡа килгән антиесемдәр COVID-19-ҙың яңы төрҙәренән, шул иҫәптән «Британия» һәм «Көньяҡ Африка» штамдарынан да һаҡлай, тип билдәләй. Иммунитеттың тәьҫире – бер йыл. Роспотребнадзорҙа билдәләүҙәренсә, препаратты ревакцинация өсөн сикләнмәгән даимилыҡта яһатырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: