+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Сентябрь 2021, 16:36

Иң яҡшылар аталды

Егерме беренсе быуатта иң яҡшы уйлап сығарылған нәмәләр  булып һаулыҡ һаҡлауға  бәйле технологиялар һәм әйберҙәр тора.

Егерме беренсе быуатта иң яҡшы уйлап сығарылған нәмәләр  булып һаулыҡ һаҡлауға  бәйле технологиялар һәм әйберҙәр тора.

Был хаҡта Роспатент тәүге тиҫтәгә ингән иң яҡшы уйлап табыусыларҙы бүләкләү тантанаһында билдәле булды. Еңеүселәр онлайн тауыш биреү аша билдәләнгән. Тауыш биреүҙә 17000-дән ашыу кеше (ғалимдар, эксперттар, уйлап табыусылар, рационализаторҙар) ҡатнашҡан.

     Ағымдағы йылда Роспатентҡа уйлап табылғанды теркәүгә егерме меңдән ашыу ғариза килгән. Иң файҙалы, отошло һәм кәрәкле булғандары киләсәктә уйлап табыусыһына билдәлелек һәм донъя баҙарында уңыш килтерәсәк. Роспатент башлығы Григорий Ивлевтың фекеренсә, үҙең  уйлап тапҡанды патент итеп теркәү, уны хоҡуҡи яҡтан һаҡлауҙың иң ышаныслы юлы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: