+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Сентябрь 2022, 09:50

Таҙартыу ҡоролмалары яңырҙы

  Проекттың дөйөм хаҡы 86 миллион һум тәшкил иткән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Таҙартыу ҡоролмалары яңырҙы
Таҙартыу ҡоролмалары яңырҙы

 Курорт төбәгендә таҙартыу ҡоролмалары күптән туҙып, яңыртыуҙы талап итә ине. Уҙған йылда федераль, республика бюджетынан бүленгән аҡса һәм “Абзелилспецкомобслуживание” МУП-ының үҙ саралары ярҙамында реконструкция уҙҙы. Барлыҡ эштәрҙе “Акрополь” төҙөлөш компанияһы башҡарҙы. Был проект халыҡҡа һыу бүлеү системаһының өҙлөкһөҙ һәм сифатлы эшләүен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

—  Курорт төбәгендә таҙартыу ҡоролмалары иҫке булыуы сәбәпле, улар ҙур көсөргәнеш менән эшләне. Ҡеүәте тәүлегенә 700 кубометрға иҫәпләнһә лә ул 1,4 мең кубометр һыу ҡабул итте. Шуға күрә ике линия  канализация таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлдө, — тине “Абзелилспецкомобслуживание” предприятиеһы етәксеһе Йәлил Зәйтүнов.

    Проекттың дөйөм хаҡы 86 миллион һум тәшкил иткән. Һыуҙы таҙартыу ҡоролмаларының эшмәкәрлеген махсус хеҙмәттәр контролдә тота, улар барлыҡ СанПин талаптары үтәлеүен тикшерә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: